Нитра
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нитра (словак. Nitra, нем. Neutra) — Словакияның ҡалаһы, Нитра крайының административ үҙәге.
Нитра | |
словак. Nitra | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 826 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Nitra |
Дәүләт | Словакия[1] |
Административ үҙәге | Нитранский край[d], Нитра[d], Нитранское княжество[d] һәм Нитра[d] |
Административ-территориаль берәмек | Нитра[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Нитра[d] |
Хөкүмәт башлығы | Marek Hattas[d] |
Халыҡ һаны | 77 610 кеше (1 ғинуар 2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 167 метр |
Туғандаш ҡала | Зелёна-Гура[3], Осиек, Ческе-Будеёвице, Кёнджу[d], Нейпервилл[d][4], Госфорд[d], Кромержиж[d], Зутермер[d], Веспрем[d], Сумы[5], Кельце һәм Бачки-Петровац |
Сиктәш | Jelšovce[d] һәм Цабай-Чапор[d] |
Майҙан | 102,2 км² |
Почта индексы | 949 XX, 950 50 |
Электрон почта | msunitra@msunitra.sk |
Рәсми сайт | nitra.sk |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 828 |
Урындағы телефон коды | 037 |
Номер тамғаһы коды | NR |
Нитра Викимилектә |
Илдең көнбайышында, Трибеч тауҙары армытындағы Нитра йылғаһы буйында, Братиславанан 90 км тирәһе төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Халҡы (2013 йылдың 1 ғинуарында) — 81 351 кеше, ҙурлығы буйынса илдә бишенсе ҡала.
Словакияның иң боронғо ҡалаларынан иҫәпләнә. Йылъяҙмаларҙа ул тәүге тапҡыр 828 йылдарҙа телгә алына. Ҡала хөрмәтенә 9543 астероиды Нитра тип аталған.
Нитра милая, Нитра, ты высокая Нитра!
Где же то время, когда ты процветала?…
Ты была когда-то главою всех земель,
Где текут Дунай, Висла и Морава.
Ты была столицей Короля Святополка,
Когда там господствовала мощная рука его;
Ты была святой обителью Мефодия…
V быуаттың аҙағында Нитра территорияһына беренсе славяндар килгән. VII быуатта был территория Само дәүләтенең өлөшө булып торған. Һуңынан бында Нитран кенәзлеге барлыҡҡа килгән, аҙаҡтан ул Моймир тарафынан Бөйөк Моравия составына индерелгән.
Тап Нитра словак христианлығының нигеҙе була, 829—833 йылдарҙа мәжүси Прибина Зальцбург архиепискобын беренсе сиркәүҙе изгеләндерергә саҡырған. Ошонда уҡ Кирилл һәм Мефодий туҡтап торған. Бөйөк Моравия ҡолатылғандан һуң Нитра Венгрия короллегенә инә һәм ундағы жупаның үҙәгенә әйләнә.
1248 йылда Нитра ирекле ҡалаға әйләнә һәм Венгрия короллегенең иң бай ҡалаһы булып иҫәпләнә. XIX быуаттың башында бында 10 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Яңы Чехословакия составында Нитра тағы жупа үҙәге була. Хәҙер Нитра көнбайыш Словакияның сәнәғәт үҙәге.
Чермань, Түбәнге Кршкан, Дражовцы, Үрге Кршкан, Кинек, Млинарцы, Паровски Гров, Иҫке ҡала, Зобор
Делы, Хренова, Клокочина, Паровцы
2001 йылдағы мәғлүмәт буйынса халҡының этник составы:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.