Ним
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ним (франц.Nîmes [nim] , окс.Nimes) — Францияның көньяғында, Гар департаменты префектураһы (административ үҙәге) (Лангедок — Руссийон төбәге). Халҡы — 137 200 кеше (2004 йыл 1 ғинуар).
Населённый пункт | |||||
Ним франц. Nîmes[1] | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Телефон коды | 466 | ||||
Прованс сигендә, урта диңгеҙ яр буйҙарынан 35 км төньяҡҡа табан алыҫлыҡта, Ронанан көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта, Гарриг яйлаһы итәгендә урынлашҡан (франц.).
Ним (лат.Nemausus) борон галлия ҡәбиләләре волек-арекомиктарҙың баш ҡалаһы булған, улар б.э. тиклем 121 йылда римляндарға буйһонғандар. Кельт урынында император Август яңы ҡалаға нигеҙ һала. Шарап етештереүсе төбәктә уңышлы урынлашыуы һәм императорҙар тарафынан бирелгән өҫтөнлөктәр арҡаһында Ним Көньяҡ Францияның иң эре ҡалаларының береһенә әйләнә. V быуатта уны вандалдарһәм вестготтар талай, улар артынан VIII быуатта ғәрәптәр килә ( 737 йылда ҡыуылалар)
X быуаттан Ним Тулуз графтарының биләмәһенә инә, альбигоецтар хәрәкәте үҙәге була, 1229 йылда Франция короле доменына ҡушыла. XVI быуатта Ним граждандары протестантлыҡ ҡабул итә һәм католиктарҙы туҡмауҙы ойоштора (Ним һуйышы). Нант эдиктын юҡҡа сығарғандан һуң бында гугеноттарҙың сыуалыштары күҙәтелә.
Францияла бер ҡала ла боронғо рим ҡомартҡыларының һаны һәм һаҡланғанлығы менән Ним ҡалаһы менән сағыштырыла алмай. :
Ҡоролмалар араһында иң һуңғы ваҡыттың роман соборы бинаһы айырыла.
Шулай уҡ ҡалала бер нисә музей (Carre D’art, Musée D‘histoire Naturelle, Musée Des Beaux Arts) һәм планетарий бар[22].
Ним эмблемаһы беҙҙең эра башында ҡалала баҫылып сыҡҡан тәңкә дизайнын ҡабатлай (рим ассаһын). Унда пальмаға беркетелгән крокодил һүрәтләнә — был Мысырҙың Римға буйһоноуы символы. Түбәндә NEM COL хәрефтәр урынлашҡан — «Немаус колонияһы» тигәнде аңлата.
Урта быуаттарҙа был символ хаҡында иҫтәлек тулыһынса юҡҡа сыға. 1226 йылғы актты нығытыусы мисәттә дүрт ҡала консулы һүрәтләнгән (бөгөн был символды Ғалим коллежының миҙалында була (франц. Des de Nîmes Docte Consuls collège). Был ваҡыттағы Ним гербы тулыһынса ҡыҙыл төҫтә булған ҡалҡан тип фаразлана, ул Нарбондың виконттарға ҡарауын символлаштырған.
XVI быуатта Ним консулдары был гербҡа алтын үгеҙҙе лә урынлаштырырға ҡарар итә, сөнки үгеҙ ҡала мәҙәниәтендә һиҙелерлек роль уйнай. Король Франциск I быны 1516 йылдың апрелендә уларға рөхсәт итә.
1517 йылда пальма менән крокодил тәңкәһе табыла, һәм консулдар тағы ла королдән Нимдың гербын алмаштырыуҙы һорай. 1535 йылда король үҙенең ризалығын бирә.
Эмблемаға хәҙерге төрөн 1985 йылда Филипп Старк бирә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.