Ниамей
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ниаме́й (франц. Niamey) — Нигерҙың баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. Ниамей департаментының административ үҙәге.
1926—1960 йылдарҙа — Францияның Нигер биләмәһенең административ үҙәге. 1960 йылдан бойондороҡһоҙ Нигер дәүләтенең баш ҡалаһы.
Атаманы ҡол биләүсенең йәнәһе үҙенең ҡолдарына oua niamrnané — «ошонда йәшәгеҙ» тип әйтеүе менән бәйләйҙәр. Башта бынан Niamma, ә һуңынан хәҙерге Ниамей барлыҡҡа килгән. Моғайын, бының тик топономик легенда булыуы ихтимал[2].
Күрәһең, Ниамей XVIII быуатта нигеҙләнгән һәм бер нисә бәләкәй ауылдар торған урында (Гавейе, Каллей, Маорей, Зонго, Фулани Киора) барлыҡҡа килгән[3]. Был осорҙа Ниамей ҙур әһәмиәткә эйә булмаған. 1890-сы йылдарҙа француздар бында колониаль үҙәк ойоштороп, торама үҫешенә этәргес биргән. Был ваҡытта Нигерҙы яулап ала башлаған француздар ошо ауылда үҙҙәренең хәрби пунктын булдырған. Ниамейҙың сауҙа юлдары сатында урынлашыуы уның үҫешенә булышлыҡ иткән.
1800 самаһы кеше йәшәгән Ниамей 1905 йылда булдырылған Нигер хәрби территорияһы баш ҡалаһы булараҡ һайлана. Әммә 1912 йылда баш ҡала төҙөкләндерелгән Зиндер ҡалаһына күсерелә. Зиндерҙың Нигерия (Британ империяһы колонияһы) сигенә яҡын булыуы һәм Франция контролендә булған порттарҙан алыҫ булыуы, 1926 йылда француздарҙы баш ҡаланы кире Ниамейға күсерергә мәжбүр иткән. Был ваҡытта Ниамейҙа 3000 самаһы кеше йәшәгән. Был осорҙа көслө ҡоролоҡтар серияһы ҡала халҡының артыуына килтергән, ә 1945 йылда Ниамейҙа 8000 самаһы кеше йәшәгән[3].
1926—1927 йылдарҙа Француз колониаль империяһы колониялары — Үрге Вольта һәм Нигер араһындағы сик Нигер йылғаһы буйлап үткән. Был Ниамейҙың сиктә урынлашыуын аңлатҡан[4].
1960 йылда Нигер дәүләте бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, ҡала халҡының иҫәбе 30 мең кешегә ҡәҙәр артҡан[5][6][3]. Арлиттағы уран рудниктарынан килемдәр арҡаһында, 1970—1988 йылдарҙа Нигер иҡтисады сәскә атҡан. Һөҙөмтәлә Ниамей халҡының иҫәбе 108 меңдән 398 мең кешегә тиклем артҡан. Шул уҡ ваҡытта ҡала майҙаны 1970 йылда 1367 гектарҙан 1977 йылға ҡарай 4400 гектарға тиклем ҙурайған. Һөҙөмтәлә Лазарет кеүек эргә-тирәләге ауылдар ҡала составына индерелгән[7]. Дауам иткән ҡоролоҡтар шулай уҡ Нигерҙың күп кенә ауыл кешеләрен ҡалаға күсергә мәжбүр иткән[3].
1992 йылда Ниамей һәм уның яҡындағы эске райондары Ниамей регионынан айырылған. Һөҙөмтәлә яңы Тиллабери регионы менән уратып алынған күпкә бәләкәйерәк Ниамей баш ҡала округы булдырылған[8].
Ҡайһы бер баһаламалар буйынса, 200 йылда ҡала халҡының иҫәбе 700 мең кешегә еткән[3]. 2011 йылда хөкүмәт прессаһы дөйөм ҡала халҡының иҫәбе 1,5 миллион кешенән ашыу тәшкил итә тип баһалай. Ҡала халҡы артыуының төп сәбәбе — ҡоролоҡ арҡаһындағы миграция, шулай уҡ халыҡ артымының юғары булыуы. Ҡала халҡының күп өлөшөн йәштәр тәшкил итә[6].
Ниамейҡалаһы Нигер йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан. Ҡала биләмәһенең майҙаны — 239 км²[9]. Баш ҡала территорияһы бейеклеге 218 метрға еткән, Нигер йылғаһы менән урталай бүленгән ике платола урынлашҡан. Гаонан (Мали) көньяҡ-көнсығышҡа туп-тура тиерлек аҡҡан Нигер йылғаһы Ниамейҙа киң боролоштар серияһын яһай. Ҡала Нигерҙең көнсығыш (һул) ярында нигеҙләнгән, сөнки йылға көнбайыштан көнсығышҡа бормалана һәм туп-тура тиерлек көньяҡҡа аға. Ҡайһы бер утрауҙар Ниамей ҡалаһы биләмәһендә башлана һәм йылға буйлап көньяҡҡа табан һуҙыла.
Халыҡтың күпселеге, шулай уҡ хөкүмәт һәм коммерция биналарының күп өлөшө йылғаның көнсығыш ярында урынлашҡан. Ҡаланың үҙәгендә бихисап киң бульварҙар бар. Ике күпер — Кеннеди күпере һәм Дуҫлыҡ күпере йылға буйлап бүленгән ҡаланың ике яғын тоташтыра. Көнбайыш яр буйы башлыса Гавайи, Сагуя, Ламорде, Сага һәм Карадже һымаҡ торлаҡ райондарынан тора. Көнбайыш яр буйында Абдул-Мумуни университеты урынлашҡан.
Ниамей Сахелдең көньяғында урынлашҡан һәм уның өсөн хас климатҡа эйә. Ул субэкваториаль һәм сүлле тропик климаттары үҙенсәлектәрен үҙ эсенә алған. Ҡалала ныҡ эҫе, уртаса температура ғинуарҙа 24 градустан майҙа 34 градусҡа тиклем тирбәлә, ә уртаса йыллыҡ температура 29 °C тәшкил итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы дымлы миҙгел айырыла, ул майҙан алып сентябргә тиклем дауам итә. Бөтә яуым-төшөмдәр дымлы миҙгелдә була. Ҡоро миҙгелдә яуым-төшөмдәр күҙәтелмәй.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 40 | 42 | 43 | 47 | 48 | 43 | 42 | 41 | 43 | 41 | 41 | 40 | 48 |
Уртаса максимум, °C | 32,5 | 35,7 | 39,1 | 40,9 | 40,2 | 37,2 | 34,0 | 33,0 | 34,4 | 37,8 | 36,2 | 33,3 | 36,2 |
Уртаса температура, °C | 24,3 | 27,3 | 30,9 | 33,8 | 34,0 | 31,5 | 29,0 | 27,9 | 29,0 | 30,8 | 27,9 | 25,0 | 29,3 |
Уртаса минимум, °C | 16,1 | 19,0 | 22,9 | 26,5 | 27,7 | 25,7 | 24,1 | 23,2 | 23,6 | 24,2 | 19,5 | 16,7 | 22,4 |
Абсолют минимум, °C | 7 | 10 | 11 | 16 | 18 | 18 | 17 | 20 | 17 | 17 | 10 | 7 | 7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 0,0 | 0,0 | 3,9 | 5,7 | 34,7 | 68,8 | 154,3 | 170,8 | 92,2 | 9,7 | 0,7 | 0,0 | 540,8 |
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория, Weatherbase |
Нигер дәүләте бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Ниамей ҡалаһы халҡының иҫәбе геометрик прогрессияла арта башлай. Африканың башҡа ҙур ҡалаларында кеүек, Ниамей өсөн XX быуаттың икенсе яртыһы дауамында халыҡтың тиҙ артыуы күҙәтелә. 1970-се һәм 1980-се йылдарҙағы ҡоролоҡтар, 1980-се йылдарҙағы иҡтисади көрсөк менән бергә ауыл кешеләренең Нигерҙың иң эре ҡалаһына күсергә этәргән[10]. Генерал Сейни Кунтче хәрби хөкүмәтендә ҡалала йәшәүгә ҡәтғи контроль булдырылған. Хөкүмәт ҡалала йәшәүгә рөхсәте булмағандарҙы даими йыйып уларҙы үҙ ауылдарына күсергән[11].
1980-се йылдар аҙағында ҡалала йәшәүгә сикләүҙәр бөтөрөлә башланыуы, 1990-сы йылдарҙағы туарегтар ихтилалы һәм 2000-се йылдарҙағы аслыҡ эске миграция процесын көсәйткән. Һөҙөмтәлә ҡала ситендә законһыҙ ҙур торамалар барлыҡҡа килгән. Ҡала үҙәгендә 1980-се йылдарҙан фәҡирҙәр, йәштәр йәки ярлы инвалидтарҙың төркөмдәре күренә башлай. Байыраҡ райондарҙа йәки сауҙа барған кварталдарҙа был фәҡирҙәр мәҙәни һәм дини ҡағиҙәләргә ярашлы саҙаҡа йыйып, яҡшы ойошторолған иерархик система булдырған[11].
Ҡала халҡының 90 % — мосолмандар. Ҡаланың иң ҙур этник төркөмдәре: сонгай һәм джерма (улар бергә дөйөм халыҡ һанының 51,1 % тәшкил итә); улар артынан хауса халҡы килә (34,4 %).
Йылдар буйынса ҡала халҡы[12]:
1977 | 1988 | 2001 | 2012 |
---|---|---|---|
233 414 | 391 876 | 674 950 | 1 058 847 |
Ниамей ҡалаһы 5 коммунанан тора, үҙ сиратында улар 44 округҡа бүленә:
Ҡала эре транспорт үҙәге булып тора. Нигер йылғаһының һул ярында пристань урынлашҡан. Ҡаланан 12 километр алыҫлыҡта Амани Диори исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. 2014 йылда илдә тәүге тимер юл вокзалы (ингл. Niamey railway station) асылған[13].
Ниамей янында йылылыҡ электр станцияһы урынлашҡан. Ҡалала аҙыҡ-түлек сәнәғәте (мал һуйыу урыны, он етештереү заводы), еңел сәнәғәт (туҡыу фабрикаһы) үҫешкән. Ауыл хужалығы районының сауҙа үҙәге булып тора. Төрлө кәсептәр (тире иләү, көмөш, алтындан әйберҙәр яһау) үҫеш алған.
1959 йылда «Musée National Boubou Hama» милли музейы асыла, уның составына зоопарк инә. Башҡа иҫтәлекле урындар — сит ил мәҙәни үҙәктәре, баҙарҙар, ипподром. Шулай уҡ университет һәм бер нисә институт бар.
Ниамей киләһе ҡалалар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.