From Wikipedia, the free encyclopedia
Нефть химияһы һәм катализ институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1957 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ИНК УНЦ РАН |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Отделение химии и наук о материалах РАН[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге |
Алмаштырылған | Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге[1] |
Адрес | просп. Октября, 141 |
Рәсми сайт | ipc-ras.ru |
Нефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы) Викимилектә |
Нефть химияһы һәм катализ институты (НХКИ) 1992 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһы Президиумы ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының тармаҡ НефтехимҒТИ-һы базаһында ойошторола.
Гетероген һәм металдар комплексы ҡатнашлығындағы катализ, органик һәм металлы органик синтез, нефть химияһы, химик реакциялар кинетикаһы һәм механизмдары өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр, сәнәғәттең химия һәм нефть химияһы тармаҡтарын үҫтереү өсөн өр-яңы химик технологиялар эшләү институттың төп эшмәкәрлек йүнәлеше булып тора.
Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы У. М. Джемилев институттың беренсе директоры була. Тәүге коллективҡа 6 химия фәндәре докторы һәм 26 кандидаты инә, улар Нефть химияһы һәм катализ институтына Органик химия институтынан күсә. Нефть химияһы һәм катализ институтында аспирантура, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған совет һәм Ғилми совет асыла. 1997 йылда Нефть химияһы һәм катализ институты Рәсәй фәндәр академияһының Дөйөм һәм техник химия бүлексәһе составына ҡабул ителә, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге составына индерелә.
2004 йылдың декабрендә Институт Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы ҡарары менән Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми ойошмалары составына, Рәсәй Фәндәр академияһының Химия һәм материалдар тураһында фәндәр бүлексәһенә индерелә һәм атамаһы Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институты (РФА НХКИ) тип үҙгәртелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.