Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Не́ман (бел. Нёман, лит. Nemunas — Нямунас[1]; иҫкесә. Неман, иҫкесә Нѣманъ, нем. Memel — Мемель) — Белоруссия, Литва һәм Рәсәйҙең Калининград өлкәһендәге йылға. Йылға оҙонлоғо — 937 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 98 200 км²к уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 678 м³/с[2]. Түбәнге ағымында мөһим сик буйы йылғаһы, Рәсәй һәм Литва араһындағы дәүләт сиге хеҙмәтен үтәй.
Неман | |
---|---|
белор. Нёман, лит. Nemunas | |
Литвалағы Лишкява ауылы районында Неман йылғаһы күренеше | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 937 км |
Һыу сығымы | 678 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Узденский районы |
· Бейеклеге | 180 м |
· Координаталар | 53°28′12″ с. ш. 27°21′57″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Курш ҡултығы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 55°20′13″ с. ш. 21°14′57″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Балтик диңгеҙе |
Белоруссия | Минск өлкәһе, Гродно өлкәһе |
Литва | Алитусский өйәҙе, Каунас өйәҙе, Мариямполь өйәҙе, Таураг өйәҙе, Клайпеда өйәҙе |
Рәсәй | Калининград өлкәһе |
РДҺР | 01010000112104300000215 |
Неман Викимилектә |
Йылға Минск ҡалҡыулығынан көньяҡта башлана, артабан Неман уйһыулығы буйлап бормаланып, ә түбәнге ағымында — Среднелитовский һәм Приморский уйһыулыҡтары (һуңғыһы Неман дельтаһы районында Нижненеманский уйһыулығы булараҡ билдәле) буйлап аға. Утраулы дельта барлыҡҡа килтереп, Балтик диңгеҙенең Курш ҡултығына ҡоя. Дельталағы төп тармаҡтары: Гилия (Матросовка, һул) һәм шулай уҡ тулы һыулы Скирвите (Төньяҡ) һәм киң, ләкин һай Атмат (уң) тармаҡсыҡтарға бүленгән Русне йылғаһы[3].
А. Л. Погодин һәм Т. Лер-Сплавинский буйынса, гидроним финдарҙың niemi — «ҡалҡыулыҡтар рәте, морон» төшөнсәһенән килеп сыға тип аңлатҡан[4], әммә бындай фекергә Макс Фасмер ҡаршы сыға[5].
Казимир Буге буйынса, Неман — мун балтик һүҙ нигеҙенән һәм не славян инҡар итеүенән яһалған гибрид атама. Ассимиляция процесында мун манға әүерелгән. В. А. Жучкевич, мун һүҙ нигеҙе — фин теленән, тип фаразлай[4].
А. Кочубинский буйынса, исем жмуд телендәге naminis йәки «өйөбөҙҙөкө, беҙҙең йылға» төшөнсәһендә[4].
Литуанист Кястутис Дямяряцкас фекеренсә, «Немунас» һәм «Мемеле» гидронимдарының сығышы бер төрлө — лит. mėmė, memelis, mimelis, латыш. mems (мямля, немой) лит. nėmti (неметь) төшөнсәһен бирә. Һәм Неман һүҙен «телһеҙ, тын йылға» тип аңлатырға була[6].
Йылға Минский ҡалҡыулығының көньяҡ битләүҙәрендә (бында уны Неманец тип атайҙар) башлана һәм 459 км дауамында Белоруссия аша уны Литва менән айырған сигенә тиклем аға[7].
Неман йылғаһын ултырмалар (моренные ряды) киҫкән ерҙә үҙән 40 м тәрәнлеккә тиклем уйыла, 1,5 — 5 километрға тиклем тарая һәм каньон рәүешен ала (Мостов, Гродно ҡапҡалары). Йырҙа төбө ташлы һәм йыш осраҡта шаршылы була. Теҙмәләрҙе айырып торған күлле-боҙло уйһыулыҡтарҙағы үҙән 20 километрға тиклем киңәйә. Һыубаҫар туғайҙарында иҫке үҙәндәр күбәйә, төбө ҡомлоға әйләнә, йырҙа эсендә бик күп утрауҙар барлыҡҡа килә. Уйһыулыҡ битләүҙәре бөтә ерҙә лә асимметриялы — ҡайһы бер участкаларҙа уң яры бейек, икенселәрендә һул яры бейегерәк була. Үҙәнендә өс һыубаҫар туғайҙар өҫтөндәге өс киртләс яҡшы айырылып тора. Үрге ағымында йылғаның киңлеге 30-40 метр тәшкил итә, Мосты ҡалаһы эргәһендә — 120—150 метр, ә түбәнге ағымында — 200—400 метр, урыны менән хатта 640 метрға тиклем етә[8].
1812 йылдан 1993 йылға тиклем айҙар буйынса Неман йылғаһының уртаса һыу сығымы (м³/с) (үлсәүҙәр Смалининкай гидрология посында үткәрелгән).
Неман бассейнында бик күп ваҡ күлдәр бар, күлдәр 2,5 % тәшкил итә. Башлыса ҡар, түбәнге ағымда ямғыр һыуҙары менән туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 678 м³/с. Яҙғы ташҡын март уртаһынан май аҙағына тиклем; йәй көнө яҙғы ташҡынға ҡарағанда көҙгә һәм ҡышҡа нығыраҡ хас булған урта кимәл (межень) ямғыр ташыуы менән өҙөлә. Тамағында урта кимәл осоронда һыуҙың ел тарафынан ҡыуылыуы мөһим роль уйнай. Ноябрь аҙағынан декабргә тиклем көҙгө боҙ китеүе күҙәтелә. Ғәҙәттә декабрҙә туңа, ләкин ҡыш көндәрендә лә йылғаның ваҡытлыса асылыуы һәм боҙ китеүе ихтимал. Йылға март аҙағында, ҡайһы берҙә февралдә йәки апрелдә асыла[10].
Ру́сне (лит. Rusnė, нем. Russ) — Немандың Матросовка йылғаһы башынан алып Русне утрауына тиклемге өлөшө. XIX быуатҡа тиклем Русне Гилья (хәҙерге Матросовка) менән бергә Немандың еңе тип иҫәпләнгән, ләкин йылғала башҡарылған бер нисә гидротехник эштәрҙән һуң, шул иҫәптән ҡаҙылған яһалма канал ярҙамында Гилья сығанағын күсергәндән һуң, айырым географик берәмек әһәмиәтен юғалтҡан[11]. Бөгөн Немандың был өлөшө өсөн Русне атамаһы бик һирәк, башлыса Литва сығанаҡтарында, ҡулланыла.
Һыу ағышы Калининград өлкәһе Советск ҡалаһынан ағым буйынса 10 км түбәндәрәк башлана, унда Немандан Матросовка йылғаһы тармаҡлана (55°07′25″ с. ш. 21°45′34″ в. д.HGЯO). Немандың йыллыҡ аҡмаһынан (сток) Матросовка — 20 %, ә Русне — 80 % һыу ала.
Һыу аҡмаһы уртаһында Калининград өлкәһе һәм Литва Республикаһы араһында Рәсәй Федерацияһының дәүләт сиге үтә. Русне ҡасабаһы алдында (55°17′41″ с. ш. 21°22′57″ в. д.HGЯO) Атмат ағымына (уң тармағы) һәм Северная (һул тармағы) ағымына тармаҡлана. 2001—2004 йылдарға күҙәтеүҙәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уртаса һыу сығымы 322,74 м³/с тәшкил иткән[12].
Немандың 180-гә яҡын ҡушылдығы бар. Шулар араһынан 100 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа эйә булғандары: Мяркис, Вилия (Нерис) (510 км), Березина (226 саҡрым), Нявежис, Дубиса, Юра һәм Миния (уң), шулай уҡ Щара (325 км) һәм Шешупе (298 км), Свислочь (Неман ҡушылдығы)|Свислочь]], Зельвянка (170 км), Чёрная Ганьча (145 км), Уша́ (105 км), Гавья (оҙонлоғо 100 км) — (һул яры).
Неманда даими суднолар йөрөшө Бирштонастан башлана, Каунас ГЭС-ының түбәнге ағымынан ҡапҡаһы булмаған быуа менән бүленгән. Белоруссия территорияһында йылға буйлап ял итеү теплоходтары ҡом һәм үҙағас тейәлгән баржалар йөрөй.
2012 йылда Гродно ҡалаһы янында Гродно ГЭС-ы сафҡа баҫты.
Огинский каналы Неман йылғаһын Днепр менән, Август каналы — Висла менән тоташтыра.
Йылғала Каунас ГЭС-ы һәм Гродно ГЭС-ы, Столбцы, Берёзовка, Мосты, Гродно, Друскининкай, Алитус, Пренай, Бирштонас, Каунас, Юрбаркас, Смалининкай, Неман, Советск ҡалалары, Русне ҡасабаһы урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.