Remove ads
һынлы сәнғәт жанры From Wikipedia, the free encyclopedia
Натюрмо́рт (франц. nature morte — «үле тәбиғәт») — һынлы сәнғәттә йәнһеҙ тәбиғәттең һүрәтләнеше. Портреттан айырмалы булараҡ, жанр, тарих һәм пейзаж тематикалары бар.
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Нидерланд натюрморты бөтә Европа һынлы сәнғәтен артабан үҫтереүҙә XVII быуаттың уникаль мәҙәни күренеше булып таныла.
XVII быуаттың 40-сы йылдарынан башлап, Нидерланд һынлы сәнғәтендә үҙ аллы жанр булараҡ, натюрморт киң таралыш ала. Иң тәүгеләрҙән булып рәссамдар Өлкән мброзиус Босхарт менән Бальтасар ван дер Аст ижадында сәскәләр натюрморттары айырылып тора. Һуңғараҡ, XVII быуаттың икенсе яртыһында Яна Давидса де Хемаижадында һәм уға эйәреүселәрҙә күренә башлай. Сәскәләр натюрмортының шулай әүҙемләшеүенең сәбәбе булып, нидерландтарҙың баҡсаларында сәскәләр күпләп үҫтереүҙәре һәм бер йола булып китеүе.
Лейдендағы университет тарафынан барлыҡҡа килгән ғалим натюрморт жанры «ығы-сығы» «memento mori» атамаһы ала. Ул интеллектувль төр булып тора. Сөнки был картиналар тамашасының Яңы Ғәһетте (Библияны) һәм дин традициалары символдарын белеүҙе талап итә.(Питера Стенвейктың һәм Давид Байлиҙың ижады).
Башҡорт һынлы сәнғәтендә натюрморт жанры 20 быуат башында үҫеш ала. 1916—17 йылдарҙа Өфө сәнғәт түңәрәге күргәҙмәләрендә бәләкәй натюрморт күрһәтелә. Был жанрҙа тәүге әҫәрҙәр 20‑се йылдарҙа урыҫ реалистик мәктәбе рәссамдары ижадында күренә башлай. «Натюрморт» («Көнсығыш натюрморты», 1920; киндер, темпера), «Пирожныйҙар һәм кәнфиттәр» (1940‑сы йылдар.; быяла, майлы буяу) композицияларында А. Э. Тюлькин әҫәрҙәренең гармоник бөтөнлөгөнә ирешеп, донъяның матурлығын сағылдыра, формалар, фактуралар, сәскәләрҙең төрлөлөгөн бирергә тырыша.
Рәсәйҙә натюрморт һынлы сәнғәттең үҙ аллы жанры булараҡ XVIII быут баштарында барлыҡҡа килә. Уны күҙаллау тәүҙә кешене уратып алған мөхиттә тәбиғәт байлыҡтары, әйберҙәрҙең төрлөлөгө формаһында була. Натюрморт XIX быуат аҙағынаса башҡа жанрҙарға ҡарағанда түбән жанр булып иҫәпләнә. Һәм уны өйрәнеү өсөн сәскәләр йәки емеш-еләк менән генә сикләнгән.
ХХ быуат башында Рәсәй һынлы сәнғәт натюрморты сәскә атыуы менән данлана. Ул башҡа жанрҙар менән бер хоҡуҡ яулай. Рәссамдар һүрәт тәҫтәрен теленең мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн тырышлыҡ һала. Быыыл бигерәктә натюрморт жанрында киң сағылыш ала. Урыҫ натюрморты көтөлмәгәнсә тырышлыҡ менән үҫешә: тиҫтә ярым йыл эсендә импрессионизмдан до абстрактлы формоижадҡаса юл үтә.
ХХ быуаттың 30-40-сы йылдарында был үҫеш туҡталып ҡала. Әммә 50-се йылдарҙа совет һынлы сәнғәте яңы үҫеш кисерә. Һәм башҡа жанрҙар кеүек аяғына ныҡлап баҫа.
Натюрморт Викимилектә |
Натюрморт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.