From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөфәссир (ғәр. مُفسر) — Ҡөрьәнгә, аят-сүрәләренә аңлатма биреүсе белгес, тәфсирсе.
Тәфсирсенән Ҡөрьәнде тәфсирләп аңлатҡанда билдәле бер фәнни һәм теоретик әҙерлек талап ителә, шуның өсөн ҡатмарлы эштәрҙән һанала. Традицион Исламда мөфәссиргә түбәндәгесә талаптар ҡуйыла:
Тәүге билдәле мөфәссирҙәр:
Абдулла ибн Ғәббәс, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ике туған энеһе, Мәккәлә беренсе булып Ҡөрьән тәфсире буйынса мәктәпкә нигеҙ һалған. Уның уҡыусылары араһында киң билдәле билдәле тәфсирселәр Мөжәһит ибн Жәбер булыуынса (721 йылда вафат), Ата ибн Әбү Рабаһ (733 йылда вафат), Иҡримә әл-Бәрбәри ( 723 йылда вафат), Сәйет ибн Жөбәйер (714 йылда вафат), Тавус ибн Ҡайсан (724 йылда вафат). Мәккәләге Ибн Ғәббәстең мәктәбенән тыш та яңылары асылған. Мәҫәлән, Абдуллаһ ибн Мәсуд - Ираҡта, а Зәйед ибн Әсләм Мәҙинәлә мәктәп асҡан. Зәйедтең уҡыусыһы Мәлик ибн Әнәс булған[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.