Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәхмүт II (ғосм. محمود ثانى — Mahmûd-u sânî, төр. İkinci Mahmut; 20 июль 1785 йыл — 1 июль 1839 йыл) — Ғосман империяһының 1808—1839 йылдарҙа хакимлек иткән 30-сы солтаны. 1820—1830-сы йылдарҙа прогрессив реформалар (шул иҫәптән янычар корпусын һәм хәрби-лен системаһын бөтөрөү һ. б.) үткәрә.
Мәхмүт II | |||
ғосм. محمود ثانى — Mahmûd-u sânî | |||
| |||
---|---|---|---|
1808—1839 | |||
Алдан килеүсе: | Мостафа IV | ||
Дауамсы: | Ғабдулмәжит I | ||
Дине: | Ислам | ||
Тыуған: | 20 июль 1785 Истанбул, Ғосман империяһы | ||
Үлгән: | 1 июль 1839 (53 йәш) Истанбул, Ғосман империяһы | ||
Ерләнгән: | Мәхмүт II кәшәнәһе | ||
Династия: | Ғосмандар[d] | ||
Атаһы: | Ғабдулхәмит I | ||
Әсәһе: | Нәҡшидил Солтан[d] | ||
Супруг: | Безмиалем-султан[d], Пертевниял-султан[d], Ашубиджан Кадын Эфенди[d], Хаджие Хошьяр Кадын-эфенди[d] һәм Hacıye Pertevpiyale Nevfidan Kadın[d] | ||
Балалары: | Әбделмәжит I[d] Абдул-Азиз[d] Адиле Султан[d] Салиха Султан[d] Атие Султан[d] Михримах Султан[d] | ||
Автограф: | |||
Тугра: | |||
Мәхмүт ғосман солтаны Абдул-Хәмит I кесе улы була, уның әсәһе — солтандың етенсе ҡатыны, сығышы менән черкес йә грузин Накшидиль (Эме де Ривери). Мостафа Байраҡтар паша етәкселегендәге бола менән тәхеткә ултыртыла. Мәхмүт II үҙенең хакимлығын күп кешеләрҙе, шул иҫәптән үҙенең ағаһын һәм унан алдағы ғосман солтаны Мостафа IV үлем язаһына тарттырыуҙан башлаған.
Ғосман империяһының сәйәси һәм хәрби көсһөҙлөгө илде Европа өлгөһөндә реформалау кәрәклеген күрһәткән, һәм Мәхмүт II ғосман солтаны Сәлим III сәйәсәтен дауам итеү маҡсатында эш иткән.
Мәхмүт II иң мөһим реформаларының береһе — хәрби реформа: 1826 йылда ул янычарҙарҙы юҡ итә һәм йыйылма ғәскәр төҙөй, уларҙы ойоштороу өсөн европа инструкторҙарын, шул иҫәптән Мольткены, саҡыра.
Мәхмүт II Ғосман империяһында донъяуи белем таратырға — китап баҫтырырға, әҙәбиәт һәм журналистика төҙөргә маташҡан. Эске идаралыҡта солтан дөрөҫ хакимиәт индерергә, ришүәтселекте бөтөрөргә, пашаларҙың үҙәк власҡа буйһоноуы фиктив рәүештә түгел ә ғәмәлдә булыуын эшләргә тырышҡан. Империяның граждан һәм енәйәт ҡанундарында ла Мәхмүт II реформаларының эҙҙәрен йөрөткән. Солтандың эшмәкәрлеге руханиҙар, түрәләр араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, әммә халыҡ араһында был яҡлау тапмаған.
Хәрби реформалар һөҙөмтәһендә ғәскәрҙәрҙең иң кәрәкле булған осраҡта, Греция һәм Рәсәй империяһы менән һуғыштарҙы тамамлар өсөн Ғосман империяһының бер-ниндәйҙә тәжрибәле армияһы булмай.
Мәхмүт II хакимлығы осоро үҙ-ара низағ һуғыштары менән, шул иҫәптән янина пашаһы Ғәли һәм Мысыр пашаһы Мөхәмәтғәле менән көрәш; Рәсәй империяһы менән ауыр һуғыштар (1806—1812 һәм 1828—1829); был дәүерҙә Ғосман империяһы Грецияны, Сербияны, Молдавия һәм Валахияны, фактик рәүештә Мысырҙы юғалта.
Мәхмүт II үпкә туберкулезы һәм бауыр циррозы яфаланып вафат булған. Мәхмүт II мәйете ғосман солтандарының һуңғы ғаилә төрбәһендә — уның өсөн төҙөлгән Истанбул мавзолейында ята.
Мәхмүт II ике улы — Ғабдулмәжит I (1823—1861) һәм Ғабдулғәзиз (1830—1876) Ғосман империяһының солтаны булғандар.
Был исемлек үҙенә бөтә ҡатындарҙы үҙ эсенә ала, улар тураһында һәрәмгә ҡасандыр «ингән», «алынған» йәки «тотолған» тип яҙылған. Ләикн был уларҙың бөтәһе лә йыуанса булған тигәнде аңлатмай[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.