Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ән-Нәбәүи мәсете (Мәсжид әл-Нәбәүи) (ғәрәпсә: المسجد النبوي — Пәйғәмбәр мәсете) — Мәккәләге Әл-Харам мәсетенән ҡала Исламдың икенсе иң изге урыны. Мәсет ихатаһында Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡәбере урынлашҡан.
Мәсет | |
Масджид ан-Набави | |
Ил | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Провинция | Эль-Мадина |
Ҡала | Медина |
Милексе | Сәғүд Ғәрәбстаны хөкумете |
Мәсет төрө | Йома мәсете |
Архитектура стиле | Ислам архитектураһы |
Төҙөлөү датаһы | 622 |
Реликвия һәм йәдкәр | Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡәбере |
Статус | исламдың икенсе изге урыны |
Бина майҙаны | м² |
Вместимость | 600,000 (Хаж ваҡытында 1 млн) |
Манаралар һаны | 10 |
Манара бейеклеге | 105 |
Торошо | ғәмәлдә |
Тәрәүих | |
Ифтар | |
Мәсет Викимилектә |
Иерусалимдәге Әл-Аҡса мәсете - Исламдың өсөнсө изге урыны.
Әл-Мәсжид ән-Нәбәүи (ғәр. المسجد النبوي) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ерләнгән урыны.
Был урында тәүге мәсет Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе тере сағында уҡ төҙөлгән булған. Артабанғы хәлифтәр уны киңәйткән һәм матурайтҡан. Йәшел Көмбәҙ аҫтында (Пәйғәмбәр көмбәҙе[1]) Мөхәммәт Пәйғәмбәрр ҡәбере урынлашҡан. Көмбәҙ төҙөлгән ваҡыт аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә уны һүрәтләүҙе XII быуат манускриптарында күрергә мөмкин. Тәүге ике хаҡ хәлифә Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб шулай уҡ уның янында ерләнгән. Һижрәтенән һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр Йәсрибтә төпләнә (һуңғараҡ ул Мәҙинә тип атала башлай). Йәшәгән өйө урынында мәсет төҙөй башлағанда эштәрҙә үҙе ҡатнаша. Был бинаны төҙөү, бүлмәләү принцибы бар донъялағы мәсеттәрҙә ҡулланыла башлай[2][3]. Ҡоролмала колонналы мәсет композицияһының барлыҡ төп элементтары ҡулланыла: асыҡ дүртмөйөшлө ихата башта ҡибланы Иерусалим яғына йүнәлтеп күрһәткән булған, һуңғараҡ мосолмандарҙың төп изге ҡалаһы Мәккәгә боролған. Мәсет шулай уҡ мәҙәни һәм ижтимағи саралар, суд үткәреү урыны, мәҙрәсә булып та хеҙмәт иткән.
Мәҙинә-Мөнәүәрә, «нурлы Мәҙинә» - шулай тип атайҙар Исламды күтәреп алған, тупрағы пәйғәмбәребеҙҙең ғәзиз кәүҙәһен үҙ ҡосағына ҡабул иткән мәртәбәле был ҡаланы. Пәйғәмбәребеҙҙең мөбәрәк тауышы яңғыраған, әле уның изге ҡәберен ҡәҙерле ҡомартҡыһы итеп аймаған Нәбиулла мәсете лә ике аҙымда ғына, әммә хатта шул арауыҡҡа ыҡсым ғына икенсеһен ултыртып ҡуйғандар. Хәҙер мосолмандар үҙ теләге менән мәсеттәр һанын арттыра, һәр ҡайһыһында халыҡ тулы, һәр ҡайһыһында пәйғәмбәребеҙ рухына доға ҡылына. Төрлө мәҙһәб вәкилдәре, үҙ хәлдәренә, мөмкинлегенә ярашлы, ҡалаға төрлө ваҡытта килеп, хаж сәфәрен ошонда тамамлап ҡайта.
Пәйғәмбәребеҙ мәсетен - «Мәсжид ән-нәбәүи»ҙе зыярат ҡылыу - хаждың айырылғыһыҙ өлөшө, һиммәте. Рәсүлуллабыҙ заманындағы мәсет хәҙер мөһабәт, матурлығы менән хайран итерлек ғибәҙәтхана эсендә ҡалған. Колонналар аяттар нағышланған алтын пластиналар менән биҙәлгән, әммә был семәрҙәр күҙгә бәрелеп бармай, зауыҡлы һәм урынлы, саманан ашыу юҡ, кешене байлыҡ менән шаңҡытыуға йүнәлдерелмәгән.
Пәйғәмбәребеҙ мәсетендә ҡатындар һәм ирҙәр айырым ғибәҙәт үтәй. Күрше апайҙарым тәү килгәндәрендә Рәсүлуллабыҙҙың ҡәберен зыярат ҡылыу, уның янында намаҙ уҡыу бәхетенә ирешкәндәр, сөнки ул юлы Рәсәйҙекеләрҙе король үҙе ҡабул иткән. Был мәртәбә ул яҡҡа беҙҙе үткәрмәнеләр. Мәсеттең һоҡланғыс «Йәннәт баҡсаһы» тигән өлөшөндә, ҡәбер янындағы майҙанда уҡыныҡ намаҙҙы. Бында тик иртәнсәк, сабах намаҙынан һуң, әҙгә генә индерәләр.
... Мәсжид ән-Нәбәүигә Ҡөрьән бүләк итеү йолаһы бар икән. Ҡаршылағы дини китаптар, аудио-видеокассеталар һатылған кибеттән Ҡөрьән-Кәрим алдым, ниәтемде белгәс, һатыусыһы тәүге биткә махсус мөһөр һуғып бирҙе. Мәсеттә полицейский ҡатын уны рәхмәт әйтеп ҡабул итте лә төрлө ҙурлыҡтағы баҫмалар тигеҙләп, тыңҡыслап тултырылған махсус этажеркаға һалды. Бындай кәштәләр Харам мәсеттә лә бар ине. Теләүселәр әленән-әле шунан изге китапты алып, сүрәләрҙе сәғәттәр буйы уҡып ултыра.[4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.