Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Муллағәләмов Марат Сабит улы (рус. Марат Сабитович Муллагалямов; 7 ноябрь 1930 йыл) — совет хужалыҡ, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән[1]
Муллағәләмов Марат Сабит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1930 (93 йәш) |
Тыуған урыны |
Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Сермән ауылы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, инженер, партия эшмәкәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Марат Сабит улы Муллағәләмов 1930 йылда Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1953 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған, инженер-механик.
1953—1962 йылдарҙа — Өфөләге 20-се п/й ойошмаһының (Өфө моторҙар эшләү заводы) өлкән механигы, инженер-тикшеренеүсеһе.
1962—1965 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында, КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетында, партия эшендә мәшғүл.
1965—1979 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1979—1986 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
1986—1990 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары.
Биш саҡырылыш Башҡорт АССР-ының Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1996 йылдан 2015 йылға тиклем — һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе[4].
Атаһы — Сабит Муллағәләм улы Муллағәләмов — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Ҡатыны Наирә Шаһиәхмәт ҡыҙы Муллағәлләмова 1988 йылда вафат. Ул БАССР Госпланы Президиумы Рәйесе, сәйәси репрессия ҡорбаны Шаһиәхмәт Дауытовтың ҡыҙы булған. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.