From Wikipedia, the free encyclopedia
Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улы (15 июнь 1914 йыл — 9 сентябрь 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһы айырым сапер батальонының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 июнь 1914 |
Тыуған урыны | Асҡыш, Байҡыбаш ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Ҡариҙел районы |
Вафат булған көнө | 9 сентябрь 1989 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Тигермән |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Нурлы Миңләхмәт улы Миңләхмәтов 1914 йылдың 15 июлендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Асҡыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1929 йылда ауыл мәктәбендә өс класты тамамлай. «Ҡыҙыл Яр» колхозында умартасы, колхоз рәйесе булып эшләй. 1950 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
1936 йылда, аҙаҡ 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Байҡыбаш районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла. Люберцы ҡалаһында (Мәскәү өлкәһе) десантсыға уҡый.
1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Сапер, минер, разведчик булып хеҙмәт итә. Яралана.
Кесе сержант Н. М. Миңләхмәтов Десна йылғаһы янындағы алышта батырлыҡ күрһәтә. Дошман уты аҫтында Десна йылғаһы аша сығып, йәшерелгән яҡынса 80 танкыға ҡаршы минаны зарарһыҙландыра, сәнскеле сымды киҫеп, беҙҙең частәрҙең хәүефһеҙ үтеүе өсөн юл аса.
Ҡыйыу яугир һуғыштан һуң демобилизациялана. Тыуған ауылында йәшәй. «Ҡыҙыл Герой» колхозында рәйес, һуңынан умарталыҡ мөдире булып эшләй.
1989 йылдың 9 сентябрендә вафат була. Башҡортостандың Ҡариҙел районы Тигермән ауылында ерләнгән[2].
«39-сы гвардия айырым сапер батальонының отделение командиры (Үҙәк фронттың 65-се армияһы 37-се гвардия уҡсылар дивизияһы) гвардия кесе сержанты М. Н. Миңләхмәтов, 1943 йылдың 12 сентябрендә Украинаның Сумы өлкәһе Шосткинский районы Собич ауылынан көнбайыштараҡ районда, дивизия частәре менән Десна йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда, десант кәмәһендә утыҙ биш рейста йылғаның дошман биләгән көнбайыш ярына ҡоралы менән 370 яугирҙы, 5 орудиены һәм боеприпастар менән 11 арбаны аша сығара».
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, гвардия кесе сержанты Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4616) тапшырыла.[3]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.