Remove ads
музей From Wikipedia, the free encyclopedia
Мифтахетдин Аҡмулла музейы — музей, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы. Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Туҡһанбай ауылында урынлашҡан[1].
Мифтахетдин Аҡмулла музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1981 |
---|---|
Етәксе | Янышев Фәнис Фәтих улы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Туҡһанбай (Миәкә районы) |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы |
Бағышланған | Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы |
Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы 1981 йылда асыла. Мүзей Миәкә районының «Башҡортостан» колхозы иҫәбенә төҙөлә һәм 1989 йылға тиклем колхоз ҡарамағында була.[2]
1988 йылда музейға республика статусы бирелә, Башҡортостан Республикаһының Милли музейына беркетелә[3]. 2002 йылға тиклем республиканың төп музейы филиалы була. 2002 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы итеп беркетелә.
2015 йылдың июль айында Ҡаҙағстан делегацияһы музейҙа була. Делегацияны яҙыусы, әҙәбиәт тәңҡитсеһе, Ҡаҙағстан яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, Әхмәт Йәсәүи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университеты вице-президенты, филология фәндәре докторы, профессор Қүлбек Сәрсенулы Ергөбек етәкләй[4].
2017 йылда музей буйлап виртуаль тур 2020 йыл 7 август архивланған. әҙерләнә һәм Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы сайтына ҡуйыла[5] .
Музей фондында Милли әҙәбиәт музейы мәғлүмәте буйынса 400-ҙән ашыу, Башҡорт энциклопедияһы буйынса — 500-ҙән ашыу экспонат бар. Шағир үҙе яһаған йыйылмалы ағас ултырғыс иң ҡәҙерле тарихи моноят булып тора.
Экспонттар өс тематик күргәҙмә залында урынлашҡан. 1-се залда Миәкә районы яҙыусылары һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаттарына бағышланған. 2-се залда башҡорттарҙың 19 быуат аҙағы — 20 быуат башындағы традицион торлаҡ интерьеры күрһәтелгән этнографик күргәҙмә урынлашҡан. 3-сө залда Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына арналған экспонаттар урын алған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.