From Wikipedia, the free encyclopedia
Миронов Валерий Гавриилович (24 декабрь 1946 йыл ) — СССР һәм партия эшмәкәре, 1991 йылдан «Лукойл» халыҡ-ара концернында бүлек мөдире; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Миронов Валерий Гавриилович | |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1946 (77 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Чита, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Миронов Валерий Гавриилович 1946 йылдың 24 декабрендә Чита ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1967 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1967 йылда Өфө нефть техникумын тамамлағас, фәнни-тикшеренеү институтында өлкән техник булып башлай. 1973—1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Өфө нефть институтын тамамлағас, ошо уҡ треста партком секретары булып эшләй.
1979—1983 йылдарҙа Өфө ғалаһы Орджоникидзе районының халыҡ контроле комитеты рәйесе. 1983—1991 йылдарҙа район советы башҡарма комитеты рәйесе.[1] 1991 йылдан «Лукойл» халыҡ-ара концернында бүлек мөдире.[2][3]
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы, 56-сы Ульянов һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.[4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.