Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Минера́л (нем. Мineral, йәки франц. minéral, Ҡалып:Lang-latelat — руда[5]) — кристалл хәлендәге, йә иһә башта кристалл булған бер төрлө тәбиғи ҡаты есем[6][7]. Тау тоҡомдары (тау тоҡомон булдырыусы минералдар), руда, метеориттар минералдарҙан тора[7].
Минерал | |
Урын | ер аҫты[d][1] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | Минералогия |
Тасуирлау биттәре |
merriam-webster.com/dict… macmillandictionary.com/… serc.carleton.edu/integr… oxfordlearnersdictionaries.com/… |
Модель элементы | золото[d][1], алмас[1], кварц[d][2][3], галит[d][4] һәм кальцит[d][4] |
Вики-проект | Википедия:Проект:Минералогия[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 25 555 |
Ҡапма-ҡаршыһы | не-минерал[d] |
Минерал Викимилектә |
«Минерал» төшөнсәһен уның төрлө төрҙәренә,вағыраҡ төрҙәренә, индивидтарына ҡарата ҡулланалар [8]. Минерал минерал төрө булараҡ — билдәле химик составы һәм кристалл структураһы булған тәбиғи химик берләшмә. Структураһы буйынса тап килгән хәлдә химик составы буйынса айырма ҙур булмаһа ла, төҫө, морфологик йәки башҡа айырымлыҡтары буйынса вағыраҡ төрҙәргә бүлеп йөрөтәләр, мәҫәлән, тау гәлсәре (хрусталь), аметист, цитрин, халцедон — кварцтың бер төрө. Минераль индивидтар — араларын айырып торған башҡа бүлеүселәр булған минераль есемдәр, мәҫәлән, кристалдар, бөртөктәр[7].
Минералдарҙы минералогия фәне өйрәнә. Минералдар барлыҡҡа килеүен генетик минералогия, минерал төрҙәрен минералдар филогенияһы өйрәнә.
1950-сы йылдарҙан башлап, яңы минерал асыу фактын, уның исемен Халыҡ-ара минералогия ассоциацияһының (ММА) Яңы минералдар һәм минерал исемдәре буйынса комиссия ҡарай[9].
Хәҙерге ваҡытта 6000 -дән артыҡ минерал билдәле, тик 100—150 минерал ғына киң таралған. Минералдар тип ҡайһы бер атмосфера шарттарында шыйыҡса хәлендәге тәбиғи матдәләр иҫәпләнә (мәҫәлән, саф терегөмөш, ул түбәнерәк температурала ғына кристалға әйләнә).
Һыуҙы минерал тип иҫәпләмәйҙәр, ул минерал — боҙҙоң ирегән хәле тип иҫәпләнә. Ҡайһы бер минералдар аморф хәлдә була һәм уларҙың кристалл структурыһы булмай. Был бигерәк тә метамикт минералдарға ҡағыла. Улар тыштан кристалл формаһында, тик үҙ составтарында булған радиоактив элементтар уран, торий һәм башҡаларҙың радиоактив нурланышы арҡаһында кристаллик рәшәткәләре боҙолоу сәбәпле аморф, быяла хәлендә. Кристалл, аморф минералдарҙы — метаколлоидтар (мәҫәлән, опал, лешательерит һәм башҡа) һәм метамикт минералдарҙы (тышҡы формаһы кристалл, тик аморф, быяла хәлендә) айыралар.
Минералдарҙың физик сифаттары уларҙың кристаллик структуралары һәм химик составына бәйле. Минералдарҙың физик сифатының скаляр һәм вектор берәмектәрен айыралар, уларҙың дәүмәле кристаллографик йүнәлешкә бәйле.
Скаляр сифат — тығыҙлыҡ (плотность), вектор — ҡатылыҡ (твёрдость), кристаллооптик сифаттар һәм башҡалар.
Физик сифаттар: механик, оптик, люминесцент, магнит, электрик, термик сифаттар, радиоактивлыҡ[7].
Кристалдар габитусы ябай лупа менән ҡарағанда билдәләнә. Кристалдарҙың тышҡы формаһы, төҫө, ялтырауы, йәбешкәнме, йәбешмәгәнме, ҡатылығы, ваҡлануы, һыныуы әһәмиәткә эйә[10].
Ҡайһы бер кристалдарҙа яҡшы сүкелеүе, һығылмалығы (һынып бармауы) һәм тығыҙлығы иҫәпкә алына.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.