From Wikipedia, the free encyclopedia
Мексика ҡултығы (исп. Golfo de México, ингл. Gulf of Mexico, франц. Golfe de Mexique) — Атлантик океандың эске диңгеҙе.
Мексика ҡултығы | |
---|---|
Урынлашыуы | Атлантик океан |
Майҙаны | 1 543 000 км² |
Күләме | 2 332 000 км³ |
Мексика ҡултығы Викимилектә |
Мексика ҡултығы төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан һәм көнсығыштан АҠШ (Флорида, Алабама, Миссисипи, Луизиана һәм Техас штаттары), көньяҡта һәм көняҡ-көнбайышта — Мексика (Тамаулипас, Веракрус, Табаско, Кампече һәм Юкатан штаттары) яр буйҙары, һәм шулай уҡ Куба утрауы менән сикләнгән[1]. Майҙаны — 1543 мең км², күләме — яҡынса 2332 мең км³[2].
Йәйге осорҙа ныҡ йылынған һыуҙың энергияһы көслө тропик штормдар (Катрина, Густав, Иван һ.б.) барлыҡҡа килтерә. Иң йылы һыу ятҡылыҡтарының береһе булып тора[3]
Мексика ҡултығы яҡынса 300 миллион йыл элек литосфера плиталарының тектоникаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[4]. Ҡултыҡ бассейны овал формаһында, уның киңлеге яҡынса 1,5 мең километр тәшкил итә.
Флорида боғаҙы аша Атлантик океан менән, ә Юкатан боғаҙы аша Кариб диңгеҙе менән тоташа.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.