From Wikipedia, the free encyclopedia
Машкин Фёдор Иванович (19 февраль 1930 йыл — 6 март 2002 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1965—1991 йылдарҙа КПCC-тың Cтәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары. Башҡорт АССР-ының алтынсы-ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXV, XXVI, XXVII съездары делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
Машкин Фёдор Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 19 февраль 1930 |
Тыуған урыны | Шестопаловка, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 март 2002 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXV съезы[d], XXVII съезд КПСС[d] һәм XXVI съезд КПСС[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фёдор Иванович Машкин 1930 йылдың 19 февралендә БАССР-ҙың Дәүләкән районы Шестопаловка ауылында тыуған. 1952 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Эш урындары: 1953−1965 йылдарҙа — БАССР Ауыл хужалығы министрлығының өлкән зоотехнигы, ВЛКСМ өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, КПСС өлкә комитеты инструкторы, КПСС өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, Стәрлетамаҡ колхоз-совхоз идаралығы етәксеһе; 1965—1991 йылдарҙа — КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары.
Стәрлетамаҡ районының Петровка һайлау округынан ете саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты.
Машкиндың район алдындағы ҡаҙаныштары райондың почётлы гражданы исеме менән билдәләнә. Федор Иванович 2002 йылдың 6 мартында вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.