Мары
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мары[1] (төркм. Mary [maɾɯ], 1937 йылға тиклем атамаһы Мерв , фарсы. مرو) — Төркмәнстандың көньяғындағы ҡала, боронғо Мерв ҡалаһы хөрмәтенә аталған, Мары виләйәте (өлкәһе) үҙәге.
Мары | |
төркм. Mary | |
Нигеҙләү датаһы | 1884 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Мары |
Дәүләт | Төркмәнстан |
Административ үҙәге | Марый виләйәте[d], Мары өлкәһе[d], Мервский округ[d], Мервский уезд[d] һәм Мары өлкәһе[d] |
Административ-территориаль берәмек | Марый виләйәте[d] |
Халыҡ һаны | 126 141 кеше (2010) |
Туғандаш ҡала | Джиддә, Истанбул һәм Сәмәрҡәнд |
Милке | Спорт топлумы[d] |
Почта индексы | 745400 |
Номер тамғаһы коды | MR |
Мары Викимилектә |
Ҙурлығы буйынса хәҙерге Төркмәнстандың икенсе ҡалаһы. Туран уйһыулығының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Мургаб оазисы территорияһында, Афғанстан тауҙарында баш алған Мургаб йылғаһы дельтаһында урынлашҡан. Көньяҡтан ҡаланы Ҡараҡом каналы урап үтә. Ҡеүәтле тимер юл, мөһим автомобиль юлдары үҙәге. Халҡы — 126 141 кеше (2010)[2]. Ҡала башлығы хәким тип атала.
Мары ҡалаһына 1884 йылда Рәсәй хәрби-административ үҙәге булараҡ беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡ уртаһында барлыҡҡа килгән боронғо Мерв ҡалаһынан 30 километр көнбайыштараҡ нигеҙ һалына. Атамаһы уның боронғо исеменән алынған[3].
1921 йылдың 7 авгусында Каспий аръяғы Төркмән өлкәһе тип үҙгәртелә. Шулай итеп, Мерв Төркөстан АССР-ының Төркмән өлкәһе Мерв өйәҙе үҙәгенә әүерелә һәм 1924 йылдың 4 декабренә тиклем шулай ҡала. 1926 йылдың 13 авгусына тиклем ҡала Төркмән ССР-ының Төркмән өлкәһе нигеҙендә 1924 йылдың 27 октябрендә төҙөлгән Мерв округы үҙәге була. 1941 йылға тиклем ҡалала 18-се Төркмән тау-кавалерия дивизияһы идаралығы һәм частары урынлашҡан.
1926 йылдың 13 авгусында Мерв округы бөтөрөлә, ә Мерв район үҙәге булып китә. 1937 йылда Мерв Мары тип үҙгәртелә.
СССР тарҡалғандан һуң Төркмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. 1992 йылдың 18 майында Мары Мары виләйәте (өлкәһе) үҙәге булып китә[4]. 2015 йылда төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы итеп һайлана[5][6][7].
Климаты континенталь ҡоро; ғинуарҙың уртаса температураһы −2-нән +4 градусҡа °C тиклем, июлдә +28 — +32 °C; яуым-төшөм йылына 100—300 мм[8].
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса температура, °C | 3,4 | 4,5 | 9,9 | 18,1 | 24,1 | 29,2 | 31,4 | 29,3 | 23,3 | 16,1 | 10,4 | 5,3 | 17,1 |
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen |
2017 йылға 120 000 кеше.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1998 йылда Мары ҡалаһында йәшәүселәр һаны 94 000 кеше тәшкил итә. 2005 йылға Мары халҡының һаны 100 000 кешегә тиклем арта, ә 2017 йылда 120 000 кешегә яҡынлашҡан. Этник составы буйынса Мары ҡалаһында башлыса төркмәндәр, урыҫтар, татарҙар, әрмәндәр йәшәй .
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.