From Wikipedia, the free encyclopedia
Лоймаа (фин. Loimaa) — Финляндияның Исконная провинцияһындағы ҡалаһы һәм коммунаһы. Көнбайыш Финляндия губернаһында урынлашҡан.
Лоймаа ҡалаһы Финляндияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Турку ҡалаһынан 65 километр төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Административ яҡтан Көньяҡ-Көнбайыш Финляндия (Varsinais-Suomi) провинцияһында тора.
Шулай уҡ ҡалаға районды уратып алған ауылдар ҡарай. Лоймааның дөйөм майҙаны 852 км² тәшкил итә. Халыҡ һаны — 16 761 кеше (31 августа 2013 йыл). Халыҡ тығыҙлығы 19,76 кеше/км².
Лоймаа ҡала биләмәләре аша Лоймийоки йылғаһы аға, ул Кокемяенйокиҙың Ботнический ҡултығына ҡоя.
Лоймаа XIV быуатта барлыҡҡа килгән ауыл. 1439 йылда тәүге тапҡыр яҙмаларҙа телгә алынған. Урта быуаттарҙа Сатакунт төбәгенә ҡараған. XХ быуат башында ауыл хужалығы халыҡтың төп шөғөлө була.
1876 йылда ҡалаға тимер юл килә, ә әлеге ваҡытта тимер юл вокзалы бинаһы дәүләт тарфынан һаҡланған архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
1914 йылдан алып төбәктә Lehti Loimaan гәзите сыға, 2012 йылда уның тиражы 8 472 дана тәшкил итә[12].
Лоймаа 1969 йылда ҡала статусын ала.
Йыл | 1980 | 1985 | 1990 | 1995 | 2000 | 2005 | 2008 | 2010 | 2013[13] |
Халыҡ | 18 612 | ↘ 18 564 | ↘ 18 457 | ↘ 18 042 | ↘ 18 585 | ↘ 18 300 | ↘ 18 17 | ↘ 18 916 | ↘ 18 761 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.