From Wikipedia, the free encyclopedia
Литюшкин Пётр Николаевич (2 март 1951 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре һәм муниципаль хеҙмәткәр. 1990—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәләүез ҡала Советы рәйесе — Мәләүез ҡалаһы хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юғары Советтың Сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе.
Литюшкин Пётр Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 март 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Вознесенка, Ғафури ауыл Советы, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Урал дәүләт университеты |
Пётр Николаевич Литюшкин 1951 йылдың 2 мартында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Вознесенка ауылында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1979 йылда Силәбе политехник институтын (хәҙерге Көньяҡ Урал дәүләт университеты) тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1968 йылда Ҡфҡ индустрия техникумын тамамлағас, слесарь булып башлай. 1972 йылда «Башкирстройтранс» автобазаһында слесарь, мастер, инженер, эксплуатация начальнигы булып эшләй. 1981—1990 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы «Башавтотранс» автоколоннаһы начальнигы, директоры. 1990 йылдан 1994 йылға тиклем халыҡ депутаттарының Мәләүез ҡала Советы рәйесе — Мәләүз ҡалаһы администрацияһы башлығы.[1] [2] Мәләүез ҡалаһы 9-сы Завод һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. [3]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.