Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы (рус. Восточная экономико-юридическая гуманитарная академия) — 2012 йылға ҡарата Рәсәй Федерацияһының иң ҙур дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарының береһе[3].
Юридик адресы — Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 215/4.
Тарихы
Юғары уҡыу йорто 1993 йылда нигеҙләнгән[4]. Башта Иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ институты (рус. Восточный институт экономики, гуманитарных наук, управления и права, ВЭГУ) тип атала[5].
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2015 йылғы мониторингыһы мәғлүмәттәренә ярашлы, юғары уҡыу йортонда 6700 студент, шул иҫәптән көндөҙгө бүлек программалары буйынса 393 студент белем алған[6].
Академия Рәсәй Федерацияһы һәм башҡа илдәрҙең биләмәләрендә урынлашҡан филиалдар селтәренә эйә булған. Әммә 2016 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Өфөләге уҡыу йортоноң ғына белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы бар[7]. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында әҙерләгән юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлегендә белем биреү сифатын бойондороҡһоҙ баһалау һөҙөмтәләренә ярашлы, 2017 йылда Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы Рәсәйҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә инде[8][9].
Структураһы
2016 йылға ҡарата академия составына биш институт инә[10]:
- Юридик институт;
- Психология һәм социаль-мәҙәни хеҙмәт һәм журналистика институты;
- Иҡтисад, информатика һәм идаралыҡ институты;
- Белем биреүҙең заманса технологиялар институты;
- Өҫтәмә белем биреү институты.
1995 йылдан уҡыу йорто социаль-иҡтисади, ижтимағи һәм гуманитар фәндәр буйынса «Вестник ВЭГУ» ғилми журналын баҫтырып сығара[11][5]. Ул Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының юғары аттестацион комиссияһы тарафынан рецензияланған фәнни журналдар исемлегенә инә[12].
Иҫкәрмәләр
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.