итальян композиторы From Wikipedia, the free encyclopedia
Клаудио Монтеверди (тулы исеме — Клаудио Джованни Антонио Монтеверди, итал. Claudio Giovanni Antonio Monteverdi; 9 май 1567 йыл, Кремона (1567 йылдың 15 майы суҡындырылған) — 29 ноябрь 1643 йыл, Венеция) — һуңғы Ренессанстан иртә бароккоға күсеү дәүерендәге мәшһүр итальян композиторҙарының береһе (ренессанс һәм барокко стилендә лә эшләгән). Монтевердиҙың иң билдәле әҫәрҙәре — һуңғы осороноң мадригалдары, Ариадна Һыҡтауы, «Орфей» операһы һәм Ғиффәтле Мария Вечерняһы.
Клаудио Монтеверди 1567 йылда Төньяҡ Италияның Кремона ҡалаһында доктор, дарыуханасы, хирург Бальтазар Монтеверди ғаиләһендә тыуған[8]. Ул биш бала араһында иң өлкәне була.[9] Бәләкәй сағынан уҡ Кремонала кафедраль собор капельмейстеры М. А. Индженьериҙа уҡый. Монтеверди музыка сәнғәтен өйрәнә, дини йырҙар башҡарыуҙа ҡатнаша[10]. Ул шулай уҡ Кремона университетында уҡый. Уның баҫылып сыҡҡан тәүге йыйынтыҡтары (латинса) мотеттарҙан һәм дини (итальян) мадригалдарҙан (Sacrae Cantiunculae, 1582; Spirituali Madrigali, 1583) тора. Уның артынан өс тауышлы канцонетталар йыйынтығы (1584), шунан биш тауышлы мадригалдарҙан торған ике йыйынтыҡ (1587; 1590) килә. 1590 (бәлки, 1591) йылдан алып 1612 йылға тиклем Монтеверди герцог Винченцо I Гонзага һарайында Мантуяла (1562—1612) башта йырсы һәм гамбала уйнаусы, ә 1602 йылдан герцог һарайында бөтә музыкаль тормоштоң ойоштороусыһы, капельмейстер булараҡ эшләй.
1599 йылда Монтеверди һарай йырсыһы Клаудия Каттанеоға өйләнә[11], уның менән 8 йыл йәшәй (1607 йылда Клаудия вафат була). Уларҙың ике улы һәм ҡыҙы тыуа, тик оҙаҡламай үләләр[12]
1613 йылда Монтеверди Венецияға күсеп килә, унда Сан-Марко соборы капельмейстеры вазифаһын биләй. Был вазифала ул тиҙ арала хор музыканттарының һәм инструменталистарҙың профессиональ кимәлен тергеҙә (уға тиклем эшләгән Джулио Мартиненго Чезареның аҡсаны урынлы файҙаланмауы арҡаһында, капелла тарҡалыу хәлендә була). Ғибәҙәтхана идарасылары Монтеверди кеүек оҫта музыкантты эшкә алғандары өсөн бик шатлана, сөнки дин хеҙмәттәренең музыкаль өлөшө 1609 йылда Джованни Кроче үлгәндән һуң бик насар хәлдә була.
1632 йыл тирәһендә Монтеверди рухани булып китә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ике һуңғы шедеврын яҙа: Возвращение Улисса (Il ritorno d’Ulisse in patria, 1641) операһы һәм Коронация Поппеи (L’incoronazione di Poppea, 1642) тарихи операһы. Һуңғыһының сюжеты нигеҙенә Рим императоры Нерондың тормошонан ваҡиғалар һалынған. Коронация Поппеи әҫәре Монтеверди ижадының кульминацияһы тип иҫәпләнә. Ул трагик, романтик һәм комик күренештәрҙе (опера жанрының драматургияһында яңы аҙым), персонаждарҙың тормошсан портрет һыҙатламаларын, айырым бер йылылыҡ һәм хислелек менән айырылып торған көйҙәрҙе берләштерә. Операны башҡарыу өсөн бәләкәй оркестр ҙа етә, хор ҙа ҙур урын биләмәй. Оҙаҡ ваҡыт дауамында Монтевердиҙың опералары тарихи һәм музыкаль факт булараҡ ҡына ҡарала. 1960 йылдан башлап Коронация Поппеи донъя опера сәхнәләренең репертуарында тергеҙелә. Монтеверди Венецияла Санта-Мария Глориоза деи Фрари базиликаһында ерләнгән.
Монтеверди ижады өс төркөм әҫәрҙәрҙән — мадригал, опералар һәм дини музыканан тора. Монтевердиҙың композицион техникаһының төп үҙенсәлеге — (йыш ҡына бер үк әҫәрҙә) һуңғы Яңырыу осоро композиторҙарына хас имитацион полифония һәм яңы барокко осороноң ҡаҙанышы булған гомофонияның берләшеүендә. Монтевердиҙың новаторлығы күренекле музыка теоретигы Джованни Артузи тарафынан тәнҡитләнә, уның менән бәхәстә Монтеверди (һәм уның туғаны Чезаре Джулио) үҙенең музыкала «икенсе практика» тип аталған яҡта булыуын белдерә. Ағалы-ҡустылы Монтеверди декларацияһына ярашлы, икенсе практика музыкаһында тотош шиғри текст өҫтөнлөк итә, уға музыкаль телмәрҙең бөтә элементтары, бөтәһенән элек, көй, гармония һәм ритм буйһона. Нәҡ текст һуңғыларҙың теләһә ниндәй даимиһыҙлыҡтарын аҡлай.
40 йәшенә тиклем Монтеверди башлыса мадригал жанрында эшләй (барлығы 8 йыйынтыҡ [«китап»]; туғыҙынсыһы, автор төҙөмәгән йыйынтығы, үлгәндән һуң баҫылған). Биш тауышлы мадригалдарҙан (барлығы 21) торған беренсе китабы өҫтөндә 4 йыл самаһы эшләй. Мадригалдарының тәүге һигеҙ китабы Ренессанс полифонияһынан барокко музыкаһына хас гомофонияға күсеш булып тора.
Монтевердиҙың иң популяр әҫәрҙәре араһында — «Ариадна» операһынан Ариадна һыҡтауы (итал. Lamento d’Arianna, инципит: «Lasciatemi morire») (1608; музыкаһы юғалған, либреттоһы тулыһынса һаҡланған). Ғүмере буйына Монтеверди уның өс версияһын баҫтырып сығара — мадригалдарҙың 6-сы китабында биш тауышлы мадригал төрөндә (1614), basso continuo менән бер тауышлы ария төрөндә (1623) һәм һуңғы латин контрафактураһын һуңғы — Мадонна һыҡтауы (ит. Lamento della Madonna) исеме аҫтында Selva morale дини музыка йыйынтығында (1640) . Башҡа популяр әҫәрҙәре араһында — 2 тенор һәм b.c өсөн (О. Ринуччини тексына) «Zefiro torna» мадригалы[13]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.