башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист From Wikipedia, the free encyclopedia
Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы (15 июль 1938 йыл — 2 июнь 2016 йыл) — башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм публицист, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Зәйнәб Биишева (2000), Сергей Чекмарёв (2000), Рәми Ғарипов (2001), Фәтих Кәрим (2006), Мәжит Ғафури (2007), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2007) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге премиялар лауреаты. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы.
Ирек Кинйәбулатов | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, яҙыусы, журналист |
Ижад йылдары: |
1965 — |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Баҫыу юлы» (шиғырҙар), (1970) |
Премиялары: | |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре |
Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң СССР Ҡораллы Көстәренә саҡырыла һәм 1957—1961 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм уның филология факультетын 1966 йылда тамамлай. Бынан һуң йылдан артыҡ Башҡорт АССР-ының Радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп ала. 1968 йылда Ирек Кинйәбулатовты «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар һәм баҫманың республиканың Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала етәрлек дәрәжәлә журналист тәжрибәһе туплағас, ул редакцияла бүлек мөдире булып эшләй. 1980 йылдан «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдарында әҙәби хеҙмәткәр, Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир була. 1987—1998 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй, башҡа вазифалар менән бер рәттән ижади ойошманың пропаганда бюроһын етәкләй.
Мәктәп йылдарында уҡ ҡулына ҡәләм алған Ирек Кинйәбулатов шиғриәткә армия хеҙмәтенән һәм Башҡорт дәүләт университетынан һуң, уның филология факультетында нәҡ ошо йылдарҙа бигерәк тә әүҙем эшләгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәге аша килде. Радио һәм телевидение журналисына өҫтәп республикаһының төп гәзите «Башҡортостан»да үҙ хәбәрсе, артабан унда, журналдарҙа әҙәби хеҙмәткәр булып эшләү уны тормош йәһәтенән дә, ижад юҫығынан да ныҡлы аяҡҡа баҫтырҙы. Тәүге шиғри йыйынтығы «Баҫыу юлы» (1970) менән үҙен лирик шағир итеп танытҡан әҙип, артабанғы һәр яңы шиғыр һәм поэмалар китабы менән поэтик образдар һәм формалар, шулай уҡ һүҙ байлығы, һүрәтләнгән темалары, уларҙы асыуҙа ҡулланылған образдары менән үҙенсәлекле һәм даими уҡыусыһы булған шағирҙарҙың береһенә әйләнде. Ирек Кинйәбулатов поэзияһына юғары гражданлыҡ тойғолары, нескә хислелек һәм лирик кисерештәр хас. Уҙған быуаттың һуңғы һәм егерме беренсе быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында донъя күргән «Мин — башҡорт!» (1993), «Арғымаҡта» (1998) һәм «Замана тауышы» (2008) һәм башҡа йыйынтыҡтарында шағир көнитмеш, үҙ халҡының бөгөнгө һәм киләсәктәге яҙмышы хаҡында фәлсәфәүи планда ныҡлап уйлана.
Лирик шағирҙың тиҫтәләгән әҫәрҙәренә республикабыҙҙың билдәле композиторҙары Абрар Ғабдрахманов, Нур Дауытов һәм башҡалар ижад иткән йырҙарҙың бихисабы популярға әйләнгән, улар радио һәм телевидение аша йыш яңғырай.
Ирек Кинйәбулатовтың әҫәрҙәре рус, украин, нимес, татар, төрөк һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
Поэзия өлкәһендә әүҙем һәм егелеп ижад итеүе менән бер рәттән әҙип республиканың гәзит һәм журналдарында даими рәүештә публицистик һәм тәнҡит мәҡәләләре, көнүҙәк очерктары менән сығыш яһап тора.
Юғары ижади ҡаҙаныштары һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Ирек Кинйәбулатов Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бер нисә әҙәби премия, шул иҫәптән яҡташтары — Ҡырмыҫҡалы районы булдырған Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияның 2007 йылғы лауреаты.
Ирек Кинйәбулатов 2016 йылдың 2 июнендә 78-се йәшендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.