ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы (22 август 1952 йыл — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2012), Рәсәйҙең Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы (1995) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) мәғариф отличнигы.
Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 август 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Шаҡша-Төньяҡ, Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Өйрәнеү объекты | музыкаль белем[d] |
Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы Кашапова хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаҡша станцияһы ҡасабаһынан[1] 1975 йылда Ҡазан педагогия институтын[2] тамамлағандан һуң Приморье крайы Дунай ҡасабаһында балалар музыка студияһы уҡытыусыһы булып эшләй. 1976 йылда Өфө ҡалаһы «Юбилейный» мәҙәниәт һарайының урыҫ вокаль ансамбле етәксеһе. 1978—1989 йылдарҙа Өфөнөң 78-се урта мәктәбендә музыка һәм донъя художество мәҙәниәте уҡытыусыһы. 1981—1996 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының[3]музыкаль һәм эстетик белем биреү кабинеты мөдире. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы[4].
Ғилми тикшеренеүҙәре этномузыка белем биреү проблемаларына арналған.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары — буласаҡ уҡытыусыларҙы музыка, сәнғәт, инклюзив һәм юридик белем биреү өлкәһендә профессиональ әҙерләү; һәләтле уҡыусылар менән эшләргә әҙер булыуҙарын формалаштырыу; 5 педагогия фәндәре кандидаты әҙерләгән; ғилми хеҙмәттәр һаны — 200-ҙән ашыу[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.