From Wikipedia, the free encyclopedia
Кавказ Албанияһы (әзерб. Qafqaz Albaniyası) — Әзербайжан тарихында дәүләт.
Кавказ Албанияһы | |
б. э. т. IV — 705
| |
---|---|
Кавказ Албанияһы Викимилектә | |
Хәҙерге Әзербайжан территорияһының ҙур өлөшөндә б. э. т. I мең йыллыҡта кавказ албандары тигән дөйөм атама аҫтындағы ҡәбиләләр йәшәгән. Улар башлыса лезгин төркөмөнөң (лезгин атамаһы албан берлегенә ингән леги ҡәбиләһе исеменән килеп сыҡҡан) нах-дағстан телдәрендә һөйләшә[3]). Яҙма албан (гәргәри) теленең, йәғни Кабалаки районы теленең, тура вариҫы булып уди теле һанала. Боронғо грек тарихсыһы һәм географы Арриан яҙғанынса, албандар тарих майҙанында тәүләп б. э. т. IV быуатта барлыҡҡа килә. Ғалимдар фаразынса, улар Әхәмәндең Мидия сатрабына, ә Әхәмән державаһы ҡолатылғас, Атропатена батшаларына буйһона. Күрәһең, б. э. т. II быуатта Куранан төньяҡтараҡ албан ҡәбиләләре берлеге барлыҡҡа килгәндер һәм дәүләт берәмеге һыҙаттарын ала башлағандыр[4]. Был осорға албандарҙың халыҡтан айырылған ғәскәре һәм ауыр атлы ғәскәре була[5]. Страбон беҙҙең эраның I быуатында албандарҙы былай тип һүрәтләй:
Әммә Страбондың албандар һәм уларҙың йәшәү рәүешенең примитивлығы тураһындағы яҙмаларына ҙур ғына төҙәтмәләр индереү зарур, ул осор ваҡиғалары археологик тикшеренеүҙәр нигеҙендә ентеклерәк тишереүҙе талап итә. Мәҫәлән, Шәкиҙан көньяҡ-көнсығыштағы Ялойлу-Тапа тигән урында б. э. т. IV—I быуаттарға ҡараған ҡәберлектәр табылған. Уларҙа табылған инвентарҙан ерле халыҡтың ултыраҡ тормош алып барғанлығы, шул осорҙа уҡ ер эшкәртеү һәм һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәнлеге күренә[5]. Б. э. т. II[7] быуатта йә I быуат уртаһында[8] Албания дәүләте барлыҡҡа килә. Албандарҙың дине урындағы культтар (башлыса тәбиғәт культтары һәм күк яҡтыртҡыстары, айырыуса Ай) менән Атропатенанан ингән зороастризм ҡушылмаһынан ғибәрәт була[5]. Б. э. II быуатында Птолемей Албанияла 30-лап «ҡала» (нығытылған торамалар) булыуын билдәләй. Кабала ҡалаһы, б. э. V быуатынан Бәрдә (Партав) ҡалаһы дәүләттең баш ҡалаһы була. Б. э. I быуаты аҙағында Помпей етәкселегендә римлыларҙың хәрби походынан һуң Албания Рим империяһының йоғонтоһо аҫтында ҡала.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: был өлкәләрҙәге кавказ халҡы әрмәндәр менән яйлап ассимиляциялана, һәм беҙҙең эра башында Страбон Әрмәнстандың бөтә өлкәләре лә «бер телдә һөйләшә» ти, тик был ошо ерҙәр халҡы этник әрмәндәрҙән генә торған тип раҫлау өсөн дәлил була алмай. Академик Дьяконов билдәләүенсә, беҙҙең дәүерҙә боронғо Кавказ аръяғында тел сиктәренең ҡайҙан үткәнлеге билдәле түгел. Урта быуаттарҙа Кавказ аръяғындағы төрлө тел ареалдары бер-береһе менән осрашҡан урындарҙа тел сиктәре диндекеләр менән тап килә башлаған. VII быуатта әрмән географы Анания Ширакаци яҙыуынса, «албандар әрмәндәрҙән тартып алған өлкәләр: Шикашен, Гардман, Колт, Заве һәм тағы Аракс Кураға ҡойған урынға тиклемге 20 өлкә». Утик (Отена) тураһында ул, ҡасандыр бөйөк Әрмәнстандың 12-се провинцияһы булған өлкәгә «албандар хужа» (шул мәлгә), тип яҙа.[9].[10]
Каспиана — Муган далаһының һәм Талыштың районы, Страбон буйынса, уны Әрмәнстандың беренсе батшалары «мидиҙарҙан» (атропатеналыларҙан) тартып алған[11]. Шуға ҡарамаҫтан, Страбон осоронда уҡ был территория Кавказ Албанияһыныҡы булған. Б. э. II быуатында Әрмәнстан Пайтакаранды тартып ала,[12] әммә Ширакаци осоронда, йәғни 387 йылдан һуң, был провинция ҡабат Әрмәнстанға,[13], был юлы сәсәни державаһының бер өлөшө булараҡ Атурпатканға[14] ҡайта. Пайтакаран халҡы төрлө иран телле ҡәбиләләрҙән тора[15]. Ширакаци фекеренсә, хәҙерге Нахчиван Республикаһының территорияһы өлөшләтә ул саҡта Әрмәнстанға буйһонған Васпуракан һәм Сюник провинцияларыныҡы булған[14][16]. Нахчиван округы әрмән батшаларының вариҫтары ҡарамағында була, улар «мардпет» тигән титул («мар башлығы») йөрөтә, ә ырыуҙары «Мардпетакан» тип атала[17]. Фавст Бузанд яҙыуынса, Нахчивандың үҙендә Бөйөк Тигран тарафынан Фәләстиндән ҡыуып ебәрелгән йәһүдтәр төйәкләнгән; 369 йылда Әрмәнстанға баҫып ингән фарсылар «ике мең әрмән ғаиләһе менән 16 мең йәһүд ғаиләһен алып сыҡҡан»[18].
Ошо уҡ осорҙа албан яҙмаһы барлыҡҡа килә, уны әрмән мәғрифәтсеһе Месроп Маштоц сығара. Ул күпмелер ваҡыт Албанияла йәшәй һәм төбәкте христианлаштырыуға үҙ өлөшөн индерә[19][20]. Ошо уҡ осорҙа Албанияға күсмә халыҡтар — һундар һәм хазарҙар һөжүм итә[21]. 387 йылда Кураның уң ярындағы ерҙәр Албанияға күскәс, әрмән йоғотоһо тағы ла көсәйә төшә: Отена, Орхистена провинциялары һәм әрмәндәр ҙә, албандар ҙа йәшәгән Каспиананың бер өлөшө әрмәнләшә башлай[9][22][13]. Иртә Урта быуаттарҙа албан халҡының бер өлөшө әрмәнләшә, бер өлөшө иранлаша, һәм Албания Х быуатҡа тарихта ғына тороп ҡала. Ләкин мосолман географтары яҙыуынса, X быуатта әле Албания баш ҡалаһы Барданың халҡы албанса һөйләшә[23][24]. Ошо уҡ ғәрәп авторҙары белдереүенсә, Бәрдә менән Шамур артында, хәҙерге Таулы Ҡарабах территорияһында, әрмәндәр йәшәй[25].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.