Франц Йозеф Гайдн (нем. Franz Joseph Haydn[1], 31 март 1732 йыл[2] — 31 май 1809 йыл) — Австрия композиторы, классик Вена мәктәбе вәкиле, симфония һәм ҡыллы квартет музыкаль жанрҙарына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Германия һәм Австро-Венгрия гимндарының нигеҙенә уның мелодияһы һалынған[3].

Ҡыҫҡа факттар Төп мәғлүмәт, Тулы исеме ...
Йозеф Гайдн
Joseph Haydn
Thumb
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Франц Йозеф Гайдн

Тыуған

31 март 1732({{padleft:1732|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

Рорау,
Австрия эрцгерцоглығы
(хәҙер — федераль ил Түбәнге Австрия)

Үлгән

31 май 1809({{padleft:1809|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (77 йәш)

Үлгән урыны

Вена ҡала,
Австрия империяһы

Ил

Австрия империяһы Австрия империяһы

Һөнәрҙәре

Композитор

Автограф
Thumb
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Ябырға

Биографияһы

Thumb
Изге Стефан соборы, Вена.

Йозеф Гайдн  граф Гаррахтарҙың имениеһендә— Венгрия сигенән алыҫ түгел Түбәнге Австрияның Рорау ауылында, арба (кареталар) яһау оҫтаһы Маттиас Гайдн (1699—1763) ғаиләһендә тыуған. Музыка һәм вокал менән етди булышыусы ата-әсәһе малайҙың музыкаға әүәҫлеген, һәләтле икәнен улдарында белеп ҡалалар һәм 1737 йылда уны Дунайҙағы Хайнбург ҡалаһына уҡырға ебәрәләр. Йозеф, туғандарының ғаиләһендә тороп, музыкаға һәм хорҙа йырларға өйрәнә башлай. 1740 йылда уның йырға һәләтле икәнен Изге (Святой) Стефан соборы капеллаһы директоры Георг фон Рейтер күреп ҡала. Ул малайҙы капеллаға ҡабул итә, һәм Йозеф (1740 −1749 йылдарҙа) үҙенең бәләкәй ҡустылары менән бергә капеллала туғыҙ йыл буйы йырлап йөрөй. Шунда уҡ ул төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға ла өйрәнә[4].

Бәләкәй Гайдн өсөн капелла берҙән-бер музыкаға өйрәтеүсе мәктәп була. Хор менән бергә Гайдн төрлө ҡала байрамдарында, туйҙарҙа һәм шулай уҡ кешеләрҙе һуңғы юлға оҙатҡанда двор тантаналарында ҡатнаша. Шундай ваҡиғаларҙың береһе — Антонио Вивальдиҙы 1741 йылда ерләгәндәге матәм тантанаһы.

 Йәшлеге

1749 йылда Йозефтың тауышы үҙгәрә (һына) башлай, һәм уны хорҙан сығарып ебәрәләр. Киләһе ун йыл уның өсөн бик ауыр йылдар булып тора. Йозеф күп эштәргә тотоноп ҡарай, хатта итальян композиторы һәм музыка уҡытыусыһы Никола Порпораның ялсыһы һәм бер үк ваҡытта аккомпаниаторы булып та эшләй. Ялсылыҡ ваҡытында ул Никола Порпоранан композиция буйынса дәрестәр ала, үҙенең музыкаль белемен арттырырға тырыша. Был осорҙа ул Эммануил Бахтың әҫәрҙәрен уйнарға, композиция теорияһына өйрәнә. И. Фукс, И. Маттео һәм башҡаларҙың музыка әҫәрҙәрен өйрәнеү Йозеф Гайднға системалы музыкаль белем алырға ярҙам итә. Уның был осорҙа клавесин өсөн яҙылған сонаталары тыңлаусыларға бик оҡшай. Уның ике мессаһы : brevis, F-dur һәм G-dur — 1749 йылда Гайдн Изге (Святой) Стефан капеллаһынан киткәнсе үк яҙылған була. XVIII быуаттың 50-се йылдарында яҙған байтаҡ ҡына әҫәрҙәре уға дан килтерәләр. Йозеф яҙған «Аҡһаҡ шайтан» (рус. «Хромой бес») зангшпиле 1752 йылда Венала һәм Австрияның башҡа ҡалаларында ҡуйыла (ул бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланмаған), барон Фюрнбергтың музыкаль түңәрәге өсөн яҙылған дивертисменттары һәм серенадалары[3], тиҫтәгә яҡын квартеттары (1755), беренсе симфонияһы (1759) композиторға ҙур күренеклелек килтерә.

1754—1756 йылдарҙа Гайдн Вена дворында иркен хоҡуҡлы музыкант булып эшләй. 1759 йылда граф Карл фон Морцин дворында капельмейстер вазифаһын башҡара башлай. Унда эшләгәндә композиторҙың ҡул аҫтында ҙур булмаған оркестр була. Был оркестр өсөн Гайдн үҙенең беренсе симфонияларын[3] ижад итә. Әммә фон Морцин, финанс хәлдәренең мөшкөлләнеүе сәбәпле, үҙенең музыкаль проектынан баш тарта.

1760 йылда Гайдн Мария-Ана Келлергә өйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә балаһыҙ була. Ҡатыны композиторҙың һөнәри эшен хупламай[5]. Никах бәхетһеҙ[6] була, тик ул заманда никахты боҙоу закон тарафынан рөхсәт ителмәй. Шунлыҡтан ир ҙә, ҡатын да һөйәркәләре менән йәшәй башлайҙар[7].

Кенәз Коротайвус дворында хеҙмәт итеү

Thumb
 Кенәз Коротайвус замогы. Австрия.

1761 йылда, граф Морциндың музыкаль проекты юҡҡа сыҡҡас, Йозеф Гайднға кенәз Павел Антон Коротайвуста капельмейстер булып эшләргә тәҡдим итәләр. Башта Гайдн вице-капельмейстер вазифаһын башҡара, һуңынан элек Эстерхазиҙың музыкаль учреждениеларының күпселеге менән эшләгән капельмейстер Грегор Вернер менән бер рәттән етәкселек итергә ҡабул ителә. Вагнер тик сиркәү музыкаһы менән генә булыша башлай. 1766 йылда Гайдн тормошонда хәл иткес ваҡиға була — Грегор Вернер үлгәндән һуң, ул Австрияның иң билдәле, күренекле, бай кенәз Эстархазиҙарҙың дворында капельмейстер итеп үрләтелә. Композиторҙың төп вазифаһы булып музыка ижад итеү, оркестр менән етәкселек итеү, хужа алдында камерный әҫәрҙәр уйнау һәм опералар ҡуйыу бурысы тора.

1779 йылда Йозеф Гайдндың карьераһында ҡырҡа һынылыш була — әгәр быға тиклемге контракт буйынса ул яҙған музыкаль әҫәрҙәрҙең барыһы ла Эстерхазиҙарҙың мөлкәте булып һаналған булһа, композитор, ошо йылдан башлап, үҙенең ижади емештәрен башҡа хужаларға һатыу, башҡа нәшриәттәр өсөн яҙыу хоҡуғына эйә була. Ул операларҙы яҙыуын кәметә, ә мөмкин тиклем күберәк квартеттар һәм симфоник әҫәрҙәр яҙа башлай. Бынан тыш үҙ илендәге һәм сит илдәрҙең бер нисә нәшриәттәре менән һөйләшеүҙәр алып бара. Гайдндың яңы шарттарҙы үҙ эсенә алған хеҙмәт килешеүе (договор) , Джонс әйтеүе буйынса, композиторҙың карьераһында көслө катализатор булып тороп, уны яңы үрҙәр яуларға әйҙәй. Гайдн бөтә донъяға билдәле композиторға әйләнә. Быға тиклем бөтә Европаның төп әйҙәүсе композиторы пародаксаль, хатта ғәжәйеп хәлдә ижад иткән була: сөнки 1790 йылдағы контракт шарттары буйынса Гайдн үҙенең бөтә музыкаль һәләтлеген бары тик алыҫ венгр ауылындағы бәләкәй генә кенәз һарайында капельмейстер булып ҡына хеҙмәт итеп, үҙенең юлын кәртәләп ҡуйған була. 1779 йылғы договор, уны был контракттан азат итеп, карьераһында яңы ҙур мөмкинлектәр аса.[8].

Эстерхазиҙың дворында утыҙ йыл эшләү дәүерендә композитор бик күп әҫәрҙәрен ижад итә һәм уны танып белеү арта бара. 1781 йылда Венала Гайдн Вольфганг Амадей Моцарт менән таныша. Ул Сигизмунд фон Нейкомды музыкаға өйрәтә. Һуңынан Нейком композиторҙың дуҫына әйләнә.

1785 йылдың 11 февралендә Гайдн «К Истинной Гармонии» («Zur wahren Eintracht») масон ложаһына ҡабул ителә. Был тантанала Моцарт була алмай, сөнки ул үҙенең атаһы Леопольдтың концертында була.

XVIII быуат барышында байтаҡ илдәрҙә (Италияла, Германияла, Австрияла, Францияла һәм башҡаларҙа) музыкала яңы жанрҙарҙың һәм инструменталь музыканың формалашыу процессы бара. Был процесс Моцарт, Гайдн, Бетховен әҫәрҙәрен ҙур бейеклектәргә күтәрә һәм «Вена классик мәктәбенең» нигеҙ ташын һалыуға килтерә. Элекке полифоник фактура урынына гомофон-гармоник фактура барлыҡҡа килә. Щулай ҙа ҙур инструменталь әҫәрҙәрҙә полифоник эпизодтар, элеккесә ҡулланылып, улар музыкаль әҫәргә йән өрә, хәрәкәт, алға ынтылыш өҫтәй.

1761—1790 йылдарҙа венгр кенәздәре Эстерхазиҙарҙа эшләү ваҡыты Гайдндың ижадында сәскә атыу осоро булып тора. Ижадының иң бейек осоро XVIII быуаттың 80 — 90-сы йылдарына тура килеп, ошо ваҡытта уның иң шәп квартеттары (33-сө опустан башлап), 6 Париж (1785—86) симфониялары, ораторийҙәр, мессалар һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре ижад ителәләр. Йозефтың хужаларының ҡайһы бер теләктәре уны ижади азатлыҡтан ситкә һөрһәләр ҙә, барыбер үҙе етәкселек иткән оркестр менән хор уның ҙур композитор дәрәжәһенә үҫеп етеүенә булышлыҡ итәләр. Эстерхазизәрҙең йорт театры һәм капеллаһы өсөн Гайдн бихисап симфониялар һәм опералар ижад итә, шуларҙың араһында иң күренеклеһе, иң таралғаны — «Хушлашыу»"Прощальная", 1772). .Композиторҙың Венаға барыуының иң билдәле һөҙөмтәһе булып үҙ заманының иң шәп композиторы Вольфганг Амадей Моцарт менән осрашыу тора.[3].

 Яңынан ирекле музыкант

1790 йылда, Николай Эстерхази вафат булғас, уның улы һәм вариҫы кенәз Антон Эстерхази музыкаға әүәҫлеге булмағанға күрә, атаһынан мираҫҡа ҡалған оркестрҙы тарата. 1791 йылда Гайдн Англияға контракт буйынса эшкә саҡырыла. Шунан һуң ул Австрияла һәм Бөйөк Британияла эшләй. 1791—1792 и 1794—1795 йылдарҙа ул ике тапҡыр Лондонға «Абонемент концерттарын» («Абонементные концерты») ойоштороусы скрипкасы И. П. Заломондың саҡырыуы буйынса килә һәм Заломон концерттары өсөн үҙенең иң яҡшы симфонияларын яҙа [12 Лондон (1791—1792, 1794—1795) симфониялары]. Был Гайдндың данын тағы ла нығыраҡ арттыра, ул иң популяр композиторға әйләнә[3]. Лондонда Гайдндың музыкаһын тыңларға бик күп тамашасы килә, уны барыһы ла танып белә башлайҙар. Композитор дан-шөһрәт ҡаҙанып ҡына ҡалмай, ә кассаға бик күп аҡсалар индерә, һәм ошо ваҡыттан ул бик ныҡ байып китә[9]. 1791 йылда Йозеф Гайднға Оксфорд университетының маҡтаулы докторы исеме бирелә.

1792 йылда Бонн аша үтеп барышлай ул йәш Бетховен менән осраша һәм уны үҙенә уҡыусылыҡҡа ҡабул итә.

Һуңғы йылдары

Thumb
Гайдндың Венала һуңғы йылдарында йәшәгән йорто. Хәҙерге көндә бында музей.

Гайдн 1795 йылда Венала йәшәй башлағанда Принц Антон үлә, һәм уның вариҫы кенәз Николай II Эстерхазиҙарҙың музыка йорттарын ҡабаттан тергеҙеп, уның капельмейстеры итеп Гайднды ҡуйырға ҡарар итә. Уның эшкә саҡырыуын Гайдн ҡабул итә һәм һәр эш көнөнөң яртыһында оркестр менән эшләй. Йәйҙе ул Эстерхази менән бергә Айзенштадт ҡалаһында үткәрә. Шунан һуңғы бер нисә йыл буйына ул алты месса ижад итә. Гайдн, билдәле йәмәғәт эшмәкәренә әйләнгәнлектән, күп ваҡытын Гумпендорфта (нем. Gumpendorf)[10] уткәрә, бында ул бик күп әҫәрҙәрен яҙа. Г. Ф. Генделдең лиро-эпик ораторияларының традицияһын дауам итеп, Гайдн үҙенең данлыҡлы ике «Сотворение мира» (1798) һәм «Времена года» (1801) ораторияһын яҙа. Был ораторияларында Гайдн көнкүреште оҫта һүрәтләй, тәбиғәттең матурлығын раҫлай һәм композитор, колорист булып, үҙенең асылышын таба.

Гайдн төрлө музыкаль жанрҙарҙа әҫәрҙәрен яҙып ҡарай. Уның өсөн иң уңышлы жанр булып инструменталь музыка әҫәрҙәре тора. XVIII—XIX быуаттарҙа Йозеф Гайдн был өлкәлә иң бөйөк композитор булып һанала. Был бигерәк тә «Сотворение мира» (1798) һәм « Времена года» (1801) ораторияларында музыкаль классицизмдың иң шәп өлгөләре булып, үҙенең сағылышын тапҡан. Тормошоноң һуңғы йылдарында Гайдн бик ҙур популярлыҡ яулай, тик һаулығының ҡаҡшай башлауы уны яҙған әҫәрҙәренең ҡайһы берҙәрен тамамлау өҫтөндә шәберәк эшләргә мәжбүр итә. Ораториялар яҙыу уның хәлен бигерәк ныҡ бөтөрә. Иң һуңғы әҫәрҙәре булып, «Harmoniemesse» (1802) һәм тамамланмай ҡалған ҡыллы квартет опус 103 (1802) тора. 1802 йылда Гайдндың хәле бик ныҡ мөшкөлләнә, шуға күрә ул бер ни ҙә йүнләп яҙа алмай.[11] 1806 йылдан һуң уның ижады туҡтала.

Композитор Венала вафат була. 1809 йылдың 31 майында Гайдн 77 йәшендә, Наполеон Венаға һөжүм ҡылған ваҡытта, үлә. Уның үлер алдынан әйткән һуңғы һүҙе ялсыларын пушка йәҙрәһе атҡан тауыштан ҡурҡмаҫҡа саҡырыуы була.[12]: Гайдн үлгәндән һуң ике аҙна үткәс, 1809 йылдың 15 июнендә, сиркәүҙең Шотландия монастырендә (нем. Shottenkirche) уға йыназа уҡыйҙар. Был тантанала Моцарттың «Реквиемын» уйнайҙар.

Ижади мираҫы

Thumb
Композитор Йозеф Гайдн, ошолай итеп, үҙ әҫәрҙәренең аҫтына имзаһын һалған.
Thumb
 Йозеф Гайдндың үҙ ҡулы менән яҙған «Боже, храни императора Франца»ның партитураһы.

Композитор  24 опера,  104 симфония , 83 ҡыллы квартет, 52 фортепиано өсөн  соната,  баритон өсөн 126 трио, увертюралар, марштар, бейеү көйҙәре, оркестр һәм төрлө  музыка ҡоралдары  өсөн дивертисменттар, клавир өсөн концерт әҫәрҙәре, ораторийҙәр, йырҙар, канондар, шотланд, ирланд, валлий халыҡтары йырҙарының эшкәртмәһен яҙған. 3 ораторияһы («Сотворение мира», «Времена года» и «Семь слов Спасителя на кресте»), 14 месса һәм башҡа сиркәү өсөн яҙылған әҫәрҙәре  Гайдндың иң ҙур эштәре булып һанала[3].

Композиторҙың яҙған әҫәрҙәренең исемлеге Хобокен Каталогында һаҡлана.

Камера музыкаһы

  •  скрипка һәм фортепиано (шул иҫәптән соната ми  минор, соната Ре  мажор) өсөн 12 соната
  •  ике скрипка, альт  һәм виолончель өсөн 83 ҡыллы квартет
  •  скрипка һәм альт өсөн 7 дуэт
  •  фортепиано, скрипка (йәки флейта) һәм виолончель өсөн 40 трио
  • 2 скрипка һәм виолончель өсөн 21 трио
  • баритон, альт (скрипка) һәм виолончель өсөн 126 трио
  • ҡатнаш тынлы һәм ҡыллы уйын ҡоралдары өсөн 11 трио

Концерттар

Бер йәки бер нисә музыка ҡоралдары оркестры өсөн 36 концерт, шул иҫәптән:
  • скрипка менән оркестр өсөн 4 концерт (береһе юғалған)
  • виолончель менән оркестр өсөн 4 концерт
  • кларнет һәм оркестр өсөн 3 концерт (Гайдндыҡы булыуы тулыһынса дәлилләнмәгән)
  • валторна һәм оркестр өсөн 4 концерт (икеһе юғалған)
  • 2 валторна һәм оркестр өсөн концерт
  • гобой һәм оркестр өсөн концерт (Гайдндыҡы булыуы тулыһынса иҫбатланмай)
  • фортепиано менән оркестр өсөн 11 концерт
  • 6 орган концерттары
  • ике тәгәрмәсле лира өсөн 5 концерт
  • баритон һәм оркестр өсөн 4 концерт
  • контрабас һәм оркестр өсөн концерт (юғалған)
  • флейта һәм оркестр өсөн концерт (юғалған)
  • торбалар һәм оркестр өсөн концерт
  • клавир менән 13 дивертисмент

Вокаль әҫәрҙәре

Опералар

Барлығы 24 опера, шул иҫәптән:

  • «Хромой бес» (Der krumme Teufel), 1751 (утрачена)
  • «Истинное постоянство»
  • «Орфей и Эвридика, или Душа философа», 1791
  • «Асмодей, или Новый хромой бес»
  • «Аптекарь»
  • «Ацис и Галатея», 1762
  • «Необитаемый остров» (L’lsola disabitata)
  • «Армида», 1783
  • «Рыбачки» (Le Pescatrici), 1769
  • «Обманутая неверность» (L’Infedeltà delusa)
  • «Непредвиденная встреча» (L’Incontro improviso), 1775
  • «Лунный мир» (II Mondo della luna), 1777
  • «Истинное постоянство» (La Vera costanza), 1776
  • «Вознаграждённая верность» (La Fedeltà premiata)
  • «Роланд-паладин» (Orlando Раladino), героико-комическая опера на сюжет поэмы Ариосто «Неистовый Роланд»
Ораторийҙәр

14 ораторий, шул иҫәптән:

  • «Сотворение мира[de]»
  • «Времена года[de]»
  • «Семь слов Спасителя на кресте»
  • «Возвращение Товия»
  • Аллегорическая кантата-оратория «Рукоплескания»
  • ораториальный гимн Stabat Mater
Мессалар

14 месса,шул иҫәптән:

  • малая месса (Missa brevis, F-dur, около 1750)
  • большая органная месса Es-dur (1766)
  • месса в честь св. Николая (Missa in honorem Sancti Nicolai, G-dur, 1772)
  • месса св. Цецилии (Missa Sanctae Caeciliae, c-moll, между 1769 и 1773)
  • малая органная месса (В-dur, 1778)
  • Мариацелльская месса (Mariazellermesse, C-dur, 1782)
  • месса с литаврами, или Месса времён войны (Paukenmesse, C-dur, 1796)
  • месса Heiligmesse (B-dur, 1796)
  • Нельсон-месса (Nelson-Messe, d-moll, 1798)
  • месса Тереза (Theresienmesse, B-dur, 1799)
  • месса с темой из оратории «Сотворение мира» (Schopfungsmesse, B-dur, 1801)
  • месса с духовыми инструментами (Harmoniemesse, B-dur, 1802)

Симфоник музыка

 Гайдн симфонияларының исемлеген ҡарарға

104 симфония, шул иҫәптән:

  • «Прощальная симфония»
  • «Оксфордская симфония»
  • «Траурная симфония»
  • 6 Парижских симфоний (1785—1786)
  • 12 Лондонских симфоний (1791—1792, 1794—1795), в том числе симфония № 103 «С тремоло литавр»
  • 66 дивертисментов и кассаций

Фортепиано өсөн әҫәрҙәр

  • фантазиялар, вариациялар
  • фортепиано өсөн 52 соната

Хәтер

  • Венала композиторҙың һуңғы йылдарҙа йәшәгән йортондағы Йорт-музей.
  • Гайдн хөрмәтенә Меркурий планетаһындағы кратер уның исеме менән аталған.

Нәфис әҙәбиәттә

  • Жорж Санд «Консуэло»
  • Стендаль Гайдндың, Моцарттың, Россини һәм Метастазионың тормошон уларҙың хаттарында яҡтыртҡан.

Нумизматика һәм филателияла

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.