Ишем (йылға)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ишем (йылға)map

Ишем - (рус. Иши́м, ҡаҙ. Есіл) — Ҡаҙағстандағы һәм Рәсәй Федерацияһындағы йылға, Иртыштың һул яғынан ҡойған, иң оҙон ҡушылдығы.

Ҡыҫҡа факттар Һыу башы, Ҡайҙа ҡоя ...
Ябырға

Оҙонлоғо — 2450 км[1], һыуйыйғыс бассейны майҙаны — 177 000 км²[1] (163 000 км²[2]). Йылғаның уртаса йыллыҡ ҡойған һыуы яҡынса 2,5 км³[3]. Ишем тамағы Иртыштың һул яғында, уның 1016-сы километрында[1].

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса ул ҡарарға Иртыш һыу бассейны округына инә; йылға бассейны — Иртыш; бәләкәй йылға бассейны — Иртыш йылғаһының Ишем ҡушылған урынға тиклемге ҡушылдыҡтары; һыу хужалығы участкаһы — Ишем Рәсәйҙең Ҡаҙағстан сигенән Оло Уват гидроузелына тиклем.

Дөйөм физик-географик тасуирлама

Thumb
Йылға йырҙаһы схемаһы
Thumb
Ишем йылғаһындағы Петропавловск гидроузелы. Петропавловск ҡалаһы эргәһендә

Йылға Ҡаҙағстандың ваҡ сусаҡлы бейек булмаған Нияз тау массивынан башлана, 775 км буйы төньяҡ-көнбайышҡа ағып, бер нисә эре йылға ҡушылдығы менән ҙурая бара.

Державинск ҡалаһы янында ағымының 1578 километрында (Ишем йылғаһының үрге ағымының шартлы сиге ) йырҙаһын ҡырҡа меридианаль йүнәлешкә үҙгәртеп — көньяҡтан төньяҡҡа аға башлай. Сергеевка ауылынан түбәндәрәк Төньяҡ Ҡаҙағстан тигеҙлегенә барып сыға һәм Ишемтамаҡ (Усть-Ишим% ауылы янында Иртышҡа барып ҡоя.

Ишем ҡар һыуҙары менән туйына. Йылға ноябрь башында туңа, апрель — майҙа асыла. Орехово ауылы янында тамағынан 61 км өҫтәрәк уртаса һыу тотоноу күләме — 83,1 м³/с, иң күбе — 712 м³/с[4].

Экологияһы

Ишем һыу ныҡ бысраҡ. Түбәнге ағымында ( Рәсәй территорияһы) нефть продукттары балыҡсылыҡ хужалығында ҡаралған ПДК-нан 6 тапҡыр артып китә. Тамағына табан нефть продукттары концентрацияһы үҙгәреү ПДК-нан 2-нән 3 тапҡырға тиклем артыҡ була, тимер — һыу ПДК-һынан 4-7 тапҡырға тиклем юғары. Баҡыр балыҡҡа ҡаралған ПДК сиктәренән 6-7 тапҡырға артыҡ, йылғаның буйынан-буйына марганецтың балыҡ ПДК-һынан хатта 20 тапҡырға артыҡ булыуы билдәләнгән. бөтә йылғаларҙың һыу буйы. Пестицидтар концентрацияһы (ДДТ тибындағы) уртаса 0.001 - 0.03 мкг/л тура килә[2].

Ишемтамаҡ кешеһе

Усть-Ишим ауылы янында 2008 йылда хәҙерге заман тибындағы (Homo sapiens) кеше һөлдәһе табылған : янбаш һөйәгенә 45 мең йыл булып сыҡҡан, унан сифатлы ДНК алыуға өлгәшелгән[5]. Усть-Ишим кешеһе Y-хромосомалы, К*(xLT) гаплогруппалы, митохондриаль R гаплогруппалы булып сыҡҡан[6][7].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.