From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишбирҙе мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Ишбирҙе (Баймаҡ районы) ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Ишбирҙе мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
Баймаҡ районы Ишбирҙе (Баймаҡ районы) ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе |
---|---|
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Баймаҡ районы, Ишбирҙе (Баймаҡ районы) ауылы, С. Юлаев урамы, 33 |
Мәктәп тарихы тамырҙары менән Октябрь революцияһына тиклемге осорға барып тоташа. Ишбирҙе ауылында 1915 йылда Орск өйәҙе земствоһы үҙ аҡсаһына земство башланғыс мәктәбе аса. Был мәктәпте күренекле ғалим-яҙыусы Ғәбитов Хәбибулла ойоштора.
Совет власы урынлашҡас, ул 18 уҡыусыға иҫәпләнгән ирҙәр хеҙмәт мәктәбенә үҙгәртелә. 1920 йылда унда 35 йәшлек Шамил Дәүләтбаев менән 24 йәшлек Дәүләтша Ғәбделхалиҡов уҡыта. Башланғыс мәктәптән һуң 1-се Этҡол ете йыллыҡ мәктәбенә, һуңынан Юлыҡ мәктәбенә уҡырға баралар. Артабан уҡыу мөмкинлеге булмай. Абдулла Тулыбаев һәм Имам Балғазин ғына Темәс башҡорт педагогия училищеһында уҡыған.
1920 йылда Ишбирҙе ирҙәр хеҙмәт мәктәбе асылған, унда 18 уҡыусы иҫәпләнә. 1959 йылда мәктәп ете йыллыҡ, 1963 йылда һигеҙ йыллыҡ тип үҙгәртелә. 1986 йылда заманса урта дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә.
Уның беренсе директоры итеп Хәйретдинов Б. М. тәғәйенләнә. Был мәктәп 24 сығарылыш сығара. 2012/2013 уҡыу йылынан алып төрө һәм статусы үҙгәрә — төп дөйөм белем биреү мәктәбе өс филиал: Бөрйәнйылға, Йылым, Крепостной Йылайыр ауылы мәктәптәре өсөн база мәктәбе булып тора. 20 урынлыҡ мәктәп яны интернаты бар.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Түбә урта мәктәбендә, Баймаҡ ауыл профессиональ техник училищеһендә (СПТУ, хәҙер профлицей № 105) уҡыта. 1980—1986 йылдарҙа Ишбирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директорҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләй. Темәскә күскәс, «Шатлыҡ» балалар баҡсаһына мөдир итеп тәғәйенләнә, ә 1992—2008 йылдарҙа Баймаҡ РОНО-һында методист.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.