From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишбирҙе ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы муниципаль берәмек.
Ишбирҙе ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Ишбирҙе ауылы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы |
Халыҡ һаны |
1279 кеше (2002)[2], 1212 кеше (2009)[2], 1153 кеше (2010)[3], 1144 кеше (2012)[4], 1116 кеше (2013)[5], 1124 кеше (2014)[6], 1091 кеше (2015)[7], 1090 кеше (2016)[8], 1086 кеше (2017)[9] |
Үҙәге — Ишбирҙе ауылы. 1918 йылдың 2 декабрендә ауыл йәмғиәте Советы ойошторола. Һуңынан ул Юлыҡ ауыл Советы составына беркетелә. 1961 йылдың 14 ғинуарында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының указына ярашлы Юлыҡ ауыл Советын Юлыҡ тораҡ пуктынан Ишбирҙе тораҡ пунктына күсереү һәм уны Ишбирҙе ауыл Советы итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар сыға. Шулай уҡ Әбделкәрим ауыл Советынан Крепостной Йылайыр тораҡ пункты Ишбирҙе ауыл Советына күсерелә[10]. Ауыл Советы территорияһында Баймаҡ урман сәнәғәт хужалығы, Крепостной Йылайыр урмансылығы, Баймаҡ машзаводының Крепостной Йылайыр ярҙамсы хужалығы урынлашҡан[11].
Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законы»на ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[12].
№ | Тораҡ пункты | Тораҡ пункты тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Ишбирҙе | ауыл, административ үҙәге | ↘638[14] |
2 | Йылым | ауыл | ↘254[14] |
3 | Крепостной Йылайыр | ауыл | ↘142[14] |
4 | Бөрйәнйылға | ауыл | ↘119[14] |
Ауыл Советының беренсе рәйестәре Әбүбәкеров Хәйбулла, Иҙелбаев Ғәниулла, Йоносов Ғаяз була. Артабан ауыл Соыеты рәйесе вазифаһын Аҡтуғанов Камил, Иванов А., Ғөбәйҙуллин И. С., Дәүләтбирҙин В. Г., Тулыбаев Р. Д., Биғлов Р. Г., Рәхимғолов М. З., Биктимеров С. С., Тулыбаев Р. Д., Иҫәндәүләтов Азамат башҡаралар[19].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.