Изборск
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Изборск (шулай уҡ иҫке исеме Иҫке Изборск ҡулланыла — Яңы Изборск ауылынан аырмалы рәүештә; тарихи атамалары: Избореск, Сбореск, Сборск, Сборц[2], Изборк, Изборьский, Изборовьск, Избореск, Изборск[3]; эст. Irboska — Ирбоска[4]) — Рәсәйҙең Псков өлкәһе Печора районындағы ауыл, боронғо урыҫ ҡалаларының береһе, уны Смоленск һәм Полоцк менән бер рәттән башланғыс йылъяҙмасы телгә ала.
Изборск | |
эст. Irboska | |
Герб | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Изборская волость[d][1] һәм Irboska Rural Municipality[d] |
Административ-территориаль берәмек | Изборская волость[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 789 кеше (2011) |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Псковская область/Изборск[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Почта индексы | 181518 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 862 |
Урындағы телефон коды | 81148 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Izborsk[d] |
Изборск Викимилектә |
2005 йылдан 2015 йылға тиклем ауыл «Изборск улусының» административ үҙәге булып тора. Әлеге ваҡытта «Печора» ҡала биләмәһе составына инә
Ауыл биләмәһе Печора районында, Псковтан көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
XVII быуаттың китап легендаһына ярашлы Изборскҡа Словен, Гостомыслдың улы нигеҙ һала, Словендың улы Избор хөрмәтенә уға исем бирә
Изборск (Труворов) ҡаласығында, төньяҡ-көнбайыш Рустең башҡа ерҙәрендәге кеүек (Псков, Камно, Рыуга, Ладога) VIII—IX быуаттарҙа эзбизташтан ҡойолған формалар киң тарала, VI—VII быуаттар сиктәрендә иртә славян Прага мәҙәниәтендә эшкәртелгән шундай биҙәүестәр шул саҡта модаға инә[5].
Көслө янғындан һуң Изборск X быуаттың беренсе яртыһында ике өлөшлө структура менән урта быуат ҡалаһына әүерелә — ҡаласыҡтың морон өлөшө кенәз-дружинниктарҙың ҡала өлөшө, ул периметры буйлап имән бүрәнәләрҙән диуарҙар һәм ҡапҡалар менән уратып алынған, унда көнкүреш әйберҙәрҙе, ҡорал һәм биҙәүестәр табылған. Һөнәрселәр ялан яғынан балсыҡ валдар, таш диурҙар һәм йырын менән нығытылған посадтарҙа йәшәй[6].
«Изборск» дәүләт музейы-ҡурсаулығында урынлашҡан «Усть-Смолка» ҡәберлегендә һөрөү ҡатламында X—XI быуаттарҙың бер нисә һылап эшләнгән фрагменты һәм көршәк керамикаһы[7] һәм XI быуатта йәшәгән дружинник ҡәбере табылған[8].
Изборск беренсе тапҡыр 862 йылғы йылъяҙмала телгә алына. Изборск Труворға (Рюрикты ҡустыһына), бында ул ике йыл кенәзлек итә. Трувор ваҡытынан алып ҡомартҡы кеүек «Труворов ҡәбере» ҡурғанына күрһәтәләр. Екатерина II ҡурған һүрәте менән миҙал булдыра[9]..
Тәүге яҙма телгә алыу 862 йылға ҡарай. «Повесть временных лет» китабында былай тип яҙылған:
… старѣишии Рюрикъ сѣде Новѣгородѣ · а другии Синеѹсъ на Бѣлѣѡзерѣ · а третии Изборьстѣ · Труворъ …
Княгиня Ольга ваҡытында (945—960) Изборск Псковтың ҡала сите була. X быуаттан XIII быуатҡа тиклем уның тураһында хәбәр булмай. Ҡала тураһында хәбәрҙәр 1233 йылдан немец рыцарҙарының һөжүме менән бәйле. Орден менән һуғыштар өс быуатҡа яҡын, XVI быуат башына тиклем дауам итә. Йыш ҡамауҙар, янғындар, рыцарҙарҙың һөжүм итеүе ҡәлғәнең яңы урынға күсеп ултырыуына сәбәп була
1330 йылда Избореск яңы урында Псков һәм Изборск халҡы менән берлектә посадник Селога Жеравья тауында төҙөй һәм шул ваҡыттан алып яңы ҡәлғә һигеҙ ҡамауға бирешмәй. Тәре йөрөтүселәр менән һуғышта Изборск Псков һәм Новгород республикаларының терәге данын яулай, хатта дошмандар уны «тимер ҡала» тип атай.
1510 йылда Изборск Псков менән бергә Рус дәүләтенә ҡушыла. Псковты ҡамау ваҡытында (1581) Изборск Речь Посполитая менән мәшғүл була, әммә буйынса Ям- Запольский (1582) килешеүе буйынса Мәскәүгә ҡайтарыла.
1565 йылда, батша Иван Грозный Рус дәүләтен опричнина һәм земщина бүлгәндә, ҡала һуңғыһы составына инә[10][11].
1708 йылда Изборск Ингерманланд губернаһына индерелә (1710 йылда Санкт-Петербург губернаһы тип үҙгәртелә). 1719 йылдан — Санкт-Петербург губернаһы Псков провинцияһының өйәҙ ҡалаһы , 1777 йылдан — Псков губернаһыныңштаттан тыш өйәҙһеҙ ҡалаһы 1920 РСФСР һәм Эстония Республикаһы араһында Тарту тыныслыҡ килешеүе буйынса Изборск Эстонияға күсә, Петсеримаа (эст. Petserimaa) өйәҙенең өлөшө һәм Ирбоск (шул Изборск улусы) улусының административ үҙәге, 1939 йылда Линнузе (эст. Linnuse vald) улусы итеп үҙгәртелә. 1940 йылда Эстония СССР-ға ҡушылғандан һуң ҡасаба Эстония ССР-ы административ сиктәрендә ҡала .
1941 йылдың авгусынан 1944 йылдың авгусына тиклем нацистик Германия оккупациялай (административ яҡтан Остланд Рейхскомиссариатына буйһона).
1945 йылдың ғинуарында РСФСР-ҙың Псков өлкәһенә тапшырыла
1966 йылда Изборскта «Андрей Рублев» фильмы төшөрөлә
Әлеге ваҡытта — туристик үҙәк. Дәүләт тарихи-мәҙәни һәм тәбиғи-ландшафт музейы-ҡурсаулығы (1996 йылдан).
Изборск XIV быуат ҡәлғәһе, Жеравий тауында урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта һаҡланып ҡалған иң боронғо ҡәлғәләрҙең береһе булып тора. Ҡәлғә диуарҙары менән кәртәләп алынған майҙандың территорияһы , 2,4 гектар тәшкил итә, таш стеналарҙың дөйөм оҙонлоғо - 850 метр, стенаның ҡалынлығы 3 м тиклем. Изборск ҡәлғәһе ансамбленә Колокольный, Луковка, Талавский (Плоскушка), Вышка, Рябиновка, Темнушка башнялары инә. Ҡәлғә стеналары тергеҙелгән, Луковка башняһында күҙәтеү майҙансығы ойошторолған
1962 йылдан архитектор Ю.В. Сусленников проекты һәм етәкселеге аҫтында реставрация һәм консервациялау эштәре алып барыла.
Изборсктың 1150- йәшлек юбилейына киң күләмле реставрация эштәре башҡарыла: ҡәлғә диуарҙары, манаралар, көнсығыш һайғауҙа хәрби юл, Луковка башняһында эсемлек мөгәрәбе, һыуға йәшерен йөрөү урыны. Бөтә объекттар ҙа тергеҙелгән һәм килеүселәр өсөн асыҡ[12].
Нығытма эсендә, төп инеү урынында Никола соборы — XIV быуаттың тәүге яртыһындағы архитектура ҡомартҡыһы урынлашҡан. 1341 йылда Псков йылъяҙмаһында беренсе тапҡыр телгә алына. 1849 йылда көнбайыш яғында манараһы төҙөлә, ул Ҡыңғырау башняһындағы туҙған ҡыңғырауҙы алмаштыра. Ҡорам әлеге көнгә тиклем эшләй.
Словен сығанағы Изборск ҡәлғәһенән алыҫ түгел Городище күле яры буйлап урынлаша. Был сығанаҡ тураһында тәүге яҙма телгә алыу ун етенсе быуатҡа ҡарай. Карст-ярыҡ сығанағы. Эзбизташ, балсыҡ ҡатламы аша үтә һәм һыуы фильтрләнә, таҙара, ләкин унда күп минераль тоҙҙар һәм кальцийҙар ҡала. Минераллашыу һыу бик ҙур, һәм ҡеүәт сығанағы булараҡ, ежесекундный дүрт литрға тиклем һыу ташланы.
Словен сығанағы православие изге әйбере һанала. Йыл һайын Божья Матерь иконаһы байрамында православие сиркәүе тарафынан изгеләндерелә.
Изборскта музей 1964 йылда ойошторола. Йәмәғәт башланғысында эшләй. Яҡты өйрәнеүсе Щербаков Сергей Алексеевич беренсе директоры була. Музей исеме менән Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры, академик Валентин Васильевич Седов тығыҙ бәйле, уның етәкселеге аҫтында 1971 йылда Изборскта планлы археология тикшеренеүҙәре башлана һәм археология әйберҙәренең уникаль коллекцияһы йыйыла. 1979 йылдан Оборона төҙөлөш музейы тип атала, уның етәксеһе Леонид Николаевич Панов була. 1993 йылда уның тырышлығы менән музей юридик шәхес статусын ала. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1996 йылда 43-сө «Псков өлкәһендә Изборск-Мальск үҙәненең тарихи-мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын һаҡлау буйынса саралар тураһында» ҡарарына ярашлы 7734 га майҙанда «Изборск» дәүләт тарихи-архитектура һәм тәбиғи-ландшафт музейы-ҡурсаулығы ойошторола. Уның территорияһында тарих, археология, тәбиғәт, культ һәм граждандар архитектураһының 181 ҡомартҡыһы урынлашҡан, шуларҙың 12 федераль әһәмиәткә эйә. «Изборск» музей-ҡурсаулығы составына «Печора ҡала тарихы музейы» филиалы һәм Сигово ауылында сето халҡының музей-усадьбаһы инә
Урындағы рәссам Павел Дмитриевич Мельниковтың ижадында ла Изборск мөһим урын биләй. Уның вафатынан һуң тыуған ҡалаһына бағышланған 200-ҙән ашыу эше уның үлеменән һуң ҡала[14][15].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.