Remove ads
Рәсәйҙә монархия осороноң закондар йыйынтығы From Wikipedia, the free encyclopedia
Иван IV-нең Судебнигы, 1550 йылғы Судебник — Рәсәйҙә сословиелы монархия осороноң закондар йыйынтығы; XVI быуаттағы рус хоҡуҡиәте ҡомартҡыһы, рус тарихында хоҡуҡиәттең берҙән-бер сығанағы тип иғлан ителгән беренсе норматив-хоҡуҡ акт. Рус Батшалығындағы беренсе Земство Соборында 1549 йылда Баярҙар думаһы ҡатнашлығында ҡабул ителгән. 1551 йылда Судебник батша Иван IV Грозный ойоштортҡан Стоглавый собор тарафынан раҫлана. 100 статьянан тора.
Иван IV-нең Судебнигы | |
Иван IV-нең Судебнигы Викимилектә |
Иван IV Судебнигы дөйөм дәүләт йүнәлешендә төҙөлгән, ул удель кенәздәрҙең суд башҡарыу өҫтөнлөгөн бөтөрә һәм үҙәк дәүләт суд органдарының әһәмиәтен күтәрә. Ошоноң менән 1550 йылғы Судебник 1497 йылғы Судебникта һалынған дәүләт идараһы һәм суд башҡарыуы йүнәлешен үҫтерә.
Наместниктарҙың һәм волостелдәрҙең власы сикләнә: «юлбаҫарҙар тураһындағы» эштәр губа старосталары юрисдикцияһына тапшырыла. Шуның менән быға тиклем төньяҡ өйәҙҙәрҙе генә солғаған губа реформаһы сиктәре киңәйә, ә реформа үҙе юридик нигеҙләмә ала. Наместниктар, волостелдәр, шулай уҡ батша тарафынан ҡалаларға һәм улустарға тәғәйенләнгән башҡа идарасылар халыҡ араһынан һайланған дворскийҙар, старосталар, ерле крәҫтиәндәр общинаһының иң яҡшы кешеләре ҡатнашлығынан тыш суд хөкөмө башҡара алмай. 62-се статьяла былай тиелә: «А боярам и детем боярским, за которыми кормление с судом боярским, и им судити, а на суде у них быти дворскому и старосте и лучшим людем». Һәр общинанан судта земство дьягы ла ҡатнашырға һәм улус кешеләренең эштәрен алып барырға тейеш була.
Үҙәк властың социаль базаһын нығытыу өсөн хеҙмәттәге сословиеның хоҡуҡтары киңәйтелә. Атап әйткәндә, хеҙмәт кешеләренең холоплыҡҡа күсеүе тыйыла; феодалдар менән бойондороҡло крәҫтиәндәр араһындағы мөнәсәбәттәр ентеклерәк көйләнә.
Хөкүмәт крәҫтиәндәрҙең хоҡуҡтарын һәм уларҙың йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуын киңәйтергә ынтылыш яһай. Крәҫтиән общиналарынан һайланған вәкилдәр тәфтиш барышында һәм суд башҡарыуҙа ҡатнашырға тейеш була. Наместниктар суд буйынса ла, судҡа тиклем дә крәҫтиәнде общинаның һайлап ҡуйылған начальниктарынан, старосталарынан һәм целовальниктарынан башҡа һаҡ аҫтына ала алмай.
Закон крәҫтиән общиналарына үҙидаралыҡты башҡарыу, һалымдарҙы бүлеү һәм тәртип һаҡлау хоҡуҡтарын бирә.
Судебник крәҫтиәндәрҙең ирекле күсеү хоҡуғын да раҫлай. Крәҫтиәндең күсеүе тураһындағы статьяла билдәләнеүенсә, «пожилое» һәм «повоз» өсөн түләүҙән башҡа пошлиналар юҡ. Хужа ошо ике пошлинаны түләгән крәҫтиәнде тотҡарларға хоҡуҡлы булмай.
Судебник крәҫтиәнде ихтыярһыҙлап холопҡа әйләндереүҙе тыя.
Судебник йәмғиәттең һәр ағзаһының намыҫын яҡлай, әммә «намыҫҡа тейгән» (һүҙ йә ғәмәл менән кәмһеткән) өсөн штрафтар айырыла. Баярҙың намыҫына тейгән өсөн — 600 һум, дьяк өсөн — 200 һум, беренсе дәрәжәле сауҙагәр өсөн — 50 һум, посад кешеһе өсөн — 5 һум, крәҫтиәнде кәмһеткән өсөн 1 һум штраф түләтеү ҡарала. Ҡатын-ҡыҙҙы кәмһеткән өсөн штраф уның дәрәжәһендә булған ир-атты кәмһеткәнгә ҡаралғандан ике тапҡырға артығыраҡ түләнергә тейеш була[1].
Судебник ҡабул иткәнгә тиклем үтә буталсыҡ эштәр бәхәсле яҡтарҙың көс һынашыуы, йәғни «поле», менән хәл ителә алған. Алышта еңеүсе эште отто тип һаналған. Судебник бындай һынауҙар үткәреүҙе сикләй. "Поле"ны яугир кеше яугир булмаған кеше (мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт йә үтә үҫмер, ауырыу кеше) менән үткәрә алмай. Үҙе урынына «ялланма» сығара ала. Судебник эштә еңеүсене генә түгел, шаһиттар күрһәтмәләренең ышаныслылығын билдәләү өсөн дә "поле"ны ҡуллана алған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.