From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәүләтбәков Артур Хәсән улы (25 ғинуар 1971 йыл) — журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006 йылдан «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире. 2010—2020 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).
Дәүләтбәков Артур Хәсән улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
журналистика, йәмәғәт эшмәкәрлеге |
Атаһы |
Хәсән Ғәлиәкбәр улы |
Әсәһе |
Фәниә Заһит ҡыҙы |
Тормош иптәше |
Лилиә Фәрит ҡыҙы |
Артур Хәсән улы Дәүләтбәков 1971 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Үтәғол (Ҡыуат) ауылында тыуған. Беренсе класты Ибрай мәктәбендә уҡый, артабан Иҙәш ауылына күсеп баралар. 1987 йылда Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат—мәктәпте (1994 йылдан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлай[1]. Шул уҡ йылда Өфө авиация институтына уҡырға инә. Күңеле әҙәбиәткә нығыраҡ тартылғанға, икенсе йылда уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына күсә.
Әсәһе Фәниә Заһит ҡыҙы — башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, атаһы Хәсән Ғәлиәкбәр улы — тарих уҡытыусыһы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.