From Wikipedia, the free encyclopedia
Дубовский Анатолий Николаевич (7 ноябрь 1950 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Дубовский Анатолий Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1950 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Могилёвская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Анатолий Николаевич Дубовский 1950 йылдың 7 ноябрендә Белоруссияның Могилёв өлкәһе Ново-Елковщина ауылында тыуған. Милләте белорус, юғары белемле — 1976 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1970 йылда, Өфө энергетика техникумын тамамлағас, Өфөләге ТЭЦ-2-лә слесарь булып башлай. 1970—1972 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтҡас, «Башкирэнерго» предприятиеһында слесарь, мастер, профком рәйесе, партком секретары булып эшләй.
1986—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Калинин районы Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм рәйесе була.
1990 йылдан — «Акасстрой» берләшмәһенең генераль директоры[1] Өфө ҡалаһының Калинин районы 13-сө Фурманов һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.[2]
Өйләнгән, ҡыҙ һәм ул үҫтергән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.