Цзянси
From Wikipedia, the free encyclopedia
Цзянси (ҡытайса 江西, пиньин телендә Jiāngxī) — Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығыш провинцияһы. Административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы — Наньчан. Халҡы — 44 567 475 кеше (2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса провинциялар араһында 13-сө урында).
Ил | |
---|---|
Статус |
Провинция |
Административ үҙәк |
Наньчан |
Эре ҡалалары |
Наньчан |
Губернатор |
Хуан Чжицюань |
ҠКП секретары |
Мэн Цзяньчжу |
Халҡы (2010) |
44 567 475 (13 урын) |
Тығыҙлығы |
260,57 кеше/км² (19 урын) |
Майҙаны |
171 041 км² (17 урын) |
Ваҡыт бүлкәте |
UTC+8 |
Аббревиатура |
赣 (Gàn) |
Код ISO 3166-2 |
CN-36 |
Рәсми сайты | |
География
Дөйөм майҙаны – 171 041 км² (17-се урын).
Бөтә донъя мираҫы исемлегенән провинцияла ошондай объекттар урынлашҡан: Саньциншань милли паркы, Лушань милли паркы, Уи тауы.
Тарих
Провинция Гань йылғаһы буйлап урынлашҡан, борон был ерҙәр аша Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөнә төп юл үткән. Был тауҙар аша үткән иң уңайлы юлдарҙың береһе булған.
Боронғо Ҡытайҙа был ерҙәргә цивилизация килеп етмәгән, шулай ҙа күҙаллауҙар буйынса Юэ халҡы йәшәгән. Һуңыраҡ Яҙ һәм Көҙ дәүерендә бында У батшалығының көнбайыш өлөшө урынлашҡан булған. Ай (艾) һәм По (番, һуңынан 潘) ҡалалары тураһындағы яҙыуҙар һаҡланып ҡалған. Һуңыраҡ У батшалығының ерҙәрен Юэ батшалығы биләй, төньяҡ өлөшөн Чу батшалығы баҫып ала. Беҙҙең эраға тиклем 333 йылда Чу Юэны еңә, ә беҙҙең эраға тиклем 221 йылда провинцияның ерҙәре Цин берҙәм империяһына инә.
Өлкә әүҙем үҙләштерелә башлай, күсеп килеүселәр күп кенә тораҡ пункттар төҙөй.
Хань дәүләте ойошторолған саҡта, 8 өйәҙ территорияһы берләштерелә. Ючжан тип аталған был провинция яҡынса хәҙерге Цзянси провинцияһы биләмәһенә тура килә.
Исеме | Урынлашҡан ере | |
---|---|---|
Наньчан | 南昌 | Nanchang municipality |
Лулин | 廬陵 | Ji’an municipality |
Пэндзе | 彭澤 | Hukou County |
Поян | 鄱陽 | Poyang County |
Юхань | 餘汗 | northeast of Yugan County |
Чайсан | 柴桑 | southwest of modern Jiujiang |
Гань | 贛 | Ganzhou municipality |
Синьгань | 新淦 | Zhangshu municipality |
Наньчен | 南城 | east of Nancheng County |
Ючинь | 宜春 | Yichun municipality |
Юду | 雩都 | northeast of Yudu County |
Ай | 艾 | west of Xiushui County |
Анпин | 安平 | southeast of Anfu County |
Хайхунь | 海昏 | Yongxiu County |
Лилин | 曆陵 | east of De’an County |
Цзянчен | 建成 | Gao’an County |
Саоян | west of Duchang County | |
Нанье | southwest of Nankang County |
Тан династияһы ваҡытында (исеменә ярашлы «йылғанан көньяҡҡа») Янцзы йылғаһының көньяғынан урынлашҡан, әлеге Цзянси провинцияһын да ҡушып, Цзяннань провинцияһы барлыҡҡа килә. 733-сө йылда Цзяннань провинцияһы көнсығыш һәм көнбайыш өлөшөнә бүленә, көнбайыш яғы Цзянси исемен ала (Йылғаның көнбайыш өлөшө).
Ул ваҡытта провинция 9 өйәҙгә (чжоу) бүленгән булған:
|
|
Аҙаҡ та провинцияның төҙөлөшө бик күп тапҡырҙар үҙгәртелә.
Цин династияһы ҡолағандан һуң провинция Ҡытай коммунистарының һәм революция яғына күскән крәҫтиәндәрҙең таянысы була. 1927йылдың 1 авгусында Наньчян ихтилалы була. Һуңыраҡ провинцияның бер өлөшөн коммунистар яулап ала, 1931 йылда, «Ҡыҙыл баш ҡала» тип йөрөтөлгән, үҙәге Жуйцзине лә булған Ҡытай Совет Республикаһы ойошторола. 1935 йылда, бер-бер артлы еңелеүҙәрҙән һуң, коммунистар ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм легендар 8-се Армияның Яньангә Бөйөк походы башлана.
Административ ҡоролошо
Цзянси провинцияһы 11 ҡала округына бүленә:
Иҡтисад
Мәҙәниәт
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.