From Wikipedia, the free encyclopedia
Джеймс Дин (ингл. James Byron Dean; 8 февраль 1931 йыл — 30 сентябрь 1955 йыл) — Америка актёры.
Джеймс Дин | |
James Dean | |
![]() Дин «Ожмахтан көнсығышҡа» фильмында (1955) | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Мэрион, Индиана, АҠШ |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Чоламе, Калифорния, АҠШ |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
1951—1955 |
IMDb | |
Джеймс Дин Викимилектә | |
Джеймс Ба́йрон Дин 1931 йылдың 8 февралендә Индиана штатының Мэрион ҡалаһындағы «Seven Gables» ҡунаҡханаһында тыуған. Ул фермер Уинтон Диндың һәм Милдред Мэри Уилсондарҙың балалары. Шәжәрәләрендә ата-әсәләренең төп сығышы инглиздәр, шулай ҙа әҙ генә шотланд, ирланд һәм валлий ҡандары ла ҡатышҡан. Алты йылдан һуң Уонтон Дин фермерлыҡ эшен ташлай. Дантист булып китә. Диндар Калифорния штатының Санта-Моникаға күсенә. Ғаилә бында бер нсә йыл йәшәй. Малай Брэнтвуда дөйөм мәктәбендә уҡый башлай. Малай әсәһе Милдред менән бик һәйбәт мөнәсәбәттә була. Таныштары улар тураһында: « малайҙы аңлай белеүсе берҙән бер кешеһе ине», тиҙәр.[4] Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһе уға туғыҙ йәш булғанда яман шеш ауырыуынан үлеп ҡала. Атаһы, малайҙы тәрбиәләүгә мөмкинселектәре булмау сәбәпле, уны һылыуы Ортензия һәм кейәүе Маркусҡа вәлиәтлеккә (попечительство) бирә. Улар Индиана штатының Фэйрмаунт ҡаласығында фермала йәшәй. Малай унда квакерҙарҙа дини тәрбиә ала. Ул унда сиркәү руханийы Джеймс ДиУирд менән дуҫлаша. Малайға мөнәсәбәте көслө була. Уның тәьҫире аҫтында үгеҙҙәр алышына, уҙыштарға, актёрлыҡ һәләтенә ҡыҙыҡһыныуы арта.[5]. Дин мәктәптә һәләтле актёр булып иҫәпләнә. Шулай ҙа ул беренсе класлы спортсы ла була. Бейсбол һәм баскетбол уйындарында уңыштар ҡаҙана. Бе үк ваҡытта драматика сәнғәтен өйрәнә, мәктәптә бәхәсле дебаттарҙа ҡатнаша. Фэйрмаунтта 1949 йылдың 16 майында мәктәпте тамамлағас, инглиз породалы һунар эте Макс менән Калифорнияға атаһы менән үгәй әсәһе ҡарамағына ҡайта. Санта-Моника колледжына уҡырға керә. Унда хоҡуҡ белгесе белемен үҙләштерә. Аҙаҡ Калифорния университетына күсә. [6] үҙен тулыһынса актёрлыҡ һөнәрен үҙләштереүгә бағышлай. Шул айҡанлы атаһы менән һүҙгә килешәләр. Дин «Сигма Ню» дини йәмғиәтенә керергә ниәтләй, тик унда бағышлауҙан үтмәй. Калифорния университетында уҡыған осорҙа ул 350 актёрҙы аша атлап Малькльомдың «Макбет» спектакелендә ҡатнашыу хоҡуғы ала. Был ваҡытта Дин Джеймс Уитмор труппаһында сығыш яһарға башлаған була. 1951 йылдың ғинуарында ул Калифорния университетын ташлай һәм актёрлыҡ карьераһында ғына шөғөлләнә.[7]
Дин был самым талантливым актёром, которого я когда-либо видел. Он также был настоящим партизаном, который объявлял войну каждому, кто пытался сдерживать его эмоции. Однажды, переругавшись с режиссёром, он достал выкидуху, приставил тому к горлу и сказал: «Я же тебя убью, сучонок». Я стараюсь подражать Дину во всем — в кино и в жизни. Поэтому у меня так много неприятностей[8].
Диндың телевидениенан тәүге сығыштары Pepsi Cola тәҡдимләүҙән (реклама) башланған.[9] Ул шулай итеп телевидениенан төрлө сығыштар менән шөғөлләнә башлай, колледждағы уҡыуын ҡалдыра, һәм актёрлыҡ карьераһы менән йәшәй башлай. «Hill Number One» пасха шоу ваҡытында Джон ролендә ҡатнаша. Шулай уҡ ҡыҫҡа фильмдәрҙә лә төшә башлай. Ул «Һөңгөләрҙе яҡынайтырға !», «Минең ҡыҙыҡайҙы берәйегеҙ күрмәнеме?» и «Һаҡлан, моряк» фильмдәрендә ҡатнаша.[10][11]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.