From Wikipedia, the free encyclopedia
Гәрәев Әүфәр Миңлеғәзим улы (28 октябрь 1946 йыл) — ғалим-географ-гидролог. География фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡортостан Республикаһы һыу хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010). Географик экология фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы[1].
Әүфәр Миңлеғәзим улы Гәрәев | |
Тыуған көнө |
28 октябрь 1946 (78 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡортостан АССР-ы, Ҡандра районы, Сәйрән ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Башҡорт дәүләт педагогия университеты, |
Альма-матер |
Ташкент университеты |
Ғилми дәрәжәһе |
география фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Әүфәр Миңлеғәзим улы Гәрәев 1946 йылдың 28 октябрендә Башҡортостан АССР-ы Ҡандра районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) Сәйрән ауылында тыуған[2].
1970 йылда Ташкент университетының география факультетын тамамлаған.
1972 йылдан Өфөлә «Южуралгипроводхоз» институты Башҡортостан филиалында эшләй:
1982—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, география кафедраһы мөдире була[2].
1990 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, гидрология һәм геоэкология кафедраһы мөдире була, бер үк ваҡытта 2000—2012 йылдарҙа Башҡортостан һыу хужалығы ғилми-тикшеренеү директоры вазифаһын башҡара[1].
Фәнни эшмәкәрлеге геоэкология, тәбиғәтте һаҡлау, экологик мониторинг өлкәһендә тикшеренеүҙәр, Башҡортостан Республикаһының һәм уның менән сиктәш төбәктәрҙең һыу ресурстарының үҙенсәлектәрен, антропоген факторҙарҙың һыу экосистемаларына йоғонтоһон өйрәнеүгә бәйле. Әүфәр Гәрәев мелиорацияланған ерҙәрҙең режимы, тәбиғәт комплекстарының деградация үҙенсәлектәрен өйрәнә, һыуҙы оптималь файҙаланыуҙың һәм Башҡортостан Республикаһы йылғалары бассейны буйынса һыу һаҡлау саралары системаһы варианттары, һаҡланыусы тәбиғәт территориялары системаһын, акваль комплекстарҙы географик‑экологик баһалау методикаһы эшләнелә. 300-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар авторы[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.