From Wikipedia, the free encyclopedia
Гоц Сергей Степанович (9 март 1954 йыл) — ғалим-радиофизик, физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991).
Гоц Сергей Степанович | |||||||
Тыуған көнө | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
БАССР Бәләбәй ҡалаһы | ||||||
Гражданлығы | |||||||
Эшмәкәрлеге |
радиофизика | ||||||
Наградалары һәм премиялары |
| ||||||
Гоц Сергей Степанович 1954 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһында тыуа. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1984—1988 йылдарҙа шул уҡ университетта өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1984 йылда Ленинград дәүләт университетының «Ярымүткәргестәр һәм диэлектриктар» кафедраһында «Көслө электр яланында ярымүткәргес өҫлөгөндә флуктацион ток процесстары» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1992 йылдан Башөорт дәүләт университетында «Физик электроника» кафедраһы доценты.
1998 йылда Мәскәү дәүләт университетының «Радиофизика» кафедраһында «Микро- и наноэлектрон эмиссия приборҙарында флуктуация процестары» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2000 йылдан Башҡорт дәүләт университетында «Физик электроника һәм нанофизика» кафедраһы профессоры.
Гоц Сергей Степанович статистик радиофизика, физик системаларҙа флуктуация күренештәре, ғәмәли радиотехника, элемтәнең дөйөм теорияһы, дискрет элемтә тапшырыу селтәре һәм системаһы, сигналдарҙы цифрлы эшкәртеү кеүек фәндәрҙе уҡыта.
Фәнни хеҙмәттәре ярымүткәргестәр һәм диэлектриктар физикаһы, статик радиофизика, сигналдарҙы цифрҙар аша эшкәртеүсе автоматик системаларҙы программалаштырыуға бәйле. Гоц металл булмаған материалдарҙың электростатик һәм электрофизик характеристикаларын үлсәү алымдарын һәм ҡорамалдарын, электростатик ҡырҙың көсөргәнешлелеген үлсәү өсөн ЦМИЭП-3 приборын һәм башҡаларҙы уйлап таба. Гоц 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.