Гадолиний

From Wikipedia, the free encyclopedia

Гадолиний

Гадолиний (яңы лат. Gadolinium), Gd — химик элемент, лантаноид, атом һаны — 64, атом массаһы — 157,25.

Ҡыҫҡа факттар Масса, Кем хөрмәтенә аталған ...
Гадолиний
Thumb
Масса 157,249 ± 0,002 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Юхан Гадолин[d][2]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән xenotime-(Gd)[d], lepersonnite-(Gd)[d] һәм monazite-(Gd)[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Жан Шарль Галиссард Мариньяк[d][2]
Асыу датаһы 1880[2]
Элемент символы Gd[3]
Химик формула Gd[4]
Каноническая формула SMILES [Gd][4]
Атом һаны 64[2]
Электр кирелеге 1,2
Ионный радиус 0,94 ангстрем[5] һәм 1,05 ангстрем[5]
 Гадолиний Викимилектә
Ябырға

Тарихы

Гадолиний 1880 йылда Жан де Мариньяк тарафынан асылған, ул спектроскопик яҡтан тикшереп, һирәк ер элементтары оксидтары ҡатнашмаһында яңы элементтың булыуын иҫбатлай. Элемент фин химигы Юһан Гадолин исеме менән аталған.

Тәбиғәттә

Гадолиний кларкы ер ҡабығында (Тейлор буйынса) — 8 г/т, океан һыуҙарында йөкмәткеһе — 2,4⋅10-6 мг/л4⋅10-6 мг/л.

Ятҡылыҡтары

Гадолиний лантаноид мәғдәндәре составына инә.

Сығарып алыу

Элементты гадолиний фторидын йәки хлоридын (GdF3, GdCl3) кальций менән тергеҙеп алалар.

Гадолиний ҡушылмаларын һирәк ер металдарының оксидтарын фракцияларға бүлеү юлы менән табалар.

Хаҡы

Сафлығы 99,9 % металлик гадолиний хаҡы 2014 йыл аҙағына 1 кг 132,5 АҠШ долл. тәшкил итә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Гадолинит

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.