совет һәм молдова театр һәм кино актёры From Wikipedia, the free encyclopedia
Михай (Михаил) Ермолаевич Волонтир (молд. Mihai Volontir; 9 март 1934 йыл — 15 сентябрь 2015 йыл) — СССР һәм Молдова театр һәм кино актёры, театр режиссёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1984). Прапорщик Волентир һәм сиған Будулай ролдәре менән айырыуса билдәлелек ала.
Михай Волонтир | ||||
молд. Mihai Volontir | ||||
Исеме: |
Михай Ермолаевич Волинтир | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
| |||
Вафат урыны: |
Кишинёв, Молдавия | |||
Һөнәре: |
актёр
, | |||
Гражданлығы: | ||||
Әүҙем йылдары: | ||||
Театр: |
Василе Александри исемендәге милли театр | |||
Наградалары: |
|
Михай Волонтир 1934 йылдың 9 мартында ул ваҡытта Румыния короллеге составына ингән Глинжены ауылында (хәҙерге Молдованың Шолданешт районы) тыуған.
Актёрҙың үҙе һөйләүенсә, ул, Орхей жудецының Олишканы коммунаһына яҡын ерҙә, урмансы Ермолай Васильевич Волинтир өйөндә тыуған. Һуңыраҡ сельсоветта документтарҙы алмаштырған саҡта, административ берәмектең атамаһын ғына түгел, фамилияһын да боҙоп яҙғандар. Глинжены ауылында Волинтир фамилиялы ғаиләләр Волонтир булып киткән[1].
18 йәшендә Попоуцы ауылы мәктәбендә уҡыта. 1955 йылда Орхей педагогия училищеһын тамамлай һәм Резина районы Липчены ауылында клуб мөдире вазифаһында эш башлай[2].
1957 йылда, республика үҙешмәкәр смотрынан һуң, Бельцтарҙағы Александри исемендәге Музыкаль-драма театрына актёрлыҡҡа өйрәнеү төркөмөнә саҡырыла (хәҙер Василе Александри исемендәге Милли театр), ә һуңынан ошо театрҙың актёры булып китә[2].
Театрҙа уның дебюты В. Александриҙың «Кирица в Яссах» исемле комедияһында фигурант роле була. Театрҙа ул 120-нән артыҡ төп роль уйнай[2].
Театр һәм эстрада сәхнәләрендә, кинофильмдарҙа, радио һәм телевидениела йырлай. Уның фонотекаһында хәҙерге ваҡытта шлягер булып танылған 50-нән артыҡ йыр бар[1].
1967 йылда кинола төшә башлай. «Айырым иғтибарға лайыҡ зона» («Зона особого внимания») (1977) фильмы киң билдәле, унда төп ролдәрҙе Михай Волонтир (прапорщик Волентир) һәм Борис Галкин (лейтенант Тарасов) башҡара. 1981 йылда экрандарға сыҡҡан «Яуап йөрөшө» («Ответный ход») фильм-дауамында төп ролде шул уҡ актёрҙар уйнай.
Иң киң танылыуҙы Волонтирға күп сериялы «Сиған» (1979) фильмы алып килә, был фильмда актёр ирек һәм бәхет артынан ил гиҙгән сиған Будулай ролен башҡара. Фильм тамашасыларҙа ҙур уңыш ҡаҙана һәм 1985 йылда фильмдың дауамы — «Будулайҙың ҡайтыуы» — донъя күрә.
СССР кинематографистар Союзы ағзаһы[3].
Бөтә Союзда билдәле һәм данлыҡлы булыуына ҡарамаҫтан, Михай Волонтир бер ҡасан да үҙенең Бельцы ҡалаһын ташлап китмәй, Василе Александри исемендәге Милли театрҙа уйнауын һәм режиссура менән шөғөлләнеүен дауам итә. 2009 йылда унда Б. Хашдеуҙың «Май төнөндәге төш» («Сон в майскую ночь») пьесаһы буйынса музыкаль комедия сәхнәлештерә. 2014 йылда экрандарға М. Волонтирҙың тормошо һәм ижады тураһында беренсе документаль фильм сыға[4]
Молдавия ССР-ы Юғары Советының XII саҡырылышы (1990—1993) депутаты, Волонтирҙың депутатлыҡ осоронда, 1991 йылдың 27 авгусында, Молдова Республикаһы Бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул ителә. Национал-демократ. Молдова дәүләтселеге яҡлаусыһы булараҡ, Молдавия ССР-ы Юғары Советында (1990 йылдың апрелендә) «ҡәһәр һуҡҡан рус оккупанттарына» ҡаршы һәм «мәҙәниәтле молдова теле» яҡлы сығыштары арҡаһында билдәлелек яулай[5][6][7]. Артабанғы тормошонда ул 90-сы йылдар дәүерен «юғалған йылдар» тип һанай[8].
Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул диабетик ангиопатия һәм ретинопатия ауырыуҙары менән ҡатмарлашҡан шәкәр диабеты менән яфалана. 1990 йылдар аҙағынан алып бер нисә операция үткәрә. Операциялар Санкт-Петербургтың Хәрби-медицина академияһында эшләнә. Актёрға финанс ярҙамын Мәскәү Хөкүмәте, Молдова Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй эшҡыуарҙары, театр йәмәғәтселеге һәм элекке Союздың төрлө тарафтарынан уның ижадының тоғро табыныусылары[9][10] күрһәтә.
Вафатынан алда ике айҙан ашыу Бельцы ҡалаһында стационарҙа, һуңынан Кишиневта Республика клиник дауаханаһында дауалана[11], шунда уҡ 2015 йылдың 15 сентябрендә вафат була[2][12][13][14][15]. Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.