From Wikipedia, the free encyclopedia
Власов Александр Васильевич (6 ноябрь 1926 йыл — 28 февраль 2017 йыл) — төҙөлөш производствоһын ойоштороусы. 1968—1978 йылдарҙа Өфөләге 21-се төҙөлөш тресы идарасы. Башҡортостанда бер нисә эре сәнәғәт объекттарын төҙөү менән етәкселек итә. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.
Власов Александр Васильевич (төҙөүсе) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 ноябрь 1926 |
Тыуған урыны | Казеевка[d], Петровский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 28 февраль 2017 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Уҡыу йорто | Пенза дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Власов Александр Васильевич 1926 йылдың 6 ноябрендә Казеевка ауылында (хәҙер Пенза өлкәһе Пенза районы). Уның атаһы Власов Василий Иванович (1905—1973) — Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Александр Васильевичтың әсәһе, Власова Мария Кирилловна (1907—1976), хужабикә була.
1944 йылда Александр Пенза ҡалаһының 7-се урта мәктәбен тамамлай.
А. В. Власов етәкселегендә 21-се трест тарафынан төҙөлгәндәр:
Власов Александр Васильевич Главбашстрой начальнигы урынбаҫары вазифаһында Байкал- Амур магистраленең Верхнезейск ҡасабаһында төҙөлгән ҡасабалар өсөн яуаплы була, унда башҡорт төҙөүселәре тарафынан торлаҡ секторы һәм инфрастурктура объекттары төҙөлә.
А. В. Власов эре производство комплекстарының төҙөлөшө буйынса етәкселектең яңы системаһын эшләй һәм практикаға индерә; уның нигеҙендә график селтәрҙәр ысулы һалына. Улар бөтә производство циклын тулыһынса контролдә тотоуҙы тәьмин итә һәм төҙөлөш барышын күҙалларға мөмкинлек бирә Етәкселек итеүҙә новаторлыҡ алымдарын ҡулланып, 21-се һанлы трест коллективы тармаҡта эш һәм сафҡа индерелгән объекттарҙың күләме буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә
Ҡатыны Власова Валентина Васильевна (тыумыштан фамилияһы — Сергеева; 1933 йылда тыуған), инженер — төҙөүсе, ире менән күп йылдар Өфөнөң 21-се тресында бергә эшләй. Ике ҡыҙы ла Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Власова Наталья Александровна (1956 йылда тыуған) — терапевт, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры. Власова Татьяна Александровна (1960) — табип-юғары категориялы кардиолог. Ейәнсәре — Иванова Мария Евгеньевна (1980), ӨДНТУ-ны тамамлаған һәм ошо университетта уҡыта. Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгес, социология фәндәре кандидаты, доцент. Ейәндәре — Ступалов Александр Дмитриевич (1986), шулай уҡ ӨДНТУ тамамлаған, инженер-нефтсе.
Александр Васильевич йәш сағында конькиҙа уҙыш спорты менән мауыҡҡан. Инженер-төҙөүсе. В. Власов ял сәғәттәрендә классик музыка һәм совет композиторҙарының йырҙарын тыңларға ярата. Өлгөрөү йылдарында Александр Васильевичтың төп шөғөлө — тарихи әҙәбиәт уҡыу.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.