From Wikipedia, the free encyclopedia
Фла́вий Вале́рий Авре́лий Константи́н, Константи́н I, Бөйөк Константи́н (лат. Flavius Valerius Aurelius Constantinus; 27 февраль 272, Ниш (Наисс), Мёзия — 22 май 337, Никомедия) — рим императоры.
Флавий Валерий Аврелий Константин | ||
Flavius Valerius Aurelius Constantinus | ||
| ||
---|---|---|
306 — 337 | ||
Алдан килеүсе: | Констанций Хлор һәм Галерий | |
Дауамсы: | Констанций II, Констант һәм Константин II | |
Дине: | йәш сағында — боронғо рим дине, аҙаҡ — христианлыҡ, ҙүмеренең аҙағында суҡына | |
Тыуған: | 27 февраль 272 Наисс, Мёзия | |
Үлгән: | 22 май 337 (65 йәш) Никомедия | |
Ерләнгән: | Церковь Апостолов[d] | |
Нәҫел: | Константин | |
Исеме: | лат. Flavius Constantinus | |
Атаһы: | Констанций I Хлор | |
Әсәһе: | Елена | |
Ҡатыны: | Минервина, Фауста | |
Балалары: | Константина, Елена, Крисп, Константин II, Констанций II, Констант. | |
Рим императоры итеп 306 йылда атаһы Констанций Хлорҙың вафатынан һуң, ғәскәр тарафынан август итеп тәғәйенләнә. 312 йылда Мульвий күпере янындағы алышта Максенцийҙы һәм 324 йылда Лицинийҙы еңгәненән һуң, Рим дәүләтенең берҙән-бер тулы хоҡуҡлы хакимы була; христианлыҡты өҫтөнлөклө дин яһай, 330 йылда дәүләттең баш ҡалаһын Византийға күсерә һәм уны Яңы Рим тип, һуңғараҡ үҙенең хөрмәтенә Константинополь тип үҙгәртә, яңы дәүләт ҡоролошо барлыҡҡа килтерә. Рим империяһында доминат системаһы булдырыу, йәки императорҙың сикләнмәгән власын урынлаштырыу Константин I исеме менән бәйле. Монарх быға тиклем күрелмәгән хөрмәттәр менән файҙалана башлай. Константин ҡайһы бер христиан сиркәүҙәре тарафынан апостолдарға тиң изге булараҡ ҡабул ителә (Святой Равноапостольный царь Константин)[1]. Шул уҡ ваҡытта Рим-католик сиркәүе уның исемен үҙенең изгеләр исемлегенә оҙаҡ ваҡыт индермәй[2][3], Брест унияһынан һуң Константин исеме Католик сиркәүҙең изгеләр исемлегенә индерелә, ул хәҙерге ваҡытта көнсығыш ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡулланған ҡорамдарҙа 21 майҙа йәки 3 июндә апостолдар йөҙөнә тиң хөрмәт ителә[4] иҫтәлеге 21 май йәки 3 июнь[5].
Константин үҙе христианлыҡты үлер алдынан ғына ҡабул итә.
Константин (Флавий Валерий Аврелий Константин) Үрге Мёзия провинцияһының Наисс (хәҙерге Ниш) ҡалаһында 272 йылдың 27 февралендә тыуған. Уның атаһы Констанций I Хлор (Флавий Валерий Констанций Хлор) аҙаҡтан цезарь булған. Әсәһе — Елена, конкубинаһы, сығышы менән ябай ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ[6]. Тарихсылар яҙыуынса атаһы бик йомшаҡ күңелле, тыныс холоҡло була[7]. Шул уҡ ваҡытта христиандарға ла түҙеп ҡараған. Ҡатыны ла христиан динендә булған. Артабан Констанцийға ҡатыны менән айырылып, императорҙың үгәй ҡыҙына өйләнергә тура килә[8]. Был никах һөҙөмтәһендә, Константиндың бер атанан өс туған ҡустыһы (Өлкән Далмаций, Юлий Констанций, Аннибалиан) һәм бер атанан өс һеңлеһе (Анастасия, Констанция I, Евтропия II) була[8].
Үҫмер йылдарында Константин армияла Никомедиялағы Диоклетианда хеҙмәт итә. Фарсы иле һәм Мысыр походтарында ҡатнаша[9].
285 йылда император Диоклетиан империя менән яңы идара итеү системаһын раҫлай, уға ярашлы власта бер түгел, ә дүрт хаким була, уларҙың икеһе август (өлкән император), ә башҡа икеһе цезарь (кесе) тип атала. 20 йылдан һуң август идаралығы цезарҙәр файҙаһына хакимлыҡтан баш тартыр тип фаразлана, улар, үҙ сиратында, үҙҙәренә вариҫтар билдәләргә тейеш була. Шул уҡ йылда Диоклетиан үҙенә хакимдаш итеп Максимианды һайлай, уға идара итеү өсөн империяның көнбайыш өлөшөн бирә, ә үҙенә көнсығышты ҡалдыра. 293 йылда августар үҙҙәренә вариҫ һайлай. Шуларҙың береһе шул саҡта Галлияның префекты булған Константиндың атаһы Констанций була, икенсе урынды христиандарҙы һуңғараҡ ҡаты йәберләүсе Галерий биләй. 305 йылда, 20 йыл үткәс, тетрархия урынлаштырылғандан һуң, ике август та отставкаға сыға һәм Констанций I, Хлор Галерий менән, империяның тулы хоҡуҡлы хакимдары булып ҡала (беренсеһе көнбайышта, ә икенсеһе көнсығышта). Был ваҡытҡа Констанцийҙың һаулығы ныҡ ҡаҡшай, һәм уның хакимдашы уның тиҙ үлеменә өмөт итә. Үлеменең яҡынлашыуын һиҙенеп, Констанций, был мәлдә көнсығыш Никомедия баш ҡалаһы авгусында аманат тиерлек сифатта тороусы улы Константинды күргеһе килә. Галерий Константинды атаһына ебәргеһе килмәй, сөнки яугирҙарҙың уны август тип иғлан итеүҙәренән ҡурҡа, был, әлбиттә, императорҙың планына инмәй. Ул, Константин урынына үҙенең кешеһе Флавий Северҙы ҡуйып, бөтә империяны үҙенә буйһондорорға теләй. Галерий башта Константинға атаһына барыуын рөхсәт итә, әммә тиҙ генә кире уйлай һәм Константинды туҡтатырға бойороа, ләкин Константин Британияға атаһы янына киткән була. Атаһы Констанций I вафатынан һуң, армия 306 йылда Эборак ҡалаһы янында (хәҙерге Йорк ҡалаһы, Бөйөк Британия) Константинды император тип иғлан итә[10].
Ирекһеҙҙән, Галерийға бының менән килешергә тура килә, тик Константин артыҡ йәш, тигән һылтау менән, уны бары цезарь тип кенә таный. Север Флавийҙы иһә август итеп тәғәйенләй. Формаль рәүештә Константин Флавий Северҙың ҡул аҫтындағы позицияны биләй, әммә ысынында ул былай булмай. Константин резиденцияһы урынлашҡан Галлияла, уның үҙенә шәхсән тоғро легиондар тора, уның атаһының йомшаҡ һәм ғәҙел сәйәсәте арҡаһында провинция халҡы уға ышана. Ә Флавий Северҙың ундай ныҡлы нигеҙе булмай.
306 йылда Римда ихтилал була, уның барышында тәхеттән баш тартҡан Максимиандың улы Максенций власҡа килә. Константин, Флавий Северҙы юҡ итеүҙә Максенцийҙы ҡулланыу өсөн, уның менән килешеүгә бара. Ихтилалды баҫтырырға маташып, Север Римды ҡамай, әммә уны ала алмай һәм яҡшы нығытылған Равеннаға сигенә. Власҡа кире килгән Максимиан, улын цезарь тип иғлан иткәндән һуң, хәйлә ҡора. Ул Северҙы, уның яҡындары араһында уға ҡарата заговор ойошторолған, әгәр Максимиан шәфҡәтенә бирелһә, уның ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡтар, тип ышандыра. Север бирелгәндән һуң, уны Римға алып киләләр һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙы талап итәләр. Уның үлеменән һуң, император Галерий үҙе ихтилалды баҫтырырға маташа. Ул Италияға баҫып инә, әммә Рим һәм Равеннаның нығытмалары алдында бер ни ҙә эшләй алмай. 308 йылда Север урынына Лицинийҙы Көнбайыш августы итеп иғлан итә, ул тик Балҡан провинцияларын ғына контролдә тота. Ошо уҡ йылда цезарь Максимин Даза үҙен август тип иғлан итә, һәм Галерийға шул уҡ титулды Константинға ла бирергә тура килә (сөнки быға тиклем улар икеһе лә цезарь була). Шулай итеп, 308 йылда империя бер юлы 5 тулы хоҡуҡлы хаким власы аҫтында була.
Тиҙҙән Максимиан, улы менән власть уртаҡлашырға теләмәй, Римды ҡалдыра һәм Арелатҡа (Францияла хәҙерге Арль) үҙенең кейәүе тейешле Константинға китә. 310 йылда, Арелатта шәхси кеше сифатында йәшәгән Максимиан, уның үлеме тураһында имеш-мимештәр тарата һәм власты баҫып ала. Ләкин армияның күп өлөшө, был мәлдә франктарға ҡаршы походта булған Константинға тоғро ҡала. Тиҙҙән ихтилал тураһында ишетеп, Константин тиҙ әйләнеп ҡайта. Максимиан Массилияға ҡаса, әммә урындағы халыҡ Константин ғәскәрҙәренә ҡапҡаны аса. Максимиан үлемгә хөкөм ителә, уға үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың ысулын һайларға рөхсәт ителә, һәм ул аҫылына. Максимиандың вафатынан һуң, уның исеме бөтә яҙыуҙарҙан юйыла, ә һүрәттәре юҡҡа сығарыла.
312 йылда хәҙер инде Константин үҙ ғәскәрҙәрен, власы был ваҡытҡа мәрхәмәтһеҙ тиранияға әйләнгән Максенцийға ҡаршы йүнәлтә. Боҙоҡ һәм мәғәнәһеҙ, ул халыҡты көс етмәҫлек һалымдар менән йонсотҡан, унан килгән килемде байрамдарға һәм ҙур төҙөлөштәргә сарыф иткән. Ләкин ул преториандар гвардияһынан, маврҙарҙан һәм италиктарҙан торған ҙур армияға эйә була. Бер нисә алышта Константин Максенцийҙың көстәрен ҡыйрата, Максенций был мәлдә Римда үҙенең тыуған көнө хөрмәтенә уйындар үткәрә. Константин ғәскәрҙәре Рим ҡалаһы ҡапҡаһы янында торған саҡта, ул дошманы менән Мульвий күпере янында осраша, әммә тегенең ғәскәрҙәре ҡаса башлай, ә үҙе, ҡурҡышынан емерелгән күпергә ташлана һәм Тибрҙа батып үлә. Константин Максенцийҙың кәүҙәһен тотоп алырға һәм башын киҫергә бойора. 312 йылдың 28 октябрендә Константин Максенций башы менән тантаналы рөүештә Римға инә. Был еңеү хөрмәтенә баш ҡалала ғәйәт ҙур Константин аркаһы ҡуйыла.
Риүәйәттәргә ярашлы, алыш алдынан Константинға төшөндә тәре күренә һәм ул «Hoc vince» (бор.-слав. «Сим победиши») әйтеүсе тауыш ишетә. Константин тәүге тапҡыр лабарум әҙерләргә бойора.
Ләкин империяла әле тағы ике август ҡала. Былар Максимин Даза һәм Лициний — Галерий кешеләре (үҙе ул ваҡытҡа вафат була).
313 йылда Максимин Дазаны Лициний еңә һәм уның биләмәләрен үҙенекенә ҡуша. Шулай итеп Лициний, Азияны, Мысырҙы һәм Балкан провинцияларын үҙ эсенә алған империяның күп өлөшөнөң хакимы була, ә Константинға Галлия, Италия, Африка һәм Испания ҡала. 314 йылда ике августың да ғәскәрҙәре осраша. Лициний еңелә һәм тыныслыҡ килешеүе буйынса еңеүсегә Паннонияны, Далмацияны, Дакияны, Македонияны һәм Грецияны бирә. Ләкин 10 йылдан һуң 324 йылда уларҙың ғәскәрҙәре тағы осраша, һәм Фракияла Адрианополь ҡалаһы янында көслө һуғышта Константин тағы еңеү яулай. Лициний яҡшы нығытлған Никомедияға ҡаса. Геллеспонт янында диңгеҙ һуғышында һәм Хризополиста ҡоро ерҙә еңеүҙәрҙән һуң Константин уға ғүмерен һаҡлап ҡалыуға алмашҡа властан баш тартырға тәҡдим итә. Лициний риза була. 324 йылдың 8 сентябрендә Константин рәсми рәүештә империяның берҙән-бер хакимы итеп иғлан ителә. Лициний Фессалоникиға һөрөлә. Иордан хәбәр итеүенсә, Лицинийҙы баш күтәреүсе готтар үлтерә[11]. Евтропий һүҙҙәре буйынса, Лициний инде шәхси кеше булараҡ, Фессалоникиҙа Константиндың һүҙ биреүенә ҡарамаҫтан, уның тарафынан үлтерелә[12]. Аврелий Виктор Константиндың Лицинийҙы Мартиниан менән бергә быуып үлтерергә бойороуы тураһында әйтә[13].
Империяның тулы хоҡуҡлы хакимы булып, Константин ирекле ер эшкәртеүселәрҙең ерен үҙҙәренә беркетеү буйынса Диоклетиан сәйәсәтен дауам итә, шул уҡ ваҡытта һалымдар арта, сөнки дәүләткә 20 йыл барған граждандар һуғышынан һуң империяны нығытыу өсөн аҡса кәрәк була. Бынан тыш, Константин төҙөлөш эшмәкәрлеген киң йәйелдерә, был да өҫтәмә сығымдар талап итә. Дәүләт Константин тарафынан дүрт округҡа бүленә: Көнсығыш, Иллирия, Италия һәм Галлияға, улар вағыраҡ административ берәмектәргә — диоцездарға бүленә. Ул шулай уҡ император янында дәүләт советы — консисторий ойоштора. Константин осоронда армияның артабанғы тупаҫ хәлгә төшөүе (варваризация) дауам итә.
Шулай уҡ Константин 314—324 йылдарҙа император Диоклетиан тарафынан 296 йылда үткәрелгән аҡса реформаһын камиллаштыра.
Үҙенең хакимлығы башында Константин, бөтә алдағы императорҙар кеүек үк, мәжүси була. Уның тарафынан христианлыҡты ҡабул итеү сәбәптәре буйынса төрлө фараздар бар.
Евсевий Кесарийский фаразына ярашлы, Максенций менән алышта Константинға төшөндә Христос күренә, ул ғәскәренең ҡалҡандарында һәм байраҡтарында ΧΡ грек хәрефтәре яҙырға ҡуша, ә икенсе көндө Константин күк йөҙөндә тәре күрә һәм «Сим победиши!» тигән тауыш ишетә. Был байраҡ Константинды Мульвий янында еңеүгә килтерә һәм уны яңы дингә алып килә[14].
Византияның V быуат тарихсыһы, «Яңы тарих» авторы Зосимфаразы буйынса, яңы дингә күсеүе ҡатыны һәм улын үлтергәне өсөн Константиндың аллалар үсенән ҡасыу теләгенән уяна[15]. Император булғандан һуң, Константин үҙенең йәш ҡатыны Фаустаны һәм алдағы никахта тыуған улы Криспты үлтерә. 326 йылдың йәй башында Константиндың улы (Флавий Юлий Крисп) атаһы императорҙың бойороғо буйынса ҡулға алына һәм язалап үлтерелә, уның менән бергә Константин ҡустыһы Лицинианды ла язалап үлтерә. Бының сәбәптәре теүәл билдәле түгел. Моғайын, был улдарына тәхеткә юлды таҙартырға маташҡан үгәй әсә Фаустаның үгәй улы Крипсты үҙен көсләргә маташыуҙа ғәйепләүе һәм, быны раҫлаһындар өсөн, бер нисә сенатор һатып алыуы менән бәйле була. Ләкин улын язалап үлтергәндән һуң бер ай үткәс, Константин, мутлашыуын аңлағанлыҡтан, ҡатынын эҫе мунсаға бикләп ҡуйырға ҡуша һәм ҡатыны унда тонсоға. Евтропий хәбәр итеүенсә, Константин был ваҡытта үҙенең бик күп дуҫтарын язалап үлтергән. Намыҫ ғазабынан Константин, ошондай уҡ енәйәт өсөн мифик батша Танталды язалаған Олимп аллалары үсенән ҡурҡа. Кәңәшмәгә йыйылған мәжүси ҡанбабалар бындай енәйәтте юйып булмай, тигән һығымтаға килә. Христианлыҡ таратыусы кеше, христиан аллаһы иң ауыр енәйәттәрҙе лә ғәфү итә, тип императорҙы ышандыра. Зосим фекере буйынса, тап ошо хәл Константиндың Диоклетиан сәйәсәтенән баш тартыуына сәбәп бул һәм христиандарҙы эҙәрлекләүгә ахырғы нөктә ҡуя, Рим империяһының дәүләт дине сифатында христианлыҡты ҡабул итеүгә килтерә[16].
Нисек кенә булмаһын, Константин дин тотоу иреген ҡабул итеүҙе талап итә. Христианлыҡ дәүләт дине статусын ала.
319 йылғы закон буйынса сиркәүҙәр һалымдарҙан һәм йәмғиәт йөкләмәләренән азат ителә. 321 йылғы закон сиркәүҙәрҙең күсемһеҙ милек алыу һәм биләу хоҡуғын раҫлай. Бөтә империя буйлап христиан ҡорамдары төҙөлә, йыш осраҡта уларҙы төҙөү өсөн мәжүси ҡорамдар һүтелә, бер нисә билдәле мәжүси ҡорамы Константин ҡушыуы буйынса емерелә. Христианлыҡҡа айырым статус биреп һәм сиркәүгә ярҙам итеп, Константин сиркәү эштәренә әүҙем ҡыҫыла, империяның беҙмәлеге шарты булараҡ ҡабул итеп һәм сиркәү-ара бәхәстәрҙә арбитр булып сығыш яһап, кафолик (грек. καθολικὴ һүҙенән — дөйөм) сиркәүҙең берҙәмлегенә ирешә. Александрия руханийы Арий һәм епископ Александр араһында сиркәүгә тарҡалыу янаған ыҙғыш башланғас, Константин I Никейский Соборын йыя, унда ариандарға ҡаршы Александр яҡлыларҙы хуплай. Ошо соборҙа ул епископтарға былай тип хәбәр итә: «Һеҙ — сиркәүҙең эске эштәре епископтары, мин — Аллаһ тарафынан ҡуйылған тышҡы эштәр епискобы» (грек. τῶν εἴσω τῆς Ἐκκλησίας καὶ τῶν ἐκτός). Соборҙа арианлыҡ хөкөм ителә, Константиндың указдары менән Арий һәм бер нисә арий епискобы һөрөлә. Һуңғараҡ Константин арианлыҡты хуплай, һәм Тирский Собор тарафынан Бөйөк Афанасий хөкөм ителә.
Константин вафаты алдынан ғына христиан динен ҡабул итә (суҡына) [17][18] ариан епискобы Евсевий Никомедийский уны христианлыҡҡа әйләндерә[19], аҙаҡ үҙе ариан тәғлимәтенән тайпыла, һәм шул сәбәпле ҡорамдарҙы талау һәм сиркәү низағтары башлана[20].
IV быуатҡа Рим ҡалаһы императорҙарҙың резиденцияһы булыуҙан туҡтай. Тышҡы баҫып инеүҙәрҙең даими хәүефе шарттарында хакимы империя сиктәренә яҡын урынлашырға тейеш була. Шуға күрә Диоклетиандан алып императорҙар үҙҙәренең резиденцияларын дәүләт оборонаһының стратегик маҡсаттарына яуап бирерлек ҡалаларҙа урынлаштыра. Шундай урындар булып Германияла Трир, Кесе Азияла Никомедия, Төньяҡ Италияла Аквилея һәм Милан тора. Константин да был ҡағиҙәне тота. Беренсе тапҡыр ул Римға Максенцийҙы еңгәндән һуң килә, һуңғараҡ унда тағы ике тапҡыр була. Константин яңы баш ҡала төҙөү хыялы менән яна, ул Рим тарихында яңы дәүерҙең башланғысын кәүҙәләндерергә тейеш була. Буласаҡ ҡала өсөн Босфорҙың Европа яры буйында урынлашҡан боронғо грек ҡалаһы Византий нигеҙ булып хеҙмәт итә. Иҫке ҡала киңәйтелә һәм бейек ҡәлғә диуарҙары менән уратып алына. Унда ипподром, күп христиан һәм мәжүси ҡорамдар төҙөлә. Бөтә империянан Византийға сәнғәт әҫәрҙәре: картиналар, скульптуралар килтерелә.
Төҙөлөш 324 йылда башлана һәм 6 йыл үткәс 330 йылдың 11 майында Константин Рим империяһының баш ҡалаһын рәсми рәүештә Византийға күсерә һәм уға Яңы Рим тигән исем бирә (грек. Νέα Ῥώμη, лат. Nova Roma), әммә был исем тиҙҙән онотола һәм император үҙе тере саҡта уҡ ҡала Константинополь тип йөрөтөлә башлай.
328 йылдың 5 июлендә император Дакиялағы Суцидавта Дунай аша «Константин күперен» шәхсән үҙе аса, ул боронғо замандың иң оҙон йылға күпере була. Уның дөйөм оҙонлоғо 2437 метр тәшкил итә, шуның 1137 метры Дунай аша үтә. Күперҙең киңлеге 5,7 метр тәшкил итә, ә йылға кимәленән бейеклеге — 10 метр. Константиндың планында Дакияны кире ҡайтарыу була, ул 271 йылда уҡ император Аврелианда ҡалған була.
332 йылда Константин сарматтар менән берлектә готтарға һуғыш башлай. Ариарих етәкселегендә вестготтар Ойумдан сыға һәм Дакияла сарматтар территорияһына бара. Сарматтар Константиндар ярҙам һорай, һәм 332 йылдың 20 апрелендә Рим армияһы Константиндың улы Константин II етәкселегендә варварҙарҙы тар-мар итә[21]. 334 йылда сарматтар үҙҙәрнең башлыҡтарына ҡаршы түңкәрелеше ойоштора һәм шул саҡта Константин инде сарматтарға ҡаршы һуғыш башлай. Уларҙың ғәскәрҙәрен ҡыйратып, тере ҡалғандарын крәҫтиәндәр сифатында Иллирияға урынлаштыра, ә башҡаларын үҙенең армияһына ала. Билдәле ерҙәрҙә урынлашҡан колондар кеүек билдәле варварҙар, крепостной крәҫтиәндәрҙең прообразы була, сөнки улар эшкәртелә торған ерҙәрен ташлап китеү хоҡуғына эйә булмағандар. 336 йылда Константин Dacicus maximus титулын ала.
Дакиялағы уңыштарынан һуң, Сәсәниҙәр Фарсия иле менән һуғыш башлауҙы планлаштыра. 338 йылда Нисибис тыныслыҡ килешеүенең ваҡыты үтә һәм ике яҡ та һуғышҡа әҙерләнә. Константин шаһиншаһ Шапур II хат яҙа, унда фарсы христиандарын ҡурсалауын хәбәр итә һәм Рим тарафынан христианлыҡ рәсми дин булараҡ ҡабул ителгәндән һуң башланған ҡыҫырыҡлауҙы туҡтатыуҙы талап итә. Константин суҡыныуҙы Фарсыстан территорияһына инерҙән алда Иорданда ҡабул итергә планлаштыра, әммә ул 337 йылдың яҙында ауырып китә.
Күрәһең, үҙенең үлерен һиҙенеп, Константин йәшерен рәүештә Изге Апостолдар ҡорамында ерләү өсөн үҙенә урын әҙерләй. Әммә 337 йылда пасханан һуң ул үҙен насар тоя һәм Еленополисҡа ванналар ҡабул итергә китә. Башта ул Никомедияның мунсаларында дауалана, аҙаҡ Дрепандың эҫе сығанаҡтарын ҡуллана, шунан һуң үҙенең баш ҡалалағы Анкирон виллаһында урынлаша, унда бер нисә ариан епискобын, шул иҫәптән Евсевий Никомедийскийҙы суҡыныуҙы ҡабул итеү өсөн саҡырып ала. Епископтарҙы йыйып, үҙенең Иордан йылғаһы һыуҙарында суҡынырға теләүен һәм Аллаһ ихтыяры менән бында ҡабул итәсәген әйтә[8]. Әммә үҙен тағы ла насарыраҡ тойоп, Константин үҙен Никомедияға алып барырға ҡуша, унда уны Евсевий Никомедийский 337 йылдың 22 майында суҡындыра. Үлгәндән һуң Бөйөк Константин Изге Апостолар ҡорамында ерләнә.
Христианлыҡты таратыу буйынса эшмәкәрлеге өсөн Константин үҙенең әсәһе Елена менән апсотолдарға тиң изгеләр йөҙөндә ҡанунлаштырылған. Изге апостол Константин иҫтәлегенә башҡарыла:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.