From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғайсин Бәхти (Бәхтиғәни) Миңлейәр улы (24 ғинуар 1930 йыл — 5 октябрь 1991 йыл) — музыкант-аккордеонсы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1986), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1962) артисы.
Бәхти Ғайсин 1930 йылдың 24 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны 1‑се Яңы Атйетәр[1] ауылында тыуған.
1953 йылда Өфө музыка училищеһының халыҡ инструменттары бүлеген тамамлай.
1953—1961 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында концертмейстер булып эшләй. Театрҙа эшләгән ваҡытта ул спектаклдәргә көйҙәр, йырҙар яҙа.
1961 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына күскәс, ижади эше әүҙемләнеп китә. Был йылдарҙа ул халыҡ яратҡан, йөрәккә үтеп инерҙәй лирик йырҙар менән бер рәттән шаян йырҙар ҙа ижад итә. Тормош иптәше Фәриҙә Ҡудашева менән 30 йыл ғүмер кисерәләр.
1991 йылдың 5 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Бәхти Ғайсин йырҙары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.