театр актёры һәм режиссёр. From Wikipedia, the free encyclopedia
Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашев(27 февраль, 1908 йыл, Аҙнай — 12 апрель 1946 йыл, Өфө) — башҡорт актеры һәм режиссеры. РCФСР-ҙың атҡаҙанған артисы[1].
Имашев Булат Губайдуллович | |
башҡ. Тимер-Булат Ғабдулла улы Имашев | |
Исеме: |
Тимер-Булат |
---|---|
Тыуған ваҡыты: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: |
Трагически погиб в поезде, следовавшем из Учалов в Уфу |
Һөнәре: |
Артист, режиссер |
Гражданлығы: |
Ҡалып:Российская Империя → Ҡалып:Ussr |
Әүҙем йылдары: |
1929 — 1946 |
Театр: |
Башкирский театр драмы, Башкирский театр оперы и балета |
Наградалары: |
Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашев Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Аҙнай ауылында тыуған, хәҙер Аҙнай (Бишбүләк районы) Башҡортостан республикаһы Бишбүләк районы. Тулы исеме — Тимербулат, ғаиләлә тәүге бала.
1920 йылда 12 йәшендә Ырымбурға педагогия техникумына уҡырға юллана. Үҙешмәкәр сәнғәт менән мауыға.
1929 йылдан — актер, һуңыраҡ Башҡорт драма театры (Өфө) режиссёры. Сәнғәт техникумының театр бүлексәһен 1930 йылда тамамлай (Өфө). 1937 йылдан— башҡорт драма театрының художество етәксеһе.
1939—1943 йылдар — Башҡорт опера һәм балет театрының баш режиссёры, уны булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, хөкүмәт ҡушыуы буйынса берләшкән театрҙар директоры була.
1944 йылда Учалы районында колхоз-совхоз театрын ойошторорға ебәрелә. 1946 йылда Златоустан Өфөгә барған тауар поезына ултырғас, енәйәтселәр ҡулынан һәләк була.[2]
Башҡорт театр техникумында буласаҡ актёрҙарҙы уҡытҡан.
Атаһы Ғөбәйҙулла Әхмәтзәки улы
Ҡатыны: Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева, рәссам, Баймаҡ, Учалы театрҙарында, БАДТ-ла биҙәүсе рәссам булып эшләй. Иптәше һәләк булғанда ике бәләкәй бала менән тороп ҡала.
Балалар: Вил, Илмира, Урал.
«Данлы осор» Риза Ишморат, «Ҡазан һөлгөһө» Кәрим Тинчурин, «Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр» (1933), «Любовь Яровая» (1937); «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», С. Мифтахов (1939), «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи, «Башмағым» Х. Ибраһимов, опера — «Ҡарлуғас» («Ласточка»). Чемберджи (1941), «Аҡбуҙат» Спадавеккиа һәм Заимов (1942), «Евгений Онегин», «Аршын мал алан», «Ҡасҡын».
Булат Имашев исеме Бишбүләктә, тыуған ауылындағы урамға һәм Аҙнай урта мәктәбенә бирелгән, бында 2008 йылда йорт-музей асылған, актерҙың бюсы ҡуйылған. Өфөлә актер йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.