From Wikipedia, the free encyclopedia
Брянцев Борис Иванович (1 сентябрь 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, "Башкирэнерго" акционерҙар йәмғиәтенең Бәләбәй электр селтәре директоры. Бәләбәй ҡалаһы 70-се Аксаков һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты[1]
Брянцев Борис Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 сентябрь 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Собханғол ауыл советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | энергетик |
Уҡыу йорто | Һамар дәүләт техник университеты |
Борис Иванович Брянцев 1950 йылдың 1 сентябрендә БАССР-ҙың Туймазы районы Собханғол ауылында тыуған.
Урта мәктәпте тамамлағас, һөнәри-техник училищела уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда, һөнәри-техник училищены уңышлы тамамлағандан һуң, район кино селтәрендә киномеханик булып башлай.
1969—1972 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, электромонтер булып эшләй һәм Куйбышев политехник институтына уҡырға инә. 1978 йылда ошо институтты уңышлы тамамлай.[2]
Юғары белем алып сыҡҡас, совхоздың баш энергетигы булып эшләй, артабан район электр селтәрендә участка начальнигы вазифаһында була.
1980 йылдан "Башкирэнерго" акционерҙар йәмғиәтенең Бәләбәй электр селтәре («БЕЛЕБЕЕВСКИЕ ЭЛЕКТРОСЕТИ АО БАШКИРЭНЕРГО») директоры итеп тәғәйенләнә.
Бәләбәй ҡалаһы 70-се Аксаков һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланған [3][4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.