From Wikipedia, the free encyclopedia
Бочков Валентин Алексеевич (13 ғинуар 1946 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1969—1987 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһының партком секретары, директор һәм генераль директор урынбаҫары; 1987—1988 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Милләте — урыҫ[1]
Бочков Валентин Алексеевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 13 ғинуар 1946 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Воронеж өлкәһе, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Валентин Алексеевич Бочков 1946 йылдың 13 ғинуарында Воронеж өлкәһе Хреновое ауылында тыуған.
1977 йылда Свердловскиҙағы Юғары партия мәктәбен, 1984 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.[2]
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда урман техникумын тамамлағандан һуң техник-урмансы булып башлай.
1965—1968 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, урман тәрбиәләү экспедицияһы технигы, мотоклуб инструктор-методисы, КПСС-тың Күмертау ҡала комитеты инструкторы була.
1969—1987 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһында эшләй: партком секретары, директорҙың кадрҙар буйынса урынбаҫары, генераль директорҙың матди-финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
1987—1988 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1988—1991 йылдарҙа — КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының беренсе секретары.
1991—2003 йылдарҙа — Күмертау ҡалаһы «Баштекс» ЯСЙ-һының генераль директоры.
Күмертау ҡалаһы 93-сө Матросов һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланған[3][4]
Өйләнгән, ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.