Боом тарлауығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Боом тарлауығы (ҡырғ. Боом) — Бишкәк ҡалаһынан 112 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡырғыҙстан тарлауығы.
Боом тарлауығы | |
Дәүләт | Ҡырғыҙстан |
---|---|
Боом тарлауығы Викимилектә |
Матур Боом тарлауығы Чү йылғаһының урта ағымында Ҡырғыҙ Алатауы һәм Көнгәй Алатауы һырттарының бүленгән сигендә урынлашҡан. Тарлауыҡтың оҙонлоғо — яҡынса 30 км[1].
Боом тарлауығы Чүй үҙәнен Ысыҡкүл ҡаҙаны менән тоташтыра һәм Һөйәбтән Ысыҡкүлгә илткән юлда үҙенсәлекле визит карточкаһы булып тора. Боом тарлауығына ингән урында шишмә урғылып ятҡан ерҙә туристар туҡтап ял итә.
Боомдың тәбиғәте төрлө. Уның өҫкө өлөшөндә һөҙәк формалар өҫтөнлөк итә, йылғаның һыубаҫар туғайы киң һәм ҡуйы үҫемлектәр менән ҡапланған. Тарлауыҡтың аҫҡы өлөшө иһә тар каньондан ғибәрәт, бында йылға текә ҡаялар араһынан борғаланып аға[2].
Боом тарлауығы аша Бишкәк менән Балыкчи (совет осоронда Фрунзе менән Рыбачье) араһындағы тимер юл тармағы (1948 йыл, 180 саҡрым), шулай уҡ Чүй һәм Ысыҡкүл өлкәләрен тоташтырған автомагистраль үтә. Был өлкәләр араһында административ сик — [3]тарлауыҡтың урта өлөшөндә аҡҡан йылға аша ташланған Ҡыҙыл Күпер. Тарлауыҡтың өҫкө өлөшөндә күп һанлы туристар өсөн бер нисә юл буйы кафеһы, шулай уҡ автотрассаның Орто-Тоҡай һыуһаҡлағысына боролған тармағы бар. Әлеге ваҡытта Боом тарлауығы рафтинг яратыусылар араһында бик популяр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.