М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — 1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һуң, 1920 йылдың 5 ғинуарынан, эшләй башлай. Ул саҡта Пролетар художество музейы тип атала. Музейға ҡаланың иң матур йорто бүленә, уға учреждениеларҙағы, ҡасҡан байҙар өйҙәрендәге, губерна— музейындағы һынлы сәнғәт әйберҙәре күсерелә. Музейҙы ойоштороу өсөн Мәскәүҙән рәссам һәм архитектор И. Е. Бондаренко саҡырыла. Ул килгәс тә, эшкә урындағы рәссамдарҙы йәлеп итә.
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы | |
---|---|
Музей бинаһы | |
Асылған ваҡыты | 5 ғинуар 1919 |
Урынлашыуы | 450077, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан, Өфө ҡ., Гоголь ур., 27 |
Директор | Тереғолов Айрат Рәүеф улы (2015 йылдан) |
Сайт | museum-nesterov.ru |
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы Викимилектә |
Тиҙҙән Мәскәүҙән күренекле рус рәссамы Михаил Васильевич Нестеровтың яҡташтарына — Өфө халҡына — бүләк иткән 102 картинанан торған коллекцияһы ҡайтарыла. Рәсәй империяһы һынлы сәнғәте мираҫтарынан торған был коллекцияла Репин Илья Ефимович, Исаак Левитан кеүек бөйөк рәссамдарҙың картиналары ла була.
Музейҙың XIX—XX быуаттағы урыҫ сәнғәте булеге Нестеров бүләге менән генә сикләнмәй. Уны тулыландырыуға Мәскәү һәм Ленинград галереялары һәм музейҙары ҙур ярҙам курһәтә. Улар аша Өфөгә Көнбайыш Европа, шулай ук Япония һәм Ҡытай сәнғәте өлгөләре лә килә. Музей өҙлөкһөҙ тулылана. Башкорт һынлы сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе, халыктың һырлап, биҙәп, сигеп зауыҡ менән эшләгән әйберҙәрен йыйыу буйынса үткәрелгән экспедициялар һөҙөмтәһендә музейҙа бик бай, шул иҫәптән Башҡортостандың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырыусы яңы бүлектәр асыла.
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — Башҡортостан Республикаһының мөһим мәҙәни үҙәктәренең береһе.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.