Башҡортостандың дәүләт премияһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан Республикаһының Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы — Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһы, дәүләт наградаһы. Һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн ике йылға бер тапшырыла.
Башҡортостан Республикаһының Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы | |
Ил | |
---|---|
Награда төрө |
маҡтаулы исем |
Кем тапшыра | |
Статус |
ғәмәлдә |
Статистика | |
Раҫланған ваҡыты | |
Беренсе бүләкләү |
Һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы 2017 йылдың ноябрендә булдырылды[1]. Республика башлығы указы менән премия, уны тапшырыу буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы комиссия, шулай уҡ уның составы раҫланды.
Премия күренекле һынлы сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙырған, шулай уҡ сәнғәт теорияһы һәм тарихы, художестволы тәнҡит өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Премияның күләме 500 мең һум тәшкил итә[1].
Наградаға рәссамдар, сәнғәт белгестәре һәм коллективтар дәғүә итә ала.
Артабан тәҡдим ителгән әҫәрҙәр һәм ғилми тикшеренеүҙәр ике турҙы үтергә тейеш: беренсе этапта М. В. Нестеров исемендәге асыҡ республика тематик күргәҙмә-конкурсында күрһәтеү өсөн эштәр һайлап алына, икенсеһендә премия лауреаттары билдәләнә.
Документтар 1 апрелдән 20-нә тиклем ике йылға бер тапҡыр ҡабул ителә[1], ә 2017 йылда — 20 ноябрҙән 30-на ҡәҙәр[2].
Йыл | Лауреаттың исем-шәрифе | Бүләкләнеү нигеҙе |
---|---|---|
2018 | Фирдант Нуриәхмәтов, рәссам | Михаил Васильевич Нестеров һәйкәлен эшләгән өсөн[3] |
Николай Калинушкин, рәссам (үлгәндән һуң) |
Михаил Васильевич Нестеров һәйкәлен эшләгән өсөн[3] | |
Владимир Лобанов, рәссам | Михаил Васильевич Нестеров һәйкәлен эшләгән өсөн[3] |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.