Батый (Батыу, Бату, Саин-хан; монг. Бат хан) (яҡынса 1209(1209) — 1255/1256) — монгол юлбашсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, Жуси улусы хакимы һәм уға нигеҙ һалыусы. Сыңғыҙхандың ейәне[1]. Батый «Саин-хан» ҡушаматын йөрөткән, ул версияларҙың береһенә ярашлы «йомшаҡ күңелле» тип аңлатылған[2].

Ҡыҫҡа факттар Жуси улусы хакимы, 1227 — 1255/1256 ...
Батый
монг. Бат хан
Thumb
Жуси улусы хакимы
1227  1255/1256
Алдан килеүсе: Джучи
Дауамсы: Сартак
 
Тыуған: яҡынса 1209(1209)
Монголия
Үлгән: 1255/1256
Һарай‑Батыу ҡалаһы
Ерләнгән: Монголия
Нәҫел: Сыңғыҙхан нәҫеле
Атаһы: Жуси
Әсәһе: Уки
Ҡатыны: Боракчин
Балалары: улдары: Сартак, Тукан, Абукан
Ябырға

Иртә йылдары

1224 йылда Сыңғыҙхан менән башҡарылған бүленеш буйынса, өлкән улы Жусиға Ҡыпсаҡ далаһы, Хорезм, Кавказдың өлөшөн, Ҡырым һәм рус кенәзлектәре ерҙәре бирелә. 1227 йылда Жуси мәрхүм була[3], был осорҙа уның ҡулында ҡыпсаҡ далаларының Азиялағы өлөшө һәм Хорезм ғына була.

Көнбайыш яуы

1236—1243 йылдарҙа Батый монголдарҙың дөйөм Көнбайыш яуына етәкселек итә, һөҙөмтәлә Дәшти Ҡыпсаҡтың көнбайыш өлөшө, Волга буйы Болғары, Волга-Урал һәм Кавказ халыҡтары яулап алына. 1237—1238 йылдарҙа Рязань һәм Владимир, 1239 йылда Чернигов һәм 1240—1241 йылдарҙа Киевҡа Батый ҡатнашлығында яуҙар була. 1241—1242 йылдарҙа Польша һәм Венгрия баҫып алына, Батый ғәскәрҙәре Адриатик диңгеҙенә тиклем барып етә.

Монгол армияһы Үҙәк Европаға барып еткәс Изге Рим империяһы императоры ҡаршылыҡ күрһәтергә маташа[4], Батый буйһоноуҙы талап иткәндә, император ул хандың шоңҡарсыһы (рус. сокольничий) булырға ризалығын белдерә[5]. Әммә ике империя ғәскәрҙәре араһында алыштар булмай. Һуңыраҡ Батый көнбайышҡа яуҙар ойоштормаған, Волга буйында урынлашҡан Һарай‑Батыу ҡалаһында йәшәгән.

Улусты нығытыу

Thumb
Батый хан Алтын Урҙа тәхетендә

1242 йылдан алып Сыңғыҙхан нәҫеле ырыуының номиналь аҡһаҡалы булып китә[6].

1243 йылда Батый Угэдэй хан үлгәнен белеп көнбайышҡа яуҙы тамамлай. Ғәскәрҙәре Түбәнге Волга буйына күсә, был ерҙәр Жуси улусының үҙәгенә әйләнә.

1246 йылда Монгол империяһының бөйөк ҡағаны (ханы) итеп Гөйөк һайлана, ул электән Батыйҙың дошманы булған. 1248 йылда Гөйөк-хан мәрхүм булған, һәм 1251 йылда дүртенсе бөйөк ҡаған итеп Батыйға лояль мөнәсәбәтле Мүнке һайланған. Уға ярҙамға Батый-хан үҙенең ҡустыһы Бәркәне ғәскәр менән ебәрә.

1251 йылдан алып Сығатай улусының хакимдашына әйләнә. Батыйҙың шәхси улусына көнбайыш һәм үҙәк Башҡортостан ерҙәре ингән[6].

Вариҫтары

Батыйҙың вариҫтары: Сартак, Тукан, Абукан һәм Улагчи.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.