Бандар-Сери-Бегаван
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ба́ндар-Сери́-Бега́ван (мал. بندر سري بڬاوان, Bandar Seri Begawan) — Бруней солтанлығының баш ҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы. Бруней-Муара округының административ үҙәге.
Ҡала | |
Бандар-Сери-Бегаван мал. بندر سري بڬاوان | |
Ил | |
---|---|
Статус |
баш ҡала |
Округ |
Бруней-Муара |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
VI быуатта |
Элекке исеме |
1967 йылға тиклем — Бандар-Бруней |
Ҡала с | |
Майҙаны |
100,36 км² |
Бейеклеге |
7 м |
Климат тибы |
экваториаль (Af) |
Рәсми теле |
[[малай]] |
Халҡы | |
Тығыҙлығы |
2 020 кеше/км² |
Милли состав |
малайҙар, ҡытайҙар, һиндтар һ.б. |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+8 |
Телефон коды |
+673 02 |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт |
municipal-bsb.gov.bn Ҡалып:Ref-ms |
Бруней йылғаһы буйындағы торамалар VII быуатҡа ҡәҙәр булған. 1970 йылға тиклем ҡала Бруней исемен йөрөткән[2][3].
Үҙ тарихында ҡаланың урынлашыуы өс тапҡыр алышына: тәүге торамалар Кота-Батула, һуңынан — Кампонг-Айерҙа, аҙаҡ хәҙерге ҡала сиктәрендә урынлаша[2].
1920 йылда тораҡ пункт рәсми рәүештә ҡала һәм британ биләмәләре үҙәге статустарын ала. 1970 йылдың 5 октябрендә ҡала исеме Брунейҙың элекке солтаны Омар Али Сәйфетдин хөрмәтенә Бандар-Сери-Бегаван (малай телендә «Ғәли йәнәптәренең ҡалаһы») тип үҙгәртелә[2][4].
Хәҙерге тарихында ҡаланың ҙурлығы алты тапҡыр арта: 1931, 1936, 1940, 1949, 1956 йылдарҙа[2]. Ә 2007 йылдың 1 авгусында Бруней солтаны 12,87 алып 100,36 км² тиклем ҡала биләмәһенең киңәйеүен хуплай.
Бандар-Сери-Бегаван Малай архипелагы утрау Калимантандың төньяғында, Бруней йылғаһының һул яҡ яр буйында урынлашҡан. Бруней йылғаһы ҡаланың көньяҡ өлөшө буйлап аға һәм унда суднолар йөрөй ала. Ҡаланың төньяҡ өлөшөнөң ярҙарын Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе һыуҙары йыуа.
Ҡала климаты экваториаль, дымлы, яуым-төшөмдәр йыл буйына дауам итә (йылына барлығы яҡынса 3000 мм). Уртаса айлыҡ температура — +26…+28°С.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 33,9 | 35,3 | 38,3 | 37,6 | 36,4 | 35,5 | 35,7 | 36,6 | 35,5 | 34,7 | 34,5 | 36,2 | 38,3 |
Уртаса максимум, °C | 30,0 | 30,0 | 30,8 | 31,4 | 31,5 | 31,5 | 31,1 | 31,0 | 31,0 | 30,8 | 30,6 | 30,5 | 30,8 |
Уртаса температура, °C | 27,0 | 27,1 | 27,6 | 28,0 | 28,1 | 28,1 | 27,7 | 27,6 | 27,6 | 27,5 | 27,4 | 27,4 | 27,6 |
Уртаса минимум, °C | 24,1 | 24,2 | 24,4 | 24,7 | 24,8 | 24,7 | 24,3 | 24,3 | 24,3 | 24,2 | 24,3 | 24,4 | 24,4 |
Абсолют минимум, °C | 18,4 | 18,9 | 19,4 | 20,5 | 20,3 | 19,2 | 19,1 | 19,4 | 19,6 | 20,5 | 18,8 | 19,5 | 18,4 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 316 | 172 | 162 | 208 | 254 | 215 | 237 | 222 | 304 | 329 | 371 | 357 | 3147 |
Сығанаҡ: Climate-Data.org: Bandar Seri Begawan |
Брунейҙың баш ҡалаһы илдең көнбайыш өлөшө менән автомобиль юлдары аша тоташа. Солтанлыҡтың көнсығыш өлөшө ҡултыҡ менән айырылған, унда йә диңгеҙ юлы аша, йә ҡоро юл буйлап Малайзия биләмәләре аша барырға мөмкин.
Бруней халыҡ-ара аэропорты ҡала үҙәгенән 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Аэропорт бөтә илде хеҙмәтләндерә.
Һыу транспорты такси-катерҙар (төбәк атамаһы — пенамбанг) менән күрһәтелгән, улар йылға буйлап ҡала үҙәгенән Кампонг-Айерға ҡәҙәр йөрөйҙәр. Шулай уҡ катерҙар баш ҡаланы Бангар һәм Лимбанг ҡалалары менән бәйләй.
Ҡалала тарихи һәм мәҙәни иҫтәлекле урындар аҙ түгел. Улар араһында Солтан Омар Али Сәйфетдин мәсете, король кәшәнәләре, һарайҙар һәм күп һанлы музейҙар бар.
Ҡала сиктәрендә свайҙарҙа төҙөлгән Кампонг-Айер ауылы урынлашҡан, ул йылға буйлап 8 километрҙан ашыуға һуҙылған. Ауылда һөнәрселәр йәшәй, уларҙың сәнғәте төбәк галереяһында күрһәтелгән.
Персиаран-Дамуан ҡала паркында АСЕАН ойошмаһына кергән илдәрҙең вәкилдәре тарафынан яһалған скульптуралар ҡуйылған. Шулай уҡ бында тик Калимантан утрауында ғына йәшәгән носач-маймылдарҙы осратырға мөмкин.
|
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.