педагог, БР атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976) From Wikipedia, the free encyclopedia
Байтурина Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы (31 март 1942 йыл) — педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976)[1]. Башҡортостан уҡытыусылары, Бөтә Рәсәй педагогик йәмғиәте съездары делегаты.
Байтурина Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 31 март 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны |
Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Хисмәт |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтурина 1942 йылдың 31 мартында Баймаҡ районы Хисмәт утарында[1] ишле ғаиләлә тыуған. Уның атаһы Байтурин Дәүләтша Мөхәмәтйән улы — золом ҡорбаны, Бөйөк Ватан һуғышында, артабан Япония менән һуғышта ҡатнаша. Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙының бала сағы Йылым, Шүлкә, 1-се Этҡол ауылдарында үтә. Ғаиләлә 10 бала (3 малай, 7 ҡыҙ) тәрбиәләнә.
1959 йылда 1-се Этҡол мәктәбен тамамлай. Ошо уҡ мәктәптә, пионервожатый булып, хеҙмәт юлын башлай. 1965 йылда[1], Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағандан һуң, 1 Этҡол мәктәбенә әйләнеп ҡайта. Йәш, тырыш белгес 1968 йылда — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, һуңынан уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар итеп үрләтелә. 1973 йылда Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙын ошо уҡ райондың Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр.
Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡып йөрөйбөҙ. Бер көҙгө көндә директорыбыҙ Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтурина барыбыҙҙы сығарып мәктәп алдына теҙеп ҡуйҙы ла: «Тиҙҙән һеҙ, кемегеҙҙер һуңыраҡ, мәктәпте тамамлап оло тормош юлына баҫырһығыҙ. Беҙ яҡшы уҡығандарҙы яҡшы уҡығаны өсөн, насарға өлгәшеүселәрҙе лә шул сифатына ҡарап иҫкә алырбыҙ. Ә бына „уртаса“ға өлгәшеүселәрҙе ниндәй билдәләренә ҡарап иҫләрбеҙ һуң? Әйҙә, шундай уҡыусылар үҙҙәрен мәктәп хәтерендә ҡалдырыр өсөн ағас ултыртһын. Башҡалар уларға ярҙам итә. Беҙ һеҙҙе урманға ҡарап иҫләрбеҙ…» тип әйтеп, ҡаланан алып ҡайтҡан ағас үҫентеләренә һәм көрәк-ломдарға-күнәктәргә ымланы. Барыбыҙ ҙа шымып ҡалдыҡ. Күрәһең, берәү ҙә үҙен "уртаса"лар иҫәбенә индергеһе килмәгәндер инде. Шул саҡ барыбыҙ бер юлы үҫентеләргә, хеҙмәт ҡоралдарына ябырылдыҡ. Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙының мәктәп уҡыусыларын дуҫлаштырыу, берләштереү йәһәтенән ойошторған ошо сараһын ғүмер буйына оноторлоҡ түгел[2] (Әхмәр Үтәбай хәтирәләренән). |
1975 йылда Баймаҡ район советы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 1991 йылдан — Сибай 24-се һөнәрселек училищеһында уҡыусылар профкомының рәйесе; 1995—2012 йылдарҙа, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының Сибай филиалында директор урынбаҫары булып эшләй[1].
Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтурина — өс тапҡыр Башҡортостан уҡытыусылары съезы, Бөтә Рәсәй педагогик йәмғиәте съезы делегаты. 2012 йылда Сибай ҡала китапханаһы янында «Рухи хазина» әҙәби-музыкаль клубын ойоштора һәм уға етәкселек итә.
Юғары исемдәр йөрөткән мөғәллимә әле лә йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның апаһы.
Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй.
— Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1999)
— РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976)
— «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.